Ауырлыҡтар кѳс ѳҫтәй

Мѳләйем йѳҙлѳ, яғымлы тауышлы, күҙҙәренән нур сәсеп торған был инәйҙе күреү менән һәр кемдең күңелендә йылы тәьҫорат ҡала. Тышҡы ҡиәфәте генә түгел, ә күңел донъяһы ла бай уның, тирә-яҡтағыларға асыҡ, изге, яҡты. Һәр атҡан таңға һѳйѳнѳп, кешеләргә, балаларына һаулыҡ теләп, изгелек ҡылып йәшәй Нәсимә Ибраһим ҡыҙы Сәйғәфәрова.

Нәсимә Ибраһим ҡыҙы 1938 йылдың 10 апрелендә Йѳйәк ауылында ғаиләлә ѳсѳнсѳ бала булып тыуа. Атаһын 1937 йылдың 10 октябрендә бер ғәйепһеҙгә ҡулға алалар. Уны алып киткәндән һуң алты ай үткәс, ул донъяға килгән.
Әсәһе бик егәрле, уңған ҡатын була. Ѳс ҡыҙын - Зәйтүнә, Зѳһрә, Нәсимәне үҫтерә, уҡыта.
Тормош ауырлыҡтарын күп күрә улар. “Атайығыҙ халыҡ дошманы, тип беҙгә “норма”, “паек” бирелмәне. Иң ҡыйыны бына шул булды. Йүкә япрағы, балтырған, кѳпшә, һарына, картуф, ашарға яраҡлы үләндәрҙе ҡаҙып ала торғайныҡ. Хоҙай биргән ризыҡ менән туҡландыҡ, шуға ла бирешмәгәнбеҙ инде”, - ти Нәсимә Ибраһим ҡыҙы.

Һуғыш бѳтә, яралы һалдаттар ҡайта башлай. Иптәш ҡыҙының да атаһы иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Нәсимә лә әсәһенән атаһын таптыра башлай. Шундай бер мәлдә тәҙрәнән һыңар аяҡлы һалдаттың килгәнен күреп ҡала. “Әсәйемде ныҡ ялҡытҡанмындыр инде, күрәһең. “Ана, атайың!” - тип әйтеүе булды, мин сыҡтым да йүгерҙем. Ул беҙҙең ауылдан һыңар аяғын ѳҙҙѳрѳп ҡайтҡан Таһир ағай булған. “Таһир атай”, - тип кѳн дә ѳйҙәренә барҙым. Уға шул тиклем эйәләштем. 1947 йылдың 2 ноябрендә үҙемдең атайым ҡайтып тѳшкәс, оҙаҡ ваҡыт үҙһенмәй, эйәләшә алмай бер булдым. Минең ѳсѳн ят кеше ине, аҙаҡ яйлап ѳйрәндем. Таһир ағайҙы ла байтаҡ ваҡыт “атай” тип әйтеүҙән туҡтаманым. Беҙ күргән ауырлыҡтар килмәһен инде”, - тип хәтер ебен һүтте Нәсимә инәй.

Атайҙары ҡайтҡас, ғаилә тағы ла тулылана. Нәсимә Ибраһим ҡыҙына Рауил ҡустыһын, Рәмилә һеңлеһен ҡарау бурысы ла ѳҫтәлә. Бер-бер артлы үҫеп етеп, тормош ҡора улар.
Һыу һѳлѳгѳндәй Нәсимәне ауылдашы Хәсән Хѳсәйен улы кәләш итеп ала. Улар тәүге кѳндән үк бер-береһен аңлап донъя кѳтә башлай. Ауылда тимер юлы асылғас, Нәсимә Ибраһим ҡыҙы шунда ашнаҡсы булып китә, аҙаҡ балалар баҡсаһында эшләй. Тормош иптәше урман хужалығында хеҙмәт юлы үтә.
Сәйғәфәровтар бынамын тигән ике ул һәм дүрт ҡыҙ үҫтерә. Балаларын етеш тормошта йәшәтеү ѳсѳн атай менән әсәй бар кѳстәрен һала. Уларҙың тырышлығы бушҡа китмәй, балалары тормошта үҙ урындарын табып, матур итеп йәшәй.
Ѳләсәй менән олатай ейән-ейәнсәрҙәренә терәк, үрнәк булып, балаларының изгелеген күреп, уларға ярҙам ҡулы һуҙып йәшәп ятҡанда аяуһыҙ тормош үҙенекен итә - ҡапыл ғына ауырып, ғаилә башлығы Хәсән Хѳсәйен улы гүр эйәһе була. Нәсимә инәй был ҡайғыны ауыр кисерә. Иренә арнап “Һағыш” исемле мѳнәжәт яҙа. Шул ваҡыттан алып ул тѳрлѳ темаларға арналған шиғырҙар, таҡмаҡтар, мѳнәжәттәр ижад итә башлай.
“Уҡытыусы булғым килә ине, уҡып булманы. Бары VII класты ғына тамамларға тура килде. Үҙ тормошомда белмәгән әйберҙәрем күп булды, һорап, эшләп ѳйрәндем”, - ти Нәсимә Ибраһим ҡыҙы.

Ауылда мәҙәниәт йорто асылғас та ул беренселәрҙән булып бѳтә сараларҙа ҡатнашып йѳрѳй. Ҡатын-ҡыҙҙар советында ла 11 йыл эшләй. Хатта Башҡортостан телевидениеһынан килеп “Ҡот ҡойоу” йолаһын тѳшѳргәндә, тѳп ролдәрҙең береһендә ҡатнашып, боронғо йоланы күрһәтә. Уҡытыусы һѳнәренә эйә була алмаһа ла, әлеге ваҡытта ауылыбыҙға иман нуры таратыусы ағинәй ул Нәсимә Ибраһим ҡыҙы.
Балаларға күҙ тейгәндә ѳшкѳртѳү, ҡот ҡойоу, исем ҡушыу, мейе ултыртыу ѳсѳн ауылдаштары Нәсимә инәйгә килә. Йәш әсәйҙәргә үҙенең белгәндәрен ѳйрәтә, кәңәш бирә.
Ауылдың ағинәйе зирәк, теремек, ил яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып тора, гәзит-журналдар алдырып уҡый. Уның ойоҡбаш, бейәләйҙәре балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең аяҡ-ҡулдарын йылыта. Тѳрлѳ ептәрҙән түшәместәр бәйләп, бала-сағаларына, туған-тыумасаларына бүләк итә. Һәр кешегә асыҡ йѳҙлѳ, ихтирамлы.
Балаларынан ҡәҙер-хѳрмәт күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Бик күп ауырлыҡтар, һынауҙар үтеп, бына ниндәй кәңәш бирә Нәсимә инәй: “Ҡыйынлыҡтарҙы түҙемлек, сабырлыҡ, рухи кѳс менән еңергә кәрәк”, - ти.
Күңеленә илһам килгәндә ул ҡулына ҡәләм ала һәм шиғыр яҙа. Уның шиғырҙар шәлкеменән ѳҙѳк тәҡдим итәбеҙ:
Инйәр һыуҡайҙары бик шәп аға,
Ҡайҙа шулай ашыға икән?
Кеше ғүмеркәйҙәре лә аҡҡан һыуҙарға тиң,
Туҡтатырға сара бармы икән?
Инйәр һыуҡайҙары бик шәп аға,
Күк атымды һыуҙар эсерәм.
Балаларым таралып бѳттѳ хәҙер,
Яңғыҙ башым ғүмер кисерәм.
Иртән тороп Хоҙайға бағам,
Теләйем изге теләктәремде.
Һәр бер атҡан таңға ҡарап
Һѳйләйем серҙәремде.
Матур тормош юлын үткән Нәсимә инәйгә киләсәктә лә балаларының изгелеген күреп, ҡыуанысын татып, ауылыбыҙға йәм, ҡот биреп, иҫән-һау йәшәргә яҙһын.
Айгѳл Закирова.
Йѳйәк.
Оставить комментарий