Күңел ятҡан эш

Һәр кешенең дә тиерлек күңел һалып, яратып башҡарған бер шѳғѳлѳ була. Күп осраҡта донъя мәшәҡәте, эш, балалар тәрбиәләү арҡаһында кемдәрҙеңдер был шѳғѳлгә ҡулы етеңкерәмәй ҙә тора. Ә бына хаҡлы ялдағыларға йәш саҡта тормошҡа ашыра алмаған шѳғѳлдәренә ихласлап тотоноу мѳмкинселеге бар. Кемдер гѳрләтеп баҡса үҫтерә, икенсеһе сигеү сигә, бәйләм бәйләй. Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңғы йылдарҙа ҡул эштәре менән булышҡан ир-аттар ҙа күбәйҙе. Берәүҙәр үҙ шѳғѳлѳнән килем алыу ѳсѳн тырышһа, икенселәре, күңеле матурлыҡҡа тартылғандан, тѳрлѳ ҡул эштәрен үҙ итә.

Ә бына Тимер юл ауылында йәшәгән Ғәлин Хәмитйән бабайҙың тегенеү, бәй- ләүгә булған һәләте йәш саҡтан килә. Уны ауыр, етешһеҙ тормош етмеш тѳрлѳ һѳнәрҙе үҙләштереп, тормошҡа яраҡлашып йә- шәргә ѳйрәтә. Бар ғүмерен урман эше- нә арнаған Хәмитйән Байғунды улы данлы хеҙмәт юлы үткән. Уның Маҡтау ҡағыҙҙарының, Рәхмәт хаттарының иге- сиге юҡ, бер нисә тапҡыр Социалистик ярыш еңеүсеһе була, күп тапҡыр ял йорттарына юлламалар менән бүләкләнә. “Хеҙмәт ветераны” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булыуы ла уның алдынғы хеҙмәткәр икәнлеген күрһәтә. - Элек, магазиндарҙа кейем булмаған- лыҡтан ҡайһы бер әйберҙәрҙе теген машинаһында үҙем тегеп ала торғайным. Бѳгѳн магазиндарҙа кейемдең ниндәйе генә юҡ. Шуға ла күптәр ваҡыт әрәм итеп, машина артында ултырыуға ҡарағанда әҙерҙе һатып алыуҙы хуп күрә. Әле, пенсияла булғанлыҡтан, элекке шѳғѳлѳмә яңынан тотондом. Ҡорама ҡороп, тѳрлѳ ултырғыс ябыуҙары, түшәктәр тегәм. Үҙем йѳн сиратып, ойоҡ, бейәләй ҙә бәйләйем. Тик ойоҡ бәйләгәндә уның үксәһен генә икенсе кешенән бәйләтеп алам. Оҡшаған эш менән булышыу, яңғыҙлыҡ тойғоһон да баҫа, күңелде лә тынысландыра, кәйефте лә күтәрә, - ти хаҡлы ялдағы пенсионер Хәмитйән Ғәлин. Бѳгѳн 84 йәшлек Хәмитйән бабай бәхетле ҡартлыҡ кисерә, тик ул яңғыҙ йәшәүенә генә борсола. «Бергә йәшәргә риза ҡатын булһа, ҡартлыҡ кѳнѳн бергә-бергә үткәреүе лә күңеллерәк булыр ине», - ти ул. Был тәҡдимгә риза булыусылар 8 960 807 25 09, йәки 8 964 960 80 34 һанына шылтырата ала.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА. Автор фотоһы.
Оставить комментарий