КӘЗӘ менән ҠУЙҘЫҢ талашҡаны, аҙаҡ дуҫлашып ярашҡаны

Ҙ у р ялан кәртә. У н д а -бында бесән һалынған утлыҡтар тора. Кәзә, һарыҡ бәрәстәре һикерешеп уйнай. Һыйыр, башмаҡтар ҡояшта ҡыҙына. Ситтәрәк, айырым бер урында, күк ат күренә. Хәлле, маллы хужалар йәшәгәнлеге күренеп тора. Шул саҡ ҡый-сый китте. Ике бәрәс төрткөләшә башланы. Бесән ашап торған инәләре баш ҡалҡытып ҡараны ла, һөҙөшөп маташҡан бәрәстәре эргәһенә килде.
- Бә-ә-ә, инәй, мине кәзә бәрәсе һыйҙырмай, - тине һарыҡ бәрәсе илап. - Мин бында тиҙҙән хужа буласаҡмын, ти.
- Ба-а-а, шулай тиме? - Инә һарыҡ тыҡ-тыҡ баҫып бәрәсе янына килеп баҫты.
- Мә-ә-ә! Кәзә йылы килә. Кәзә ялан кәртәһе батшаһы - хужаһы була.
- Юҡты мәэлдәмә! Ялан кәртәгә Күк Юрға хужа! - тине Һарыҡ асыуланып.
Аҡ Кәзә шым ғына тыңлап тора ине. Ошондай талаш барыбер килеп сығыр ул, тип уйлап та ҡуйғайны. Ана, ауыл уртаһындағы майҙанда ла үҙенең һынын боҙҙан яһап ултыртып ҡуйғандар. Хужабикәләре Сәрбиямал да бер көн үҙен һауғанда: «И-и, йыл хужабикәһе бит һин», - тип һөйөп алды. Ап-аҡ ҡына ла булғас, бигерәк яраталар шул үҙен.
- Улай ярһыма, - тине Аҡ Кәзә. - Һеҙ ҙә талашмағыҙ юҡҡа, һөҙөшөп, ҡатып та етмәгән мөгөҙөгөҙҙө һындырып ҡуйырһығыҙ. Күк Юрға ишетеп ҡалһа, асыуланыр.
- Ба-а-а, ҡайһылай аҡылланып киткән. Кәзәлегеңде күрһәтерһең әле. Аҡ Кәзәнең Һарыҡҡа асыуы килде лә китте.
- Һин дә шул аңра һарыҡ инде.
- Кәзәләнмә, кәзә тәкәһе кеүек ни.
Шулайтып, Кәзә менән Һарыҡ талашты ла китте. Бәрәстәр ҡурҡышып ҡасып бөттө. Иреш мөгөҙләшеүгә тиклем барып етте. Икәүләшеп ялан кәртә буйлап көрәшә башланылар. Әлдә генә Ҡоба Һыйыр килә һалып етеп араланы тегеләрҙе.
- Етер һеҙгә! Мин хужа ла мин хужа, имеш. Әле беҙгә Күк Юрға хужа, белдегеҙме? Ишетеп, күреп ҡалһа, Шыршы байрамы үткәрмәҫ, шунан белерһегеҙ кем хужа икәнен. - Ҡоба Һыйыр оҙон ҡойроғо
менән һелтәнеп, тегеләрҙе ҡаҡҡылап- һуҡҡылап алды. - Киттек йыл хужаһына, ул аңлатыр. Бөтә һарыҡ-кәзә, һыйыр, башмаҡтар, хатта шунда сүпләнеп йөрөгән ҡош-ҡорт та эйәрҙе быларға. Бер яҡ ситтә, айырым кәртәлә, Күк Юрға һоло ашап тора. Шундай матур итеп ашай, ҡарап тороуҙары күңелле. Үҙе матур. Килеүселәргә иғтибар ҙа итмәгән кеүек, яй ғына, матур, тәртиплем ашауын белә. Күрегеҙ, фәһем алығыҙ, юғиһә, ҡабалан-ҡарһалан һоғонаһығыҙ, тиеүелер, ахырыһы. Шунан башын ҡалҡытып, алдында күмәкләшеп ҡарап торғандарҙы күреп, ихахайлап көлөп ебәрҙе.
- Иһа-һай, ни ғәләмәт! Байрам бөгөн түгел дәһә, - тине.
Ҡоба Һыйыр әйтә ҡуйҙы:
- Беҙ һиңә кәңәшкә, бәхәскә нөктә ҡуйҙырыр өсөн килдек.
- Яа- яа! Һөйләгеҙ!
Һарыҡ һүҙ башланы:
- Минең кешеләргә файҙам нығыраҡ.
Йөнөмдән быйма баҫалар, ойоҡ-бейәләй бәйләйҙәр, итем тәмле, файҙалы. Сәрбиямал кейеҙен дә баҫа, юрғанын да һырый. Әйүп хужам йылы тунда йөрөй, - тип теҙеп алып китте Һарыҡ. - Мин йылдың төп хужаһы булырға тейеш.
- Минең дә файҙам һинекенән кәм түгел, һөтөмдән Сәрбиямал бына тигән ҡымыҙ бешә. Ана, күрше ҡатын бәпесенә эсерергә ала көн дә. Сәрбиямалдың башында ап-аҡ мамыҡ шәл, ейәндәрендә мамыҡ бейәләй, йылы кофталар, итем дә һарыҡтыҡынан ҡалышмай. Минең дә йыл хужаһы булырға хаҡым бар.
- Бына ниҙә икән талаш, сеүегеҙ, ғауғалашмағыҙ, әле минең йылым бөтмәгән. Шыршы байрамын үткәрәһем, йылға йомғаҡ яһайһым бар.
- Күк Юрға йылды йырлап-бейеп кенә үткәрҙе, - тине Ҡоба Һыйыр.
- Кәзә менән Һарыҡ гәзит-журнал, китап уҡып, осрашыуҙарҙа йөрөп тик ятырҙар микән? Ҡойроҡтарын да күрмәҫһегеҙ, - тине аяҡ аҫтарынан килеп сыҡҡан Әтәс.
- Ҡойошҡанға ҡыҫылып торма әле, - тип Һарыҡ тыҡ баҫты.
- Әтәс йылы ла килер. Йомортҡамды алтынға тиңләрмен, - тип Әтәс һайғауға осоп ҡунды.
- Үҙең һалғандай булып ни йо- мортҡаңды…
- Ха-ха-ха!
- Файҙа, тигәндән. Һеҙ икегеҙ ҙә файҙалы мал. Уйлап ҡарағыҙ, Аждаһа менән Йыландың ниндәй файҙаһы бар, шулай ҙа йыл хужаһы булалар бит. Йылға икегеҙ ҙә хужа. Ҡытайҙар Кәзә, япондар Ҡуй ти икән, барыбер. Икегеҙ бергәләшеп тәртип булдырырһығыҙ, бөтә ҡураға, малға үрнәк булырһығыҙ. Һөҙөшөп, кәзәләнеп йөрөүегеҙҙе тыйығыҙ. Хужалар икегеҙҙе лә ярата. Мин хушлашыу байрамын иртәгә үткәрәм. Әлегә, ана, Шыршыны биҙәгеҙ. Шыршы төбөнә бүләктәремде үҙем һалырмын. Аңлашылдымы?
- Аңлашылды, - тиеште мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Шунан хужаларҙың ҙур өйө эргәһендә үҫеп ултырған шыршыны күмәкләшеп биҙәргә тотондолар. Уларҙың эше бөткәс, Күк Юрға байрам Шыршыһы төбөнә бәрәстәргә йәм-йәшел, хуш еҫле бесән, эре малға тоҙ, эттәргә һөйәк, ҡош-ҡортҡа ем, кәзәләргә кәбеҫтә, кимерергә йыла, башҡа кәрәк-яраҡ һалып әҙерләп ҡуйҙы. Шыршы байрамына хужалар ҙа ейән-ейәнсәрҙәре менән килде. Сәрбиямал апай аҡ мамыҡ шәлен иңенә һалған, һәр ҡайһыһы йылы
быйма, ойоҡ-бейәләй кейгән. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт, эт-бесәйҙәр шулай матур итеп Шыршы байрамында күңел асты. Аҡ Кәзә менән Һарыҡ ҡосаҡлашып бейене, бәрәстәр шатланышып сәпәкәй итте, һәр береһе Күк Юрғанан бүләктәр алып һөйөндө.
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.
Оставить комментарий