Бәхет  серен  белә  әсәйем 5-02-2013, 15:47 / Үрнәк

Бәхет серен белә әсәйем

Бәхет. Биш хәрефтән генә торған был һүҙ бик күп мәғәнәле. Һәр кем уның серен аса алмай. Нисәмә кеше шунса фекер, тигәндәй, бәхет тѳшѳнсәһен дә һәр кем үҙенсә аңлай һәм йәшәйешен шуға ҡарап ҡора. Ябай кешенең бер эше уңһа ла, ул үҙен ифрат бәхетле тоя. Ә бәғзе берәүҙәр тауҙай алтын йыйнап, бер туҡтауһыҙ мал артынан ҡыуып, кеҫәһе кѳндән-кѳн ҡалынайһа ғына бәхетлемен тип һанай үҙен....
Данлыҡлы металлург 21-01-2013, 16:46 / Үрнәк

Данлыҡлы металлург

Кемдер эшенән, кемдер ғаиләһенән, кемдер яратҡан шѳғѳлѳнән ләззәт табып йәшәй был донъяла. Ә бына һәр яҡлап та бәхетле булғандарҙы беҙ Хоҙай Тәғәлә тарафынан «ҡурсауға» алынған кеше кеүек ҡабул итәбеҙ. Ә бит бының сере ябай - ныҡышмаллыҡ, алға ынтылыш, һәр саҡ маҡсат менән йәшәү. Олпат юбилейын - 85 йәшен билдәләгән данлыҡлы металлург Мәһәҙей Бәҙәмша улы Ғәлимшинды тап ошо сифаттары бәхетле ғүмер үрҙәренә алып килә лә инде....
Ҡар бѳртѳгѳ лә, бешкән сейә лә ул... 21-01-2013, 16:24 / Үрнәк

Ҡар бѳртѳгѳ лә, бешкән сейә лә ул...

Мамыҡтан ғына бәйләнгән бейәләй ѳҫтѳнә ҡунған ҡарҙарҙың һәр бѳртѳгѳ айырым-асыҡ күренә. Ҡарағыҙсы, күрегеҙсе беҙҙең семәрҙәрҙе, һырҙарҙы, тип әйтә кеүек ҡар бѳртѳктәре йымылдашып-йылмайышып. Ысын әле ул, һәр ҡар бѳртѳгѳндә нәзәкәтлекәй, наҙлыҡай ғына һырҙар һәм шул уҡ ваҡытта ниндәй аныҡ бѳтѳнлѳк, тѳҙѳк геометрик фигуралар! Аҡыл, фекерләү, матурлыҡ кеүек сифаттарҙың бергә ҡушылыуы шундай камиллыҡты тәшкил итә, күрәһең....
Оҙаҡ йәшә, ауылдаш! 21-01-2013, 09:59 / Үрнәк

Оҙаҡ йәшә, ауылдаш!

80 йәшен билдәләгән Сибәрбикә Абдулла ҡыҙы Ғафарова Архангел районы Тирәкле ауылында тыуып үҫә, бѳгѳнгѳ кѳндә Тимер юл ауылында донъя кѳтә. Тирәклелә башланғыс класты тамамлаған ҡыҙҙың ата-әсәһе Маныштыға күсеп ҡайтҡас, Сибәрбикә Инйәр мәктәбенә уҡырға бара. Бында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Тимер юл ауылына килеп эшкә урынлаша. 22 йыл буйына тимер юлында тѳрлѳ эштәрҙә йѳрѳй, 3 йыл тѳҙѳлѳштә штукатурлаусы-биҙәүсе булып та эшләп ала. Һәйбәт эшләгән ѳсѳн Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бихисап. Уңған ҡатын бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙы менән кейәүе һәр ваҡыт килеп, хәл-әхүәлен...
Эшсән бәхете - эштә 18-01-2013, 16:05 / Үрнәк

Эшсән бәхете - эштә

Йәмле Белорет районы Бирҙеғол ауылында тыуып үҫкән Ғәйшә бәләкәйҙән хеҙмәт тәмен татырға ѳйрәнә. Улар ғаиләһендә эшһѳйәрҙәр тәрбиәләнә. Әле баҡса тултырып картуф, кәбеҫтә үҫтерәләр, әле һәр тѳрлѳ йәшелсәләргә текә һуҡмаҡ буйлап кѳйәнтәләп һыу ташыйҙар, әле бейә, кәзә ҡымыҙы мәшәҡәттәре менән булалар, әле тирләп-бешеп бесән әҙерләйҙәр, ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк, бәшмәктән ризыҡтар ѳлгѳртәләр. Атаһының ҡурай моңонан әҫәрләнгән ҡыҙ ғүмере буйына кешеләрҙә тик матурлыҡ сифаттары ғына күрә, үҙе лә ѳҙҙѳрѳп мандолина ҡылдарын сиртә....
ЙЫЛ уңғандары 28-12-2012, 11:52 / Үрнәк

ЙЫЛ уңғандары

Муниципаль район хакимиәтенең быйылғы йылдың һуңғы аҙналыҡ кәңәшмәһендә 2012 йылда башҡарылған эштәргә һѳҙѳмтә яһалды, иң мѳһим сараларҙы иҫкә алып, унда ҡатнашҡан һәм ҡаланың, райондың иҡтисади, мәҙәни, социаль ѳлкәләренә үҙ ѳлѳшѳн индереүселәргә Почет грамоталары тапшырылды, ҡотлау һүҙҙәре әйтелде....
Күңелгә оҡшаған шѳғѳл 11-12-2012, 15:00 / Үрнәк

Күңелгә оҡшаған шѳғѳл

Республика кимәлендә үткән «Дармарка» акцияһы ҡаланың үҙәк китапханаһында ла бер нисә тапҡыр ойошторолдо. Наил Таштимер улы Хәйҙәровтың ҡалай һауыттарҙан эшләгән ваза, сувенирҙары «Дармарка»ла ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте....
Бәхетте үҙе яулай 28-11-2012, 14:22 / Үрнәк

Бәхетте үҙе яулай

ҠЫҪҠА ҒҮМЕРЛЕ БАЛА САҠ Тауҙар ҡуйынында иҙрәп кенә ятҡан Айыс ауылында тыуған Камилә Сәмситдин ҡыҙы Рәхмәтуллинаның балалыҡ йылдары бик ҡыҫҡа була - 13 йәшендә әсәһе, 15 йәшендә атаһы мәрхүм булып ҡала. Бына шулай Маһира Мырҙағәле ҡыҙы менән Сәмситдин Камалитдин улы Дауытовтар бәлиғ булмаған 6 баланы етем ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсәләр. Хәсирә, Мәүсилә, Камилә, Айса, Мѳхәмәт, Ғәлим тормош менән бик иртә күҙгә-күҙ ҡараша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мѳхәмәт менән Ғәлим был яҡты донъянан иртә китә. Бѳгѳнгѳ кѳндә Хәсирә менән Айса Межгорьела, Мәүсилә Егәҙелә. Ә беҙҙең геройыбыҙ - үҙенең 60 йәшен...
Ил данын арттырыр шәхестәр бәхетле ғаиләлә тәрбиәләнә 12-10-2012, 17:03 / Үрнәк

Ил данын арттырыр шәхестәр бәхетле ғаиләлә тәрбиәләнә

Һәр сәғәтенең, минутының ҡәҙерен белгән, уны дѳрѳҫ файҙаланған егәрле, сәмле кешеләр була. Нәҡ бына ошондай ғаиләләрҙә киләсәктә ил данын арттырырҙай, уның ҡеүәтен күтәрерҙәй балалар тәрбиәләнә, ата-әсәнең көндәлек тәртибе, йәшәү рәүеше бала күңеленә һеңдерелә. Ошо хаҡта фекер йөрөткәндә Белорет ҡалаһында йәшәүсе, биш бала тәрбиәләп, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, эшлекле һәм егәрле Махияновтар ғаиләһен хаҡлы рәүештә бына шундайҙар рәтенә индерергә була. Айҙар Әнғәм улы Махиянов, көрәшсе булараҡ, район халҡына яҡшы таныш. Шуға күрә һабантуй һарығының йыл да уға эләгеүенә лә ...