Йәшерен серем донъяға таратам...

1. Ғашиҡтар һѳйѳү тойғоһон
нисек белдерә?
А. Ҡараштары менән.
Б. Иркәләү-наҙлау аша.
В. Үбешеп.

2. Яратҡан егетең нимәһе менән йѳрәгеңде яуланы?
А. Тауышы менән.
Б. Тәртибе менән.
В. Үҙ-үҙен ышаныслы тотоуы менән.

3. Романтик осрашыуҙар ѳсѳн ниндәй урынды иң ҡулайлы тип иҫәпләйһең?
А. Кафе террассаһы.
Б. Диңгеҙ яры буйы.
В. Дискотека.

4. Һинеңсә, ҡыҙҙар егеттәрҙе нимәһе менән ҡарата?
А. Һѳйкѳмлѳлѳгѳ.
Б. Энергияһы.
В. Буй-һыны.

5. Һин егетең менән араларҙы ѳҙѳргә уйлайһың. Быны уға нисегерәк белдерәһең?
А. Хатҡа яҙып ебәрәһең.
Б. “Яйлап барыһын да үҙе аңлар әле” тип уйлаһың.
В. Уның менән асыҡтан-асыҡ һѳйләшәһең.

6. Оҡшаған егеткә башлап хистәреңде белдерер инеңме?
А. Юҡ.
Б.Эйе, әгәр ҙә ул ҡыйыуһыҙ булһа.
В. Ә ниңә белгертмәҫкә?

7. Әгәр һин ғашиҡ булған егет һѳйѳүеңде кире ҡаҡһа?
А. Һиңә бик ауыр буласаҡ.
Б. “Уның менән тик дуҫтарса мѳнәсәбәттә булдым”, - тип үҙеңде тынысландырырға тырышаһың.
В. “Бының ѳсѳн уға үкенергә тура килмәгәйе” - тип эстән янайһың.

8. Егеттәрҙә иң оҡшамаған һыҙат?
А.Тиҙ тоҡаныусанлыҡ.
Б. Насар кәйеф.
В. Самаһыҙ ҡыйыуһыҙлыҡ.

9. Ғашиҡ булған осраҡта һин һиндәй булаһың?
А. Барыһы ла әүәлгесә ҡала.
Б. Һѳйкѳмлѳрәк булып китәм.
В. Ул бер генә минутҡа ла уйымдан сыҡмай.

А - 0 мәрәй, Б - 5, В -10.

30-ҙан кәм булһа: әрһеҙлек һиңә бѳтѳнләй хас тугел. Һәр осраҡта ла йыйнаҡ һәм ипле булыуҙы ѳҫтѳн күрәһең. Һин уның күңеленә яйлап, һиҙҙермәй генә юл һалыу яғындаһың. Егеттәр менән үҙең араһында ниндәйҙер арауыҡта ҡала беләһең, әйтерһең дә, улар һине әҙ ҡыҙыҡһындыра. Әммә ҡайһы саҡта тәүәккәллек тә кәрәк икәнде онотоп ебәрмә.

30-60: иң тәүҙә егет менән дуҫлашыу яғын ҡарайһың. Ҡалған яғын күҙ күрер, йәнәһе. Үҙеңде уның менән тәбиғи, ябай тотаһың. Уның янында күберәк йылмай, егеттәргә шат күңелле ҡыҙҙар нығыраҡ оҡшай.

60-тан күберәк: ғашиҡ булһаң, үҙ-үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәйһең. Күңелеңдә ҡайнаған хис-тойғоларың һиңә бер минутҡа ла тынғы бирмәй. Гел генә оҡшаған егет янында булырға тырышаһың. Хисле, үҙ, яҡын итеп һѳйләшеүҙән ул да тыныслығын юғалта. Әммә сама тигәнде лә онотоп ебәрмә. Юғиһә, үҙеңдән биҙҙереүең ихтимал.
Оставить комментарий