«Ҙур ѳмѳттәр бағлайбыҙ»

Инйәрҙең 1-се урта мәктәбе директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Элина Рәлиф ҡыҙы ҒАФАРОВА үҙен эшлекле, эҙләнеүсән, юғары кимәлдәге педагог һәм ойоштороусы итеп танытҡан.

Магнитогорск педагогия университетының филология факультетын тамамлаған ҡыҙ VI, XI кластарҙа рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Йәш белгес һәр уҡыусы йѳрәгенә асҡыс таба белеүе менән айырылып тора. Ҡайҙа үҙ-ара аңлашыусанлыҡ - шунда уңыш юлдаш булыуы һәр кемгә мәғлүм. Элина Рәлиф ҡыҙы мәктәптә үткән һәр сараны мауыҡтырғыс һәм фәһемле итеү ѳсѳн тырыша. Тап ихласлығы һәм тырышлығы ѳсѳн уны олоһо ла, кесеһе лә хѳрмәт итә. Уҡыусылар менән үҙ тиңдәше кеүек аралаша, һәр береһенә ихлас күңелдән ярҙам итә. - Элина Рәлиф ҡыҙы - ижади шәхес, - тип һөйләй мәктәп директоры Мәүлиҙә Сафа ҡыҙы Хәйбуллина. - Беҙ уның һәр сараны юғары кимәлдә, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле уҙғарыуына таң ҡалабыҙ. Уның сценарийҙары бер ваҡытта ла ҡабатланмай. Һөнәренә талапсан һәм етди ҡарауын сығарылыш уҡыусыларының Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйыуҙары иҫбатлай. Иң мөһиме - балалар уны ярата, уға ышаныс белдерә. Ә уҡытыусы өсөн ошонан да ҡиммәтерәк баһа юҡтыр. Мәктәбебеҙ район-ҡала кимәлендә үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Күптән түгел мәктәптәр араһында уҙған художество коллективтары фестивалендә I урын яуланыҡ. Беҙ уға киләсәктә лә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Йәшлек дәрте бөркөлөп торған, ҡояштай балҡып йөрөгән Элина Рәлиф ҡыҙы Ғафароваға беҙ ҙә уңыштар теләйбеҙ.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий