Яҡшы финанс - уңышлы иҡтисад нигеҙе

Был байрам Рәсәй Федерацияһы Президентының Финансист көнө тураһындағы Указына ярашлы, 2011 йылдан үткәрелә. Уның 8 сентябргә тура килеүе лә осраҡлы түгел. 1802 йылдың 8 сентябрендә император Александр I үҙенең манифесы менән Рәсәйҙә Финанстар министрлығы төҙөй. Финансты һаҡлау - дәүләттең йәшәү көсөн һаҡлау ул. Ә финанс туплау һәм уның менән идара итеү бөгөн финансистар ҡулында. Иҫтәлекле көн алдынан ҡаланың “ТеплоТрейд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең коммерция директоры Рәил Сәғит улы ИШМѲХӘМӘТОВ менән әңгәмәләштек.

► Рәил Сәғит улы, һеҙҙе был ябай булмаған һөнәр нимәһе менән ылыҡтырҙы? - Ул йылдарҙа иҡтисадсы, фи- нансист һәм юрист һөнәрҙәренә уҡыу модаға инеп киткәйне һәм улар бөтә ерҙә лә кәрәк ине. Мин БДУ-ның иҡтисад факультетына үҙем теләп уҡырға индем. Элек- электән был университет үҙенең урынлашҡан урыны, тормошта үҙ эшен тапҡан һәм юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән студенттар исемлеге менән йәлеп итте. Университет нигеҙле белем бирҙе. 2008 йылда предприятиеларға һәм банк учреждениеларына фи- нансистар һәм иҡтисадсылар күпләп кәрәк ине... Эйе, ныҡлы белем алған һәм шул тармаҡты яҡшы белгән һөнәр кешеләре һәр саҡ кәрәк, әммә бөгөн, мәҫәлән, техник белемле белгестәр етешмәй.

► Бергә уҡыған дуҫтарығыҙ менән бәйләнеш тотаһығыҙмы? - Университет беҙгә белем ге- нә биреп ҡалманы, ә эшләргә лә, аралашырға ла өйрәтте. Беҙ, группалаш егеттәр, ІІ курста уҡ уҡыуҙан тыш төрлө эштәрҙә лә эшләнек. Был беҙгә аҡса ҡәҙерен белергә ѳйрәтте. Бөгөн курсташтарым араһында ҙур банктар директорҙары ла, бәләкәй һәм урта бизнес ком- панияларын ойоштороусылар ҙа, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай де- путаттары ла бар. Бәйләнеште өҙмәйбеҙ, аралашып, осрашып торабыҙ. Курсташтарым араһында эскән, тартҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар булманы. Күптәре бер нисә юға- ры уҡыу йортон тамамланы.

► Рәил Сәғит улы, һеҙҙең завод ниндәй продукция сығара? Ниндәй илдәр менән бәйләнеш тотаһығыҙ? - «ТеплоТрейд» заводы техник яҡтан ҡатмарлы продукция етеш- терә. Беҙ газ, электр, дизель ярҙамында йылы биреү пушкалары, автосервистар өсөн престар, Рә- сәйҙә 300 литр күләмдәге бетон әҙерләү ҡорамалы етештереү бу- йынса беренсе урында торабыҙ. Буяу һиптереү ҡорамалдары ла эшләйбеҙ. Ғѳмүмән, көнкүрештә һәм производствола ҡулланыла торған ҡатмарлы тауарҙар. Пред- приятие Рәсәй кимәлендәге тѳр- лѳ конкурстарҙа еңеп, бик күп дипломдарға эйә булды. Был производство коллективының ур- таҡ уңышы.

► Продукцияға ихтыяж бармы? - Әлбиттә, беҙҙең продукцияны
ай һайын күмәртәләп һатып алған компаниялар һаны 170-тән ашыу. Йылына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткәндәр ҙә байтаҡ. Бына ике йыл инде беҙ компанияның ойоштороу структураһын яйлап үҙгәртәбеҙ. Был үҙгәрештәр продукцияны 2014 йылға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк һатырға ярҙам итте. Әле предприятиела 400-ҙән ашыу кеше эшләй. 2016 йылда эшселәр һанын арттырыу һәм эш хаҡын күтәреүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Предприятие сит илдәр менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Иң күп һатып алыусылар Ҡытайҙан. Үҙебеҙгә лә Ҡытайҙа йыш булырға тура килә. Әлбиттә, башҡа ил- дәргә лә командировкаларға йө- рөйбөҙ. Рәсәй ҡалалары менән дә килешеүҙәр күп. Әлеге ваҡытта завод эшселәр ҡабул итә. Был иһә производство мөмкинлектәрен үҫ- терәсәк. Шулай уҡ һатып алыу- сыларҙың күбәйеүенә лә кил- терәсәк. Завод килеме һәм һа- лым түләү буйынса ҡалала ҙур предприятиеларҙан, БМК-нан ҡа- ла икенсе урында килә. Һалым буйынса бурыс юҡ. Эш хаҡы ваҡытында түләнә.

► Рәил, һеҙ БДУ-ла уҡыған саҡта сит илдә эшләп алыу мѳмкинлегенә лә эйә булғанһығыҙ? - Эйе, сит илдә эшләргә мѳм- кинлек биргән ѳсѳн университетҡа рәхмәтлемен. IV курста уҡығанда иҡтисад буйынса яҙған ғилми эшем студенттар ѳсѳн иғлан ителгән дәүләт конкурсында еңеп сыҡты һәм Америкаға ба- рып уҡып һәм эшләп ҡайтыу мѳмкинлегенә эйә булдым. Ике йылға яҡын ваҡыт эсендә иҡти- садты ѳйрәнеүҙән тыш, тѳрлѳ эштәр ҙә башҡарырға тура килде. Стажировканы Огайо штатының Колумбус ҡалаһында үттем. Унда тороп ҡалыу, юғары белем алыу теләге лә бар ине. Әммә уҡып ҡулыма диплом алыу теләге кѳслѳрәк булып сыҡты. Шулай уҡ атай-әсәйем дә унда тороп ҡалыуыма ҡырҡа ҡаршы булды. Америка - тормошта һәм бизнеста дѳрѳҫ йүнәлеш биреү урыны. Унда конкуренция бик ҙур. Хатта бүлмәләрҙе йыйыштырыу буйынса оператор урынына ла эләгеү еңел түгел. Ә инде үҙ эше менән шѳғѳлләнгәндәргә йәки үҙ эшен асырға теләгәндәргә бизнеста уңышҡа ѳлгәшер ѳсѳн, бер тапҡыр ғына булһа ла, Америкаға барып уҡып ҡайтырға кәңәш итер инем.

► Рәил Сәғит улы, һеҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтме? Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар? - Ҡәнәғәтмен, әммә тулыһынса түгел. Продукция етештереү пред- приятиеһы асып, үҙемде бизнеста һынап ҡарарға теләйем. Бындай етди аҙымға ҙур предприятиеларҙа эшләп, тѳрлѳ яҡлап тәжрибә туп- лағандан һуң ғына килергә кәрәк... Был минең хыялым.

► Һеҙҙең хобби? - Спорт менән шѳғѳлләнәм. Ҡышын тау саңғыһы ҡыҙыҡ- һындырһа, йәйен балыҡ ҡар- маҡларға яратам. Сит илгә сыҡ- ҡанда үҙем менән ҡурай алырға тырышам. Мәктәптә уҡыған саҡта башҡорт фольклор ансамбленә йѳрѳнѳм. Йырларға, бейергә, ҡурай тартырға ѳйрәндем. Был тормошта бик ярҙам итә. Мине башҡорт рухында тәрбиәләгән Зѳбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьяноваға, Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы Бү- ләкбаеваға, Мѳхәррәм Әхмәтша улы Сәлимовҡа рәхмәтлемен. Буш ваҡытта иҡтисад, сәйәсәт, бизнес тураһында уҡыйым. Ә күңел ѳсѳн «Шоңҡар» һәм «Ағиҙел» жур- налына, «Урал» гәзитенә ѳҫтѳнлѳк бирәм. Милли матбуғатты күҙәтеп барам. Башҡорт, рус, инглиз тел- дәрендә иркен аралашам.

► Рәил Сәғит улы, һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ һәм эшегеҙҙә артабан да уңыштар теләйбеҙ! - Форсаттан файҙаланып, фи- нанс өлкәһендә эшләгән кол- легаларымдың барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Тү- ҙемлек, айыҡ фекер, иҫәпләүҙәрҙә асыҡлыҡ һәм аныҡлыҡ, сығымға ҡарағанда килемдең күберәк бу- лыуын теләйем.
Резида ҒӘҘЕЛШИНА әңгәмәләште.
Оставить комментарий