Бәшмәк кенә тимәгеҙ...

Бәшмәк яратмаған кеше юҡтыр. Тәмле лә, файҙалы ла. Тик бәшмәк тураһында күбебеҙ белмәй торған ҡайһы бер факттарға туҡталып үтәйек.
Беҙҙең яҡтарҙа киң таралған, барыбыҙ ҙа таныған баллы бәшмәкте (опята) бик тәмле ҡабымлыҡ тип кенә беләбеҙ. Ә ысынында... Урман ѳсѳн бик ҡурҡыныс икән ул. Ныҡ үрсеп, ағастарҙың тамырҙарын ҡорота. Баллы бәшмәктең үҫешен тотҡарлаусы башҡа бәшмәктәрҙе үрсетеп кенә ҡотолоп була икән.
БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?
● Бәшмәк ҡан тамырҙарына холестерин ултырыуға ҡама-саулай.
● Стенокардияны һәм йѳрәк ауырыуҙарын еңеләйтеү ѳсѳн аҡ бәшмәк ашарға кәңәш ителә.
● Әтәс бәшмәге (лисичка) - зарарлы бактерияларҙы юҡҡа сығарыу үҙенсәлегенә эйә булған тәбиғи поливитамин.
● Шампиньондар имму-нитетты нығыта, шәкәр диабеты сиренән дауа.
● Нарат (рыжик) бәшмәге туберкулезға “аяҡ сала”.
● Майлы бәшмәктә һәм әтәс бәшмәгендә күреү һәләтен яҡшыртыусы матдәләр бар.
● Вешенка юғары ҡан ба-ҫымын тѳшѳрә, нервы һәм иммун системаһына ыңғай йоғонто яһай, организмды ҡартайыуҙан һаҡлай.
БӘШМӘКТӘН ИКРА
2 кг бешкән бәшмәк, 3 баш һуған, 3 кишер, 2 стакан үҫемлек майы, 3 лавр япрағы, 10 бѳртѳклѳ ҡара борос, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы 9 процентлы һеркә.
Икра ѳсѳн бәшмәктең һәр тѳрѳ лә бара. Бәшмәктәрҙе таҙартып йыуғас, үҙегеҙ теләгәнсә турап, тоҙло һыуҙа 10-15 минут ҡайнатып алырға. Дуршлагка һалып сайып, һарҡҡас, ит үткәргес аша үткәрергә. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турарға, кишерҙе таҙалап йыуып, ҡырғыс аша ҡырырға. Һуғанды, кишерҙе ҡыҙҙырғас, бәшмәктәрҙе ѳҫтәп, тәменсә тоҙ һәм ҡалған майҙы, лавр япрағы һалып, яҡшылап болғатып, сәғәт ярым, ике сәғәт быҡтырырға. Иң һуңынан аш һеркәһе ѳҫтәргә. Әҙер икраны стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябырға.
АҠ БӘШМӘК ТОҘЛАУ
1 кг аҡ бәшмәк, бер укроп башағы, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, 2 аш ҡалағы тоҙ, 10 бѳртѳклѳ ҡара борос, 10 ҡарағат япрағы.
Тоҙло һыу ҡайнатып, йыуылған таҙа бәшмәктәрҙе шуға һалып, ҡайнатып алырға.
Стерилләнгән банка тѳбѳнә әҙерәк тоҙ, 2 бѳртѳк борос, укроп башағы, ҡарағат япрағы һалғас, ѳҫтѳнә бәшмәк һалырға, бәшмәк ѳҫтѳнә тағы ҡарағат япрағы, борос, тоҙ һибеп, йәнә бәшмәк һалабыҙ. Шулай банка тулғансы ҡатлап, тығыҙлап тултырабыҙ. Һуңынан теге бәшмәк ҡайнатҡан һыуҙы ѳҫтѳнә һалабыҙ. Ҡышҡы ҡабымлыҡ әҙер! Снять квартиру в Уфе на сутки.
Оставить комментарий