УЙЫНДАР

Ҙур ҡағыҙ битенә танауһыҙ Ҡыш бабай һүрәтен эшләргә. Пластилиндан айырым танау яһарға. Балалар күҙҙәре бәйләнгән килеш танауҙы урынына ҡуйырға тейеш. Һәр кемгә лә был уйын оҡшарға тейеш.

ҠАР ЯУА
Һәр кемгә ҡар бѳртѳгѳ - мамыҡ киҫәге таратып бирелә. Сигнал буйынса уны ѳҫкә ташларға ла аҫтан ѳрә башларға. Кем мамыҡ киҫәген тиҙерәк һәм күберәк тота, шул- еңеүсе.

ҺИНДӘ НИНДӘЙ ТЕЛӘК?
Тѳҫлѳ ҡағыҙҙан эшләнгән мини-лотереяға теләктәр яҙырға ла, уны спираль рәүештә бѳкләп, теш таҙарта торған ағас таяҡсаларға урап, тортҡа, емеш-еләккә ҡыҫтырып ҡуйырға. Кемгә ниндәй теләк эләгә, шул уны ҡысҡырып уҡый.
Оставить комментарий