Хеҙмәт һөйгәнде ил хөрмәтләй

Күптән түгел “Белорет металлургия комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 6 эшсеһенә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең юғары наградалары тапшырылды. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Рамил Мөхәмәҙиә улы МӨХӘМӘТЙӘРОВ та бар. Беҙ уның баш ҡалабыҙға сәфәренән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтендек.
- Күңелдәге кисерештәрҙе һөйләп кенә бөтөрөрлөк түгел.

Тулҡынланыу, шатлыҡ, ғорурлыҡ, һоҡланыу тойғолары бер юлы ташҡын һымаҡ урғылды ла сыҡты. Мин был награданы сменабыҙҙыҡы тип иҫәпләйем, сөнки бер үҙем генә юғары күрһәткестәргә өлгәшә алмаҫ инем. Хеҙмәттәштәремә һәм етәкселеккә хеҙмәтемде юғары баһалаған өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Артабан да улар йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышасаҡмын, - ти алдынғы эшсе. Ғәҙәттә, күптәр бер эште икенсеһенә алыштырғанда ауырлыҡ кисерә, өйрәнеп китә алмай йонсой. Үткәлдә тыуып үҫкән, һәр эштә ата-әсәһенә ярҙамсы булған егеткә был һис тә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Хәдиә Харис ҡыҙы менән Мөхәмәҙиә Мөхәмәҙиә улы Мөхәмәтйәровтар 8 балаһын да эш һөйөүсән итеп тәрбиәләй. Үткәлдә - IV, ҡаланың мәктәп- интернатында - VIII, Шығайҙа X класты тамамлаған егет, армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Ра- йон-ара күмәртәләп һатыу базаһында, райпотребсоюзда эшләй. Был ойошмалар тарҡала башлағас, 17-се цехта эшләгән апайы Рәйләнең тәҡдиме менән заводҡа эшкә урынлаша.

Сәмле, дәртле һәм намыҫлы Рамил Мөхәмәҙиә улы күңел биреп канат ишеү машинисы һөнәрен үҙләштереүгә тотона. Кемдең кем икәнлеген етәкселек күреп тора. Уның Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бихисап. “Һөнәре буйынса иң яҡшы - оҫта канатсы” таныҡлығын ала, металлургия тармағы үҫешенә тос өлөш индергәне һәм оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының Почет грамотаһы менән бү- ләкләнә. Хеҙмәт ветераны хәҙер үҙе йәштәргә һөнәр серҙәрен аса, һәр яҡлап та ярҙам итә. Кешелекле, ярҙамсыл һәм киң күңелле булған өсөн хөрмәт итәләр Рамил Мөхәмәҙиә улын. Бына тигән ғаилә башлығы ла ул. Ҡасандыр юғары белемле иҡтисадсы бу- лып эшкә кил- гән Рәйсә Исхаҡ ҡыҙы менән үҙ- ҙәре кеүек уң- ған, һәр яҡлап та килгән ҡыҙ тәрбиәләп үҫ- терәләр. Әлеге ваҡытта ул Мәс- кәүҙә йәшәй һәм эшләй. Бә- хетле олатай ме- нән өләсәй бө- гөнгө көндә ейән- сәрҙәре Әдиләгә бөтә йөрәк һәм күңел йылыһын бирергә тырыша. - Сәйәхәт итер- гә, музейҙар буй- лап йөрөргә яратам, - тип дауам итә Рамил Мөхәмәҙиә улы. - Баҡсала эшләүҙән ҙур кинәнес алабыҙ. Ауылдағы йортобоҙҙо ла тейешле кимәлдә тоторға, матурайтырға тырышабыҙ. “Өл- гөлө йорт” исемен дә алғаныбыҙ бар. Тырышҡан, эшләргә теләге булған кешегә бөтәһе лә ыңғай килеп кенә тора бит ул.

Бары күңелһеҙ уйҙарға бирелмәҫкә, ялҡауланмаҫҡа ғы- на кәрәк. Юҡҡа ғына халыҡ, эш һөйгәнде ил һөйәр, тип әйтмәгән бит. Әлбиттә, уңыш та, аҡса ла бер юлы ғына килеп инмәй. Бының өсөн түҙемлек, тырышлыҡ, ныҡышмалыҡ кә- рәк, - тип тамамланы һү- ҙен хеҙмәт ветераны Рамил Мөхәмәҙиә улы Мөхәмәтйәров. Йәш эшсе кадрҙарҙы тәр- биәләүгә ҙур иғтибар биргән абруйлы остаз үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлынан сикһеҙ ҡәнәғәтлек тойғолары кисерә. Иң ҙур бәхет ошо түгелме ни?!
З. СӨЛӘЙМӘНОВА. М. ЯКОВЛЕВА фотоһы.
Оставить комментарий