Хыялдарын тормошҡа ашырып...

Халҡыбыҙҙың киләсәге хаҡында борсолған, йәшәйешебеҙҙе һәр яҡлап йәмлерәк итергә тырышҡан арҙаҡлы һәм абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ байтаҡ. Бары бәләкәйҙән күңеленә һалынған әхлаҡи камиллығы, намыҫы, милли үҙаңы булған шәхес кенә ысынбарлығында тыуған иленең һәм халҡының яҙмышы өсөн янып йәшәй, эшендә юғары үрҙәргә өлгәшә, уңыш яулай алалыр. Һѳйләйәсәк геройым Сара Яҡуб ҡыҙы Солтанова үҙенең эше, йәшәйеше, изге ниәттәре менән ошо хәҡиҡәтте тулыһынса иҫбат итә. Халҡыбыҙға хас төплө аҡыл, эшлеклелек, ихласлыҡ, иплелек тә бар үҙендә.

Сара Солтанова Ботай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Атаһы Яҡуб Исҡаҡ улы Ҡотлобаев ғүмер буйы Ботай мәктәбендә рус теленән уҡыта. Әсәһе Рәмзилә Ғәбдинур ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләгәндән һуң, почтаға күсә. Шунда эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡотлобаевтар 5 балаға ғүмер бүләк итеп, бѳтәһен дә Ватанының лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләүгә ѳлгәшә.
Сара ғаиләлә иң олоһо булһа ла, бик иркә, шуҡ бала булып үҫә. Атаһы менән әсәһе кѳнѳ буйы эштә булғас, күберәге ѳләсәй әкиәттәрен тыңлап, уның тәрбиәһендә үҫә балалар. Шуғалырмы, Сара бала саҡтан ололарса аҡыллы фекер йѳрѳткән, булмышы менән тыйнаҡ, инсафлы була.

Мәктәптә лә укыуҙан да, спорттан да үҙен һынатмай. Йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
“Йылдар төпкөлөндә ҡалған иң бәхетле, иң матур мәлдәремә – хыялдарға бай сағыма әйләнеп ҡайтһам, тәгәрәп уйнап үҫкән хәтфә үләнле тыуған ерем, класташтарым, әхирәттәрем иҫкә тѳшә. Ысынлап та, элекке заман балалары ябай, эскерһеҙ, бер ҡатлы булғанбыҙ. Хоккей ҡумтаһы эшләп, шайба урынына тиҙәкте уйната инек, уның башҡа килеп һуғылған саҡтары ла булды,” - тип йылмайҙы, бала сағын иҫләп, Сара Яҡуб ҡыҙы.

Сара бала саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыяллана, әммә мәктәпте тамамлауға атаһы уға инженерға уҡырға кәңәш итә. Ата-әсә һүҙенән сыҡмаған ҡыҙ Белореттың металлургия техникумына уҡырға инә һәм уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Унан юллама буйынса Магнитогорск тау-металлургия институтының металлургия факультетына уҡырға инә.

«Йәшлегемдең иң сағыу, иң күңелле сағы булып хәтерҙә ҡалған студент йылдары. Стройотрядта, экскурсияларҙа һәм көҙөн колхоздарға ярҙамлашырға йөрөгән ваҡыттарҙы һағынып, иҫкә алырға ғына ҡалды. Уҡыуҙан, эштән тыш культуралы ял итергә лә өлгөрә торғайныҡ. «Төҙөүселәр» мәҙәниәт һарайына концерттарға, киске уйындарға йөрөнөк», - тип хәтирәләргә бирелде Сара Яҡуб ҡыҙы.
Юғары уҡыу йортон тамамлап ҡайтыуға уны уҡытыусыһы Зифа Мирсәйет ҡыҙы Кәримова Белорет металлургия техникумына эшкә саҡыра. Ѳлкән лаборант булып хеҙмәт юлын башлаған Сара Яҡуб ҡыҙы тырышлыҡ аша юл ярып, преподаватель, унан уҡыу үҙәгенең мѳдире булып китә. Ул үҙен хеҙмәттә лә, тормошта ла тик ѳлгѳлѳ яҡтан күрһәтеп, әллә күпме уңыштарға ѳлгәшә. Лайыҡлы хеҙмәте ѳсѳн алған бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт һүҙҙәре һәм шулар иҫәбендә Рәсәйҙең мәғариф грамотаһы Сара Яҡуб ҡыҙының кѳслѳ шәхес булыуын, юғары эш һѳҙѳмтәһен иҫбатлай. Юҡҡа ғына Сара Яҡуб ҡыҙын йыл һайын имтихандарҙы ҡабул итеү комиссияһы секретары итеп тәғәйенләмәйҙәр.
Ул эшендә абруйлы педагог булһа, тормошта уңған ҡатын һәм ѳлгѳлѳ әсә лә. Сара Солтанова институтты тамамлағас, иң яҡын әхирәтенең ағаһы Фәнис Ғарифулла улы Солтановҡа кейәүгә сыға. Уларҙың танышыу һәм ҡауышыу тарихы ла үҙенсәлекле. Сара техникумда уҡыған саҡта әхирәте Эльмираның тыуған яғы - Учалыға ҡунаҡҡа бара. Шунда беренсе тапҡыр Фәнисте осрата. Ҡыҙ егеткә артыҡ иғтибар итмәһә лә, Фәнис шул саҡта уҡ бѳҙрә сәсле сибәркәйгә ғашиҡ була. Тик егеттең хис-тойғоларын белдерергә ҡыйыулығы етмәй. Бер нисә йылдан яҙмыш ике йәш йөрәкте тағы осраштыра. Был юлы инде әхирәтенең туйында бергә була улар. Фәнис ҡыҙға һөйөүен белдерә һәм оҙаҡҡа һуҙмай тәҡдим яһай. Йәштәр өйләнешеп, матур итеп йәшәп алып китә.
Тормош иптәше Фәнис Ғәрифулла улы баҫалҡы, тәрән аҡыллы, сабыр кеше булып сыға.

Хыялдарын тормошҡа ашырып...«Ғаиләлә бер эште лә бер-беребеҙ менән кәңәшләшмәйенсә, уртаҡ фекергә килмәйенсә башҡармайбыҙ. Ул миңә, мин уға хөрмәт һәм ышаныс менән ҡарайбыҙ. Үҙенең итәғәтле, алсаҡ булыуы менән туғандарым араһында ла абруйлы», - тип хәләл ефете менән ғорурланып алды Сара Яҡуб ҡыҙы.
Ярҙамсыл, хәстәрлекле Солтановтар ғаиләһе туғандары ѳсѳн ѳҙѳлѳп тора. Уларҙың шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да берҙәй уртаҡлашып, туғанлыҡ ептәрен нығытып, яҡындары ѳсѳн таяныс һәм йыуаныс булып йәшәйҙәр. Сара Яҡуб ҡыҙының әсәһе ауырып китеп түшәккә ятҡас, уны ѳйѳнә алып ҡайтып ҡарай. Үҙенә йән, ғүмер бүләк иткән ҡәҙерлеһен һуңғы һулышына тиклем, сабый кеүек итеп тәрбиәләй. Эйе, Сара Яҡуб ҡыҙы менән Фәнис Ғарифулла улы күңелдәренә һеңгән, рухи асылдары менән йәшәй. Уларҙың күңел байлығы, кешелек сифаттары тап яҡындарына, туғандарына ҡарата мѳнәсәбәттәрендә сағыла ла инде.

Татыу ғаилә бер бала тәрбиәләп үҫтерә. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигән кеүек, улдары Данис та үҙен һынатмай. Ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһын көмөш миҙалға тамамлап, Өфө нефть университетына уҡырға инә. Тырыш, зирәк егет архитектор һөнәрен үҙләштереп, баш ҡаланың “Башҡорт Промстройпроект”та хеҙмәт юлын башлай. Бала саҡтағы хыялына өлгәшкән егет бөгөнгө көндә яратҡан эшенә күңел һалып, намыҫ менән башҡара.
Эйе, был донъяла камиллыҡтың сиге юҡ. Мәҡәләмдең геройы – Сара Яҡуб ҡыҙының тормош һәм хеҙмәт юлын байҡап сыҡҡандан һуң, был фекеремде тағы нығытам, сөнки ғүмер буйы эҙләнеү, үҫеш юлында булғандар ғына маҡсатына ирешә был тормошта. Сара Солтанова нәҡ шундайҙарҙан. Ул бөгөнгө көндә ҡаланың металлургия колледжында студенттарға документтарҙы өйрәнеү буйынса менеджмент һәм маркетинг предметтарын алып бара. Уҡыусылары талапсан мөғәллимәгә оло ихтирам менән ҡарай. Ә хеҙмәттәштәре араһында үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ абруй ҡаҙанған.
Заман менән бергә зауыҡ та үҙгәрә, үҫә. Сара Яҡуб ҡыҙы күңел тыныслығын һаҡлау, буй-һынын формала тотоу ниәтендә йога менән дә шөғөлләнә башлай. Ә инде тормош мәшәҡәттәренән арып киткән ваҡыттарында ул тыуған ауылына ҡайтып, саф һауаһын һулап, шифалы һыуын эсеп, туған-тыумасаларын күреп йән сихәте ала. Әйткәндәй, Сара Солтанова сәйәхәт итергә ярата икән. Форсаты сыҡҡан һайын Рәсәйҙең тарихҡа бай ҡалалары буйлап экскурсияға сыға. Тынғылыҡ белмәгән, ихлас мөғәллимә һәр көндән мәғәнә табып, донъялағы тыныс тормошҡа ҡыуанып, киләсәккә яңынан-яңы пландар ҡороп, ҙур маҡсаттар менән йәшәй.

Ошо кѳндәрҙә Сара Яҡуб ҡыҙы 50 йәшлен билдәләй. Күркәм юбилейы уңайынан ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, тормошонда шатлыҡ-ҡыуаныстар, еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар, ғаилә татыулығы, ап-аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Күңелегеҙ һәр ваҡыт тыныс, донъяларығыҙ түңәрәк, ҡулдарығыҙ бәрәкәтле, бәхетегеҙ тулы булһын! Улығыҙҙың ҡыуаныстарын күреп, тормошоғоҙҙан йәм һәм мәғәнә табып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә!
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий