Яҡшылыҡ нуры сәсә

Люциә Фәйзрахман ҡыҙы Нурмѳхәмәтова “Урал” гәзитенең даими авторҙарының береһе. Ул гәзит уҡыусыға яҡшылыҡҡа, изгелеккә, кешелеклеккә, намыҫҡа саҡырған тәрбиәүи мәҡәләләре, лайыҡлы тормош юлы үткән замандаштары һәм матур йәшәгән кешеләр тураһында яҙыусы булараҡ таныш.

Люциә Фәйзрахман ҡыҙы 1939 йылдың 24 мартында Асы ауылында тыуа. Бала сағы һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Шул осор кешеләре кисергән аслыҡ, яланғаслыҡты ул да үҙ иңендә татый. Тыуған ауылында VII класс уҡығандан һуң, Инйәрҙә урта мәктәпте тамамлай. Белемгә ынтылышы уны Белорет педагогия училищеһына алып килә. Ә инде ҡулына уҡытыусы дипломы алғас, һис икеләнеүһеҙ, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Тәүҙә ѳлкән кластарҙа биология, рус теленән белем бирә, аҙаҡ башланғыс кластарҙа башҡорт теленән уҡыта. Асыла ун бер йыл эшләп ҡала, тормош иптәше Хәкимйән Аллабирҙе улы Нурмѳхәмәтовты Белорет медицина училищеһына анатомиянан преподаватель итеп эшкә алыуҙары сәбәпле, уларҙың ғаиләһе ҡалаға күсә. Шулай итеп, 1971 йылда Люциә апай лицей-интернатҡа тәрбиәсе булып эшкә урынлаша.

Егерме йыл буйы тѳрлѳ ауылдарҙан килгән тѳрлѳ холоҡло балалар менән эшләүе еңел булмай, әммә ул хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙ һѳнәренә тоғро ҡала. Лицей-интернатта һәр кем тәрбиәсе булып эшләй алмай, сѳнки тѳп тәрбиә бурыстарынан тыш унда бихисап хужалыҡ мәшәҡәттәрен дә тартырға тура килә. “Үҙ балаларыбыҙға иғтибар ҙа ҡалмай торғайны”, - тип иҫләй ике бала әсәһе булған Люциә Фәйзрахман ҡыҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та лицей-интернат менән бәйләнеште ѳҙмәй ул: асыҡ дәрестәрҙә ҡатнаша, тѳрлѳ байрам сараларына, осрашыуҙарға саҡыралар.

Бѳгѳнгѳ кѳндә Люциә апай дин юлына баҫҡан, биш намаҙҙы ла ҡалдырмай. Изге йѳрәкле ҡатын һәр саҡ илгә - тыныслыҡ, кешеләргә - изгелек, һаулыҡ, иман байлығы теләп тора. “Кешегә яҡшылыҡ эшләһәң, ул үҙеңә унлата ҡайта”, - ти Люциә апай. Шуға ла уның мәҡәләләренән дә һәр саҡ йылылыҡ, изгелек бѳркѳлә. Тормош юлы еңелдән булмаһа ла, ул бер ваҡытта ла зарланып ултырмай, йыр-моң һәм доғалар менән күңелен йыуата. Люциә апай: “Тормоштан ҡәнәғәт ҡала белергә кәрәк”, - тип яҡындарын да сабыр булырға саҡыра.
Ошо кѳндәрҙә хеҙмәт ветераны Люциә Фәйзрахман ҡыҙы 75 йәшен ҡаршылай. Беҙ ҙә уға һаулыҡ, оҙон ғүмер, юлында һәр саҡ изгелектәр осрап тороуын теләйбеҙ.
Р. Мусина.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий