Афарин, Рим!

Ошо кѳндәрҙә Әзекәй ауылында йәшәгән Хѳснѳтдиновтар ғаиләһе Калининград ѳлкәһенән улдары Рим хеҙмәт иткән хәрби частан Рәхмәт хаты алып, оло шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе.

“Хѳрмәтле Рәүф Әнүәр улы һәм Зилә Ҡарағол ҡыҙы! Һеҙҙең улығыҙ Хѳснѳтдинов Рим Рәүф улы беҙҙең часта хеҙмәт иткән осоронда үҙен тик ыңғай яҡтан - намыҫлы һәм тәртипле итеп күрһәтте. Ул хәрби техниканы бик яҡшы үҙләштерҙе һәм уны еренә еткереп ҡуллана белеүе һәр саҡ хәрби әҙерлектә булыуын иҫбатлай. Хәрби уставты һәм ҡулланманы яҡшы белә. Уны ул үҙенең кѳндәлек хеҙмәтендә дѳрѳҫ ҡуллана. Белемен хеҙмәттәштәре менән ихлас уртаҡлаша. Быйылғы уҡыу һѳҙѳмтәләре буйынса улығыҙ Хѳснѳтдинов Рим Рәүф улы “яҡшы” билдәһенә баһаланды. Рим ярҙамсыл, инсафлы егет. Хеҙмәттәштәре араһында абруй, командирҙар алдында хѳрмәт яулап ѳлгѳрҙѳ.
Батальон командованиеһы улығыҙҙы әҙәпле, тоғро, эшһѳйәр һәм яуаплы итеп тәрбиәләгәнегеҙ ѳсѳн һеҙгә рәхмәт белдерә. Һеҙ улығыҙ менән ғорурланырға хаҡлыһығыҙ!

Часть командованиеһы һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләй.”- тип яҙған хәрби часть командиры подполковник А. Потапов.
Рим ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Ул бала саҡтан уҡ зирәк, тыйнаҡ, ярҙамсыл, егәрле булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, тѳҙѳүсе булыу хыялын тормошҡа ашырып, 2fkfys3 26-сы һѳнәрселек училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлауға армияға алына. Әйткәндәй, Римдең Калининград ѳлкәһендәге хәрби частҡа эләгеүе осраҡлы түгелдер, сѳнки Бѳйѳк Ватан һуғышында олатаһы Хѳснѳтдинов Әнүәр Шәйхетдин улы Калининградты азат итеүҙә ҡатнаша. 40 йылдан һуң уның улы, йәғни Римдең атаһы Хѳснѳтдинов Рәүф Әнүәр улы Калининград ѳлкәһенең Гусев ҡалаһында хеҙмәт итә. Ә бына хәҙер Рим! Ул ата-олаталарының хеҙмәт иткән ерендә үҙен һынатмай, ысын Ил һаҡсыһы итеп күрһәтеп, хәрби хеҙмәтен лайыҡлы үтәй. Афарин, Рим! Һиңә киләсәк тормошоңда ла тик уңыштар һәм бәхет юлдаш булһын.
Н. Шәрипова.
Оставить комментарий