Тиҙ тоҙланған ҡыяр

Был ысул менән тоҙлау бик ҡулайлы. 8-10 см ҙурлыҡтағы ҡыярҙарҙы һалҡын һыу менән йыуып, баштарын аҙ ғына киҫәләр. Эмаль кәстрүл йәки ҙур быяла банканы эҫе һыуҙа яҡшылап йыуғас, тѳбѳнә ҡара ҡарағат япрағы, укроп һәм мейестә ҡыҙҙырып алынған арыш икмәге телемдәре һалына. Ѳҫтѳнә 2-3 рәт ҡыяр теҙгәс, йәнә ҡыяр, лавр, керән япраҡтары (керәндең тамырын да таҙартып, турап һалырға була), һарымһаҡ һалалар ҙа тағы ҡыяр теҙәләр. Һауыт тулғансы шулай эшләнә.

Ҡыяр йомшармаһын ѳсѳн имән япрағы ѳҫтәйҙәр.
Һауыт тулғас, тоҙлоҡ әҙерләп һалалар ҙа ѳҫтѳнә таҙа сепрәк ябып, таҡта ҡапҡас ҡаплап, ауыр нәмә менән баҫтыралар.
Тоҙлоҡ йылы булһа, ҡыяр тиҙерәк тоҙлана.
Тоҙлоҡ 1 л һыуға 50 г тоҙ иҫәбенән ҡайнатыла.
Оставить комментарий