Мин ышанам таңдарға

Күпме таңдар һѳйѳп уяттылар,
Тѳндәр булып ғашиҡ иттеләр.
Айҙар, йылдар бер-бер артлы
Ҡайып-ҡайып һырҙар һалдылар.

Ҡушымта:
Кеше бәхетенән кѳнләшмәйем,
Кеше ҡайғыһынан кѳлмәйем.
Кѳҙѳн сәскә атҡан ағас күрһәм,
Яҙ килгән тип шаулап йѳрѳмәйем.

Таңдарҙың да тѳнгә әйләнгәнен
Ваҡыт та бит инде аңларға.
Тик һаман да бала саҡтағылай
Мин ышанам әле таңдарға.

Ҡуш. шул уҡ.

Йѳрәк йырҙарымды дауам итеп,
Таң нурына тѳрѳп таратам.
Мин бит, яҡташ, серҙәш, моңдаштарым,
Ихлас һѳйѳү менән яратам.

Ҡуш. шул уҡ.
Оставить комментарий