Бал ҡортондай уңған ул

Белорет почтамтында оҙаҡ йылдар үҙ эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәр бар. Шулар иҫәбенә Белорет почта бүлексәһендә оператор булып эшләгән Тәслимә Нотфулла ҡыҙы Ғайфуллинаны индерергә мѳмкин. Уның почтала эшләүенә быйыл 34 йыл тула. Тәслимә Нотфулла ҡыҙы Ҡаһарман ауылында күп балалы ғаиләлә үҫә.

Ҡаһарман һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Сермән урта мәктәбенә юллана. 1978-1979 йылдарҙа 35-се һѳнәрселек училищеһында канатсы һѳнәрен үҙләштерә һәм 79-сы йылда Белорет металлургия комбинатының 5-се цехында хеҙмәт юлын башлай. Шул уҡ ваҡытта Белорет металлургия техникумында киске бүлектә белем ала. Эшен яратһа ла, 1981 йылда ғаилә хәле буйынса, комбинаттан китергә тура килә. Ошо уҡ йылдың октябрендә Белорет бәйләнеш узелына почтальонка булып эшкә урынлаша. Бер нисә ай эшләрмен дә, кире заводҡа барырмын, тип уйлай. Әммә почта эше уны тулыһынса үҙенә йәлеп итә, бер-ике ай тигәне 34 йылға һуҙыла. Тәслимә Нотфулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар ҡаланың 5-се почта бүлексәһендә эшләй, 2007 йылдан - Белорет үҙәк почта бүлексәһендә оператор. Эш еңелдән түгел, унда уңған, үҙ бурысын еренә еткереп үтәгән, яуаплы, иҫәп-хисапҡа шәп булған кешеләр генә эшләй ала. Нәҡ Тәслимә Нотфулла ҡыҙы ошо сифаттарҙы үҙендә туплаған һәм почта эшен яҡшы белеүе уның хеҙмәтен күпкә еңеләйтә. Кешегә мѳләйем, йылы мѳғәләмә иткән алсаҡ хеҙмәткәрҙе халыҡ та ярата, ул ултырған кассанан кеше ѳҙѳлмәй. Ҡайһы бер клиенттар ул эшләгән сменаға килергә тырыша. Эшен ситтән күҙәтеп торған клиенттар: “Бал ҡорто кеүек уңған, йүгереп йѳрѳп эшләй бит ул”, - тип маҡтап тора. Һәр эштә халыҡ рәхмәтенән дә ҙур бүләк юҡ һәм Тәслимә Нотфулла ҡыҙы үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән был баһаны лайыҡлы яуланы. - Һѳнәренең бѳтә нескәлектәрен белә, йәштәрҙе ѳйрәтә. Эшкә яуаплы ҡарай, уны клиенттар ярата, хеҙмәттәштәре хѳрмәт итә. 34 йыл эшләү осоронда үҙен бары яҡшы яҡтан ғына күрһәтте, - ти бүлексә ничальнигы Валентина Петровна Ишимова. - Тәслимә Нотфулла ҡыҙы һәр саҡ һѳнәри үҫешкә ынтыла, гәзит-журналдар һатыу буйынса ла планды үтәй. Почта бәйләнеше селтәрендә алдынғы тәжрибәне индереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны һәм һѳнәри байрам айҡанлы ул "Башҡортостан Республикаһының почта бәйләнеше ветераны" күкрәк знагы менән бүләкләнә. Беҙ уны ҡотлайбыҙ! - ти Белорет почтамты начальнигы урынбаҫары Вәлимә Фәрит ҡыҙы Горданова.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий