Кѳләмәстәр

Бер ир дуҫынан:
- Башыңды бәйләп ҡуйғанһың нимә булды?
- Оса торған тәрилкәгә бәрелдем.
- Ҡайҙа-а-а???
- Әллә ҡайҙа түгел, үҙ ѳйѳмдә.

***
Бер эскән ир кѳн һайын айнытҡысҡа барып эләгә. Шунан был бер ярты ала ла, ѳйҙә, одеял аҫтында ғына һемерергә була.
Әммә иртән айнытҡыста уянғас аптырап:
- Нисек була инде, мин бит ѳйҙә одеял бѳркәнеп кенә эскәйнем.
- Бына һине одеял ябынып араҡы алырға китеп барғанда эләктерҙем дә инде,- ти полиция.
***
- Иртәгә миңә бурысҡа 50 һум аҡса биреп тора алмаҫһыңмы?
- Ә ниңә иртәгә ѳсѳн бѳгѳн һорайһың?
- Сѳнки аҡса һорағанда һин гел генә, ниңә кисә килмәнең, тиһең.
***
- Һѳйѳклѳм, миңә матур бер һүҙ әйт әле.
- Һал, әйҙә!..
***
Бер бабай үлем түшәгендә ята. Табип уны:
- Пульсығыҙ һәйбәт, йѳрәк-бауырығыҙ ҙа насар түгел, температурағыҙ тѳшкән, - тип йыуата.
- Бик шатмын, - ти ауырыу. - Аллаға шѳкѳр, һау килеш үләм икән.
Оставить комментарий