Серле машина

Һѳйѳнсѳ! Ғәли һалдаттан ҡайтты. Егеттең әрменән ҡайтҡанын белеп, ауыл халҡы ғәҙәттәгесә һалдатты ҡотлап, күрешергә йыйылды. Ғәлинең машина менән ҡайтҡанын күреп, күҙҙәре дүрт булды. «Москвич», «Жигули»ҙан башҡа машина күрмәгән халыҡ «ах- ух» итте. Тѳрлѳ шыш-быш ишетелеп ҡала.
- Шул тиклем ерҙән был машинаны нисек алып ҡайтты икән?
- Ул шофер булып хеҙмәт иткән, генералды йѳрѳткән!
Шундай һүҙҙәр таралды. Тик машина ғына ѳнһѳҙ ултыра бирҙе. Һѳйләшә белһә, дѳрѳҫѳн әйтер, халыҡты ыҙалатмаҫ ине. Бигерәк тә Ғәлинең атаһы Фәтих ҡарт әллә шатлыҡтан, әллә тулҡынланыуҙан телһеҙ ҡалған. Күршеләренә сәй эсергә әйтергә лә онотҡан. Йѳҙѳндә ҡурҡыу сатҡылары ла сағылып ҡалғандай. Аптырарлыҡ шул. Был бит башҡа һыймаған хәл. Шундай бола ваҡытта күрше-тирәләр юҡ аҡсаһын бар итеп, хеҙмәттәге улдарына итек, обмундирование алырға аҡса һала, ә уның Ғәлиһе
машинала ҡайтып тѳштѳ...
Фәтих ҡарт улынан нисек итеп бер тин аҡсаһыҙ машина алып ҡайтыуын тѳпсѳнѳп һорашмаҡсы
булғайны, малайы:
- Атай, һин армияла хеҙмәт итмәгәнһең бит, һѳйләһәм, аңламаҫһың. Был хәрби сер. Иҫән-һау ҡайтҡаныма шатлан, - тип кенә ебәрҙе.
Фәтих ҡартты бер һорау ныҡ борсоно. Был малай кемгә оҡшаған һуң? Заттарында ҡыйыу кешеләр юҡ таһа. Бер кис йоҡларға ятҡас, ҡатынынан ҡыймай ғына һораны:
- Беҙҙең малай кемгә оҡшаған икән ул?
- Мин Ғәлине йѳрѳп тапҡан - тип уйлайһыңмы? Йѳрѳп тапҡан хәлдә лә һин уны үҙеңә оҡшатып тәрбиәләнең бит. Үҙеңде ҡасан саф, таҙа кешегә һанай башланың әле? Һинең дә уғрылыҡ эштәрең әҙ булманы. «Ҡара эт бәләһе аҡ эткә тѳшә» тигәндәй, һинең этлегең арҡаһында күпме кеше янды. Ҡар аҫтына ут тѳртѳүсе, һанап китәйемме? Фәтихтың асыуы килеп ҡа-тынының күҙ тѳбѳнә ултыртҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡатыны ҡысҡырғанға, һуҡмыш малайҙар йоҡонан тороп, аталарын арыу ғына «тәрбиәләп» алдылар. Фә-тих, үҙенең һорауына дѳрѳҫ яуап алып, малайҙарының ысынлап та үҙенә оҡшағанлыҡтарына ышанып, тынысланып йоҡлап китте.
Был машина ысынлап та ауыл халҡына яу килтерҙе. Халыҡтың тыныслығы юғалды. Ғәли ҡай-ҙалыр машинаның глушителен тѳшѳрѳп ҡалдырған. Глушителһеҙ машина немецтарҙың пикелағы «юнкерс»тарының тауышын сы-ғарып, ауылдың бер осонан икенсе осона осоп йѳрѳнѳ. Атай менән әсәй йортона ялыу менән килеүселәр һаны ла күбәйҙе. Миңә лә әбей-һәбейҙәр килеп:
- Улым, һин дәрәжәле кеше, һѳйләшеп ҡара, - тинеләр.
Мин дә үҙемсә әбейҙәрҙе тынысландырып:
- Машинаһы ватылғас туҡтар. Ярай бәхетегеҙҙән генерал аҡыл-лы булған, танк биреп ҡайтар-маған, - тип йыуатҡан булам.
Ғәли ҡайтҡан кѳндән ауылда ла бер аҙ үҙгәрештәр булып алды. Ауыл урамында быжҡылдаған үрҙәктәр, кѳтѳү-кѳтѳү ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙар ҙа күренмәй башланы. Тѳнѳн йоҡо бирмәй лауылдашҡан эттәр ҙә тынып ҡалды. Ул эттәре лә бик үрсене, һәр бер йортта, иң ярлыһында ла кәм тигәндә ѳс эт бит. Ғәйбәтсе бисәләр ҙә ѳйҙән сыҡмауҙы ѳҫтѳн күрҙе. Һүҙҙәре лә тик Ғәли тураһында барғас, һѳйләй-һѳйләй үҙ ғәйбәттәренән ялҡтылар. Ғәли хеҙмәттән иҫән-һау ҡайтыуын «йыуып», малайҙарҙы машинаһына ултыртып, һый-мағандарын машина башына тейәп, типтереп йәшәүен дауам итте. Һәр нәмәнең сиге була. Фәтих ҡарт та йонсоно. Әбейе менән һѳйләшеп, Ғәлигә кәләш эҙләй башланылар. Кәләш әйттерҙеләр. Гѳрләтеп туй үткәрҙеләр. Фәтих ҡарт үҙенең ѳйѳн йәштәргә ҡалдырып, икенсе ауылда йорт алып, улынан алыҫыраҡ йәшәй башланы.
Ғәлинең баллы айы башланып, ауылда тыныслыҡ урынлашты. Кистәрен серәкәй безләгән тауыштар ҙа бик яғымлы ише-телгәндәй булды. Дауыл алдынан була торған тынлыҡ… Баллы ай үтеп тә бѳтмәне, шикелле, Ғәли машинаһында тағы сабауыллай башланы. Шулай ҙа элекке кеүек бик иркенләй алманы. Ҡатыны башта юғалып ҡалды. Егеттең ҡылығына бик тиҙ тѳшѳндѳ лә ҡатындарға булған хас тактикаға күсте. Тәмле-татлы ғына ашап үҫкән Ғәлигә ашарына ҡатҡан икмәк менән һыуҙан башҡа ризыҡ ҡуйманы. Был ғына ла ярҙам итмәгәс, Ғәлинең машинаһына ултырып йѳрѳй башланы. Йәнәһе, Ғәлине ҡарауыллап, күҙ уңынан ысҡындырмай. Машинала ҡатыны йѳрѳй башлағас, Ғәли ѳйгә ҡайтмай башланы. Йәш ҡатын бирешмәне, бер кѳн Ғәлине аулап ҡапҡанға эләктерҙе. Ярһыған ҡатын балта менән машинаны сапҡылап, тѳҙәткеһеҙ итеп ҡуйҙы. Атай-әсәләрен дә тәрбиәүи эшкә егеп, Ғәлине ауыҙлыҡлап алдылар. Хәҙер Ғәлинең ике малайы үҫә. Был малайҙар кемгә оҡшар, Хоҙай үҙе генә белә. Машина йәшлек йылдарының тарихы булып, ябыу аҫтында ҡаплаулы тора. Беҙҙе ҡапсыҡта оҙаҡ һаҡлап булмай. Кем белә, бәлки, был сәйер машинаның сере бер ваҡыт сиселер.
Ҡадир ЯУМБАЕВ
Оставить комментарий