Һәр йән эйәһе йәшәүгә хоҡуҡлы

Тыуған ауылымды ҡалдырып, ғаиләм менән Белоретҡа күсеп килгәнгә ун йыл ваҡыт үтте. Ә ҡасандыр ауылда булған ошо хәл бер ҙә генә иҫтән сыҡмай.
Сәйфулла ҒАЙСИНДЫҢ һѳйләгәндәренән.

90-сы йылдарҙың бер йәйендә ҡайындарға ҡорт төштө. Төнөн сығып тың-лаһаң, шул бөжәктәрҙең ҡыштыр-ҡыштыр япраҡ ашап, зифа ҡайындарҙы нисек һәләк иткәне ишетелеп торҙо. Ағастарға ҡырғын булып төшкән ҡоротҡостар арҡаһында Әбйәлил районының Аһылай ауы-лындағы Ямангир тауы яп-яланғас булып ҡалды. Беҙҙең ҡапҡа эсендә лә матур булып ҡайын ағасы үҫә ине. Шул ағасты ҡорттарҙан һаҡлайым тигән уй менән, урманға барып, иләүҙән бер биҙрә ҡырмыҫҡа тултырып, ҡайын төбөнә килтереп ауҙарҙым. Минеңсә, улар ағасҡа үрмәләп менә лә ҡоротҡос бөжәктәрҙе ашап бөтөрә, йәнәһе. Бер ике-өс көндән ҡайын төбөнә килеп ҡараһам, үҙ күҙемә ышанманым. Ағас төбөндә иләүҙән килгән бер генә сыбыҡ та, бер генә ҡырмыҫҡа ла тороп ҡалмаған. Баҡтиһәң, минең ҡайынымды дауаларға те-йеш булған ҡырмыҫҡалар кире урманға күсенеп киткән. Иләү менән өй араһы яҡынса 150 метр самаһы. Шул саҡта егәрле бөжәктәргә әллә күпме мәшәҡәт өҫтәүемә күңелдә үкенеү ҙә, уңайһыҙланыу ҙа тыуҙы. Кешегә генә түгел, беҙ күҙгә лә элмәгән бөжәктәргә тиклем тыуған еренең ни тиклем ғәзиз икәненә ишара ла ине был.
Бѳгѳн тәбиғәттең яҡын дуҫтары булған урмансылар, мәктәп уҡыусылары егәрле ҡырмыҫҡаларҙы тѳрлѳсә ҡурсаларға, һаҡларға тырыша. Тѳрлѳ ҡыр хайуандарынан, малдан аралау ѳсѳн иләүҙәрҙе кәртәләп ҡуя, сүп-сарҙан таҙарта.
Үкенескә күрә, аҡтың ҡараһы булған кеүек, яман уйлы әҙәмдәр ҙә күп шул эргәбеҙҙә. Нәҡ шундайҙар бер зыянһыҙ, үҙ кѳндәрен үҙе күреп йәшәгән ҡырмыҫҡаларҙы ла рәнйетеү юлдарын таба. Тѳрлѳ ҡалаларҙан килгән туристар-ҙан тыш, ергә, тәбиғәткә нығыраҡ берегергә тейеш булған ауыл кешеләренең иләүҙәрҙе туҙҙырып, улар ѳҫтѳнә ҡыҙған тимер, башҡа сүп-сар ѳйѳмѳ ырғытып китеүе бигерәк тә ҡыҙғаныс күренеш. Ә бит Ҡөрьәндең Ән-нәмл сүрәһендә ҡырмыҫҡалар тураһында ла телгә алына. Унда Сөләймән пәйғәмбәргә ҡырмыҫҡаларҙың һәм ҡош-тарҙың телдәрен аңлау ғилеме бирелеүе тураһында бәйән ителгән.
һыу аҫтында ла йәшәү өсөн көрәш бара
Аҡ балыҡ (пелядь) ни бары 4 йыл ғына йәшәй. Дүртенсе йылында ыуылдырыҡ һала ла үлә. Ыуылдырыҡтарҙы йыртҡыс балыҡтар, мә-ҫәлән, алабуға ашап бө-төрә. Шуға күрә хәҙер аҡ балыҡтарҙы махсус быуаларҙа үрсетеп һыуға ебәрәләр. Сазандарҙың (карп) йылға ситенә килеп һалған ыуылдырыҡтары 3 көндән һуң үләндән ысҡынып, ҡуҙғалып китһә, аҡ балыҡтың ыуылдырығы иһә 6 ай буйы бер урында ята.
Ҙур суртан эләктереүенә кем генә ҡыуанмай икән. Ә бына ошо балыҡтарҙың бер килограмға артыр өсөн 8 килограмм балыҡ ашарға тейеш булыуын барыһы ла белеп бөтмәйҙер. Суртандар 3 мм. диаметр ҙурлыҡтағы 1 млн.-ға тиклем ыуылдырыҡ сәсә ала. Ыуылдырыҡтар бер аҙ йәбешкәк була. 2-3 кѳндән йәбешкәклек бѳтә. Әйткәндәй, суртан балығы һурпаһы хәлһеҙ кешеләр ѳсѳн бик файҙалы.
Күп кенә балыҡтар таҙа һыу сығанағын ярата. Улар ҙа, башҡа йән эйәләренә оҡшап, йылыға тартыла. Шуға күрә яҙ етеп, көндәр йылына башлағас, балыҡтар яр ситенә яҡыная.
Ҡайһы тирәлә балыҡ күп булыуын яр ситенән генә ҡарап тороп та белеп була. Мәҫәлән, ғәҙәти ҡыр ѳйрәктәренең бер тѳрѳ балыҡтарҙы күл буйлап баҫтырып алып йөрөй. Ѳйрәктәрҙең баҫтырышып йѳрѳүенә ҡарап, балыҡлы урынды ла яҡшы самаларға була. Талдарға ҡунып, балыҡ аңдыған ала ҡарғаларға ҡарап, күпләп сабаҡ тоторға мѳмкин. Сабаҡтар ыуылдырыҡтарын күп осраҡта яр ситенә, һай ергә сығып һала. Ә ала ҡарғаларға шул ғына кәрәк. Һыу ѳҫтѳнән арҡаһы күренеп йѳрѳгән балыҡтарҙы тотоп алыу уға бер ни тормай. Ыуылдырыҡ сәскән осорҙа ѳйѳрѳ менән йѳрѳгән суртандарҙы күпләп тотоу ѳсѳн браконьерҙар тѳрлѳ тыйылған ысулдар ҡуллана.
Нескә билдәр тураһында
Ҡырмыҫҡалар (лат. Formi­cidae) - бөжәк ғаиләһе, яры ҡанатлыларҙан. Улар күсле бөжәктәр, 3 кастаһы бар: инә, ата һәм эшсе ҡырмыҫҡалар. Инә, ата ҡырмыҫҡалар - ҡанатлы, эшселәре - ҡанатһыҙ. Мыйыҡтары бөгөлөүсән, инә һәм эшселәрҙең мыйығы 11-12 быуынтыҡлы, аталарҙыҡы 12-13, ә ҡайһы берҙәренеке 4, 6 йәки 10 быуынтыҡлы. Мыйығының төп быуынтығы (скапус) ғәҙәттә башҡаларынан оҙонораҡ була. Мирмицин, понерин һәм башҡа ҡайһы бер тѳр ҡырмыҫҡаларҙың ярайһы үҫешкән ҡаяуы ла бар.
Ҡырмыҫҡалар тупраҡҡа, ағас араһына, таш аҫтына һ.б. ерҙәргә оя ҡороп, күс менән йәшәй. Ҡайһы берҙәре күс ояһын үҫемлек ҡалдыҡтарынан ҡора. Араларында әрәмтамаҡ төрҙәре лә бар, улар башҡа ояларға баҫып инә, “ҡол биләүсе”ләр ояларында башҡа төр ҡырмыҫҡаларҙы ҡол итеп тота. Ҡайһы берҙәре кеше йәшәгән йорттарға ла оялай. Бәғзеләре зарарлы бөжәктәрҙең һанын көйләүҙә ярҙамсы булһа, башҡалары үҙҙәре ҡоротҡос булып тора.
Ғәҙәттә үҫемлек һуты менән, үлән бете кеүектәрҙе, ҡарышлауыҡтарҙы һурып туҡланалар. Орлоҡ (ураҡсы), бәшмәк ашаған (япраҡ ҡырҡҡыс) ҡырмыҫҡа төрҙәре бар.
Нескә билдәр Антарктиданан һәм бик йыраҡта урынлашҡан утрауҙарҙан башҡа һәр ерҙә йәшәй. Ер өҫтөндә йәшәгән хайуандар биомассаһының 10-25 % - тын тәшкил итәләр. Улар күс менән йәшәүҙәре, күсеп йөрөй алыуҙары һәм тәбиғәттәге төрлө ресурстарҙы файҙалана алыуҙары арҡаһында шулай ишле була.
Донъяла ҡырмыҫҡаның 12 000 төрө бар, күпселеге тропиктарҙа үрсей. Элекке СССР илдәрендә 300-ләп төрө осрай.
Ҡырмыҫҡаларҙы өйрәнеүсе фән мирмекология тип атала. Бөжәктәрҙең күбеһе өсөн тауыштың әһәмиәте юҡ. Мәҫәлән, ҡырмыҫҡалар асылда һаңғырау була. Әммә бөтә бөжәктәр ҙә улай түгел. Саранча ҡорһағы менән тыңлай. Көндөҙгө күбәләктәрҙә «ҡолаҡ» алғы ҡанат төбөндә, төнгөләрендә күкрәк менән ҡорһаҡ араһында урынлашҡан. Ә сиңерткәләр аяҡ менән тыңларға яйлашҡан, имеш.
Уйлай китһәң, һәр тере йән эйәһе йәшәү өсөн көрәшә, уларҙың һәр береһе йәшәүгә, үрсеүгә, үҙ тоҡомон ҡалдырыуға хоҡуҡлы. Ә инде тәбиғәтте, ундағы тере йән эйәләрен һаҡлау һәм ҡурсалау мотлаҡ беҙҙең бурысыбыҙ. Шуға күрә йәшәгән мѳхитебеҙгә саҡ ҡына булһа ла һаҡсылыраҡ булһаҡ ине.
Битте Э. МѲХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.
Оставить комментарий