Батырлыҡ яуҙа ғына һыналмай икән 2-12-2013, 14:24 / Үрнәк

Батырлыҡ яуҙа ғына һыналмай икән

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Сәлиә Ғәлләм ҡыҙы Мәзитова тыуған ҡалаһы Белоретҡа йыш ҡайта. Сираттағы килгәнендәге мажаранан тот та боевик тѳшѳр. Хас кинолағыса: енәйәтсе, уны баҫтырыу, полиция, «тиҙ ярҙам»... Тѳп ролдә, әлбиттә, 79 йәшлек пенсионер, эпизодик ролдәрҙе башҡарыусылары ла етерлек. Оло йәштәге инәйҙең ҡанға батҡан йѳҙѳ, һынған бармаҡтары... Нишләһен, 5 мең һум аҡса бер ҙә юҡҡа күктән яумай, уның ѳсѳн әллә күпме кѳс түгергә, кѳрәшергә кәрәк. Бер әҙәмгә бүләк итеп булмай ҙа инде....
Афарин, Рим! 11-11-2013, 11:18 / Үрнәк

Афарин, Рим!

Ошо кѳндәрҙә Әзекәй ауылында йәшәгән Хѳснѳтдиновтар ғаиләһе Калининград ѳлкәһенән улдары Рим хеҙмәт иткән хәрби частан Рәхмәт хаты алып, оло шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе....
Ауырлыҡтар кѳс ѳҫтәй 1-11-2013, 11:55 / Үрнәк

Ауырлыҡтар кѳс ѳҫтәй

Мѳләйем йѳҙлѳ, яғымлы тауышлы, күҙҙәренән нур сәсеп торған был инәйҙе күреү менән һәр кемдең күңелендә йылы тәьҫорат ҡала. Тышҡы ҡиәфәте генә түгел, ә күңел донъяһы ла бай уның, тирә-яҡтағыларға асыҡ, изге, яҡты. Һәр атҡан таңға һѳйѳнѳп, кешеләргә, балаларына һаулыҡ теләп, изгелек ҡылып йәшәй Нәсимә Ибраһим ҡыҙы Сәйғәфәрова....
Сәскә күңелле Фариза апай 19-08-2013, 14:05 / Үрнәк

Сәскә күңелле Фариза апай

Тәбиғәт яратҡан, мѳғжизәгә ғашиҡ булып, уның һәр бер сәскәһен, гѳлѳн наҙлап, ҡәҙерләп үҫтергән заттарға һоҡланып та, хайран ҡалып та ҡарайбыҙ. Аҙнағолда йәшәүсе Фариза Ҡорбанғәле ҡыҙы Нәбиуллина ла йыл һайын күҙ яуын алырҙай матур баҡса үҫтереп, тырышлығы, уңғанлығы менән йәштәргә үрнәк күрһәтә....
Донъя ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында 7-03-2013, 14:53 / Үрнәк

Донъя ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында

Хәҙерге заманда күп балалы әсә ваҡытын ғаиләне тәрбиәләүгә бирә, ә карьера төҙөүгә уның мөмкинлеге ҡалмай, тигән фекер йәшәй. Әммә Уҫманғәле ауылының күп балалы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән, үҙе лә өс ул тәрбиәләүсе полиция майоры Гөлдәр Хәйризаманова бының менән килешеп бөтмәй. Изге күңелле, ярҙамсыл, әммә шул уҡ ваҡытта талапсан, ваҡытын дөрөҫ итеп бүлә белә, тиҙәр уның хаҡында бергә эшләгән коллегалары. Тәүге һөнәре буйынса филолог булараҡ, ул хеҙмәт юлын Бәләбәй, Белорет педагогия училищеларында уҡытыусы булып башлай. 2001 йылда тормош иптәшенең кәңәшен тотоп, Белорет ҡалаһы һәм...
Уңған Хәлиҙә еңгәбеҙ 7-03-2013, 14:48 / Үрнәк

Уңған Хәлиҙә еңгәбеҙ

Бѳгѳн бѳтәбеҙ ѳсѳн дә ҡәҙерле, хѳрмәтле булған ауылдашыбыҙ Хәлиҙә Муллахмәт ҡыҙы Ғәббәсова яҙмышы тураһында һѳйләмәксемен. Хәлиҙә Муллахмәт ҡыҙының атаһы Бѳйѳк Октябрь Революцияһына тиклем Ғафури районына килеп сыға. Бында ул Еҙем-Ҡаран ауылы ҡыҙы Маһираны осрата һәм йәштәр ҡауыша. Улар Архангел районы Тирәкле ауылына тѳпләнә. Муллахмәт менән Маһира бик егәрле булалар. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Тырышлыҡтары менән мул тормошта йәшәй башлайҙар. Баҡсасылыҡ менән ныҡлап булышып, емеш-еләк үҫтереп кѳн күрәләр. Етеш тормошта йәшәгән ғаилә 1930 йылда репрессияға эләгә, 1933 йылда Инйәр...
Стюардесса  Нургѳл 7-03-2013, 14:44 / Үрнәк

Стюардесса Нургѳл

Себер яҡтарына осасаҡ самолетҡа пассажирҙар инә башлай. Уларҙы һомғол кәүҙәле, күҙҙәре, алһыуланып торған, йѳҙѳ эске бер йылылыҡ бѳркѳлгән стюардесса ҡаршы ала. Был рейста күбеһенсә Себергә вахтаға эшкә китеүселәр. Урта йәштәрҙәге ике ирҙең һѳйләшкәне ҡолағына салынып ҡала:...
Ватан һаҡсылары 4-03-2013, 14:51 / Үрнәк

Ватан һаҡсылары

“Урал” гәзитендә Афғанстанда хеҙмәт иткән йѳйәктәр тураһында уҡып, асыларҙы ла яҙырға булдым. Беҙҙең Асы ауылынан да бик күп йәштәр ошо һуғыштарҙа ҡатнашты, баштарын һалғандар ҙа булды....
Класташым Харис - фән докторы 25-02-2013, 14:32 / Үрнәк

Класташым Харис - фән докторы

Беҙ X-XI класты Инйәр урта мәктәбендә уҡып белем алдыҡ. Класташтарым араһында Мѳлѳков Харис Яҡуп улы ла бар ине....
Йѳйәктәр Афғанда ла һынатманы 22-02-2013, 14:51 / Яңылыҡтар, Үрнәк

Йѳйәктәр Афғанда ла һынатманы

Тып-тыныс тормошта йәшәп ятҡан ерҙән бер кемгә кәрәкмәгән мәғәнәһеҙ һуғышҡа барып ингән йәп-йәш кенә егеттәрҙең ҡаны менән һуғарылған Афғанстан ере. “Афған”, тиһәң, һыҙлай яралар, “Афған”, тиһәң, әрней йѳрәктәр”, тип әйтергә була был ваҡиғаларҙы иҫләп. Афғандағы һуғышта ҡатнашҡандарҙың хәле элекке һуғыштарҙа ҡатнашҡандарҙыҡынан күпкә ауырыраҡ булды, сѳнки Бѳйѳк Ватан һуғышында һәр һалдат ни ѳсѳн, кем ѳсѳн ҡан ҡойғанын, артта Тыуған ил торғанлығын арҡаһы менән тойоп, йѳрәге менән аңлап һуғышҡа инде. Ә афғандар ѳсѳн был һуғыштың маҡсаты билдәһеҙ ине....