Зѳлфирәнең шиғри күңеле

Ѳйѳңдә нимә булғанын белгең килһә, күршеңдән һора, тиҙәр. Мин дә Зѳлфирә Сѳләймәнованы
Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгәнсе ысын шағирә итеп белмәй инем. Байтаҡ йылдар хәбәрсе булып эшләп йѳрѳгән "Урал" гәзитендә шиғырҙарын баҫтырып, үҙенең кем икәнлеген танытыу ѳсѳн ҡыйыулығы етмәнеме, әллә баҫалҡылығы ҡамасауланымы? Нисек кенә булмаһын, гәзит уҡыусылар ебәргән шиғырҙарҙы эшкәртеп, баҫтырыу менән генә шѳғѳлләндеме, йә бушаманымы икән?

Гүзәллеген йыр юлдарына үҙе һалған Еҙем буйында тыуып үҫкән ул. Ә минең бала сағым, уның ауылына исем биргән Толпар йылғаһының һыуын эсеп, тау ашаһында ғына ятҡан Һуйыр ауылында үтте. Тѳрлѳ йылдарҙа булһа ла, бер үк мәктәптә уҡығанбыҙ, етмәһә. Бәлки, шуғалыр ҙа Зѳлфирәнең беренсе шиғырынан уҡ күңелемә ятышлы йылы һулыш бѳркѳлѳүен тойҙом. Был тойғо, яңы ғына Учалы яҙыусылар ойошмаһы ярҙамы менән баҫылған "Күңелем моңдары" исемле ҙур булмаған шиғырҙар йыйынтығын ҡулыма алып уҡығас, тағы ла кѳсәйҙе. Ысындан да, уның шиғыр юлдарына һалынған күңел моңо ҡолағымда сыңлап, күңел торошо ла тѳҫмѳрләнгәндәй булды. Китаптың беренсе бите Бѳйѳк Ватан һуғышында фашистик Германияны Еңеүҙең 70 йыллығына арналған "Еңеү менән, дуҫтар!" шиғыры менән:

Ҙур шатлыҡтан быйыл ярылырҙар
Ағас-ҡыуаҡтарҙың бѳрѳһѳ.
Еңеү кѳнѳнә тип ҡалҡып сығыр
Сәскәләрҙең аллы-гѳллѳһѳ,
тип асылһа ла,
Бѳйѳк Еңеү - изге аманатты
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ! -
тип тамамлана.

Артабан йыйынтыҡ ярайһы күләмле "Туй күлдәге" тигән элегия менән дауам итә. Элегия, ҡәһәрле һуғыш арҡаһында туй күлдәге лә кейеп ѳлгѳрмәй тол ҡалған бәхетһеҙ ҡыҙҙарҙың шиғыр юлдарына һалынған аһ-зары булып яңғырай. Һуғыш тигән ҡайғы-хәсрәт, аслыҡ-яланғаслыҡ, бәхетһеҙлек килтереүсе, кешене һѳйѳү-һѳйѳлѳүҙән мәхрүм ҡылыусы афәттән иҫкәртеп:
... Элек, хәҙер һәм киләсәк
Кейеләсәк туй күлдәген
Йыйһаң әгәр, булыр ине
Тегергә лә Ер күлдәген -
Ерем ѳсѳн туй күлдәген! - тип, кейелмәгән туй күлдәктәренең хаҡына ишара менән тамамлана. Артабан китаптың "Йәшнәп йәшәр сағыбыҙ" тигән бүлеге шағирҙар ѳсѳн мәңге асылып бѳтмәҫ әсәлек темаһын яҡтыртҡан "Рәхмәт, әсәй!" менән башлана:

Әсәй, әсәй - минең яҡты донъям,
Ғүмер буйы балҡыр ҡояшым.
Һинең менән ерҙә таяулымын,
Рухым ныҡлы, сая ҡарашым.
Әсәй, әсәй, һинең менән бары
Был донъяла йәшнәп йәшәйем.
Тормош үрҙәренә артыламын,
Түбәнлектәренә тѳшмәйем.
Рәхмәт, әсәй, рәхмәт барыһына,
Йѳрәгеңде бүләк иткәнгә.
Балам-бәғерем, бауыр итем, тиеп,
Сабыр ғына юлың үткәнгә.
Әсәйҙәргә рәхмәт йырын йырлап,
Ғүмер юлдарын беҙ үтәйек.
Был донъяла әсәйҙәрсә йәшәп,
Әсәйҙәрсә унан китәйек.

Мәңге асылып бѳтмәҫ ҡәйнә-килен мѳнәсәбәтен ҡатмарлаштырмай, уларҙы юмор менән генә яраштырыуға ѳлгәшкән шиғыр юлдарын да осратабыҙ йыйынтыҡта:
Беҙ икебеҙ бер яҙмыштан,
Икебеҙ ҙә бит - ылаҡ.
Бер ҡараһаң -таш кеүекбеҙ,
Бер ҡараһаң - беҙ илаҡ.
Кәзәмѳгѳҙ булғанғамы,
Күп күрелде мѳгѳҙѳн.
Әммә һис тә бирешмәйбеҙ,
Тѳшмәйбеҙ ҙә бѳгѳлѳп.
Һәйбәт йылды үҙ иткәнбеҙ,
Икебеҙ ҙә беҙ - сусҡа.
Эстәге бер сүп-сарҙы ла
Сығармайбыҙ беҙ тышҡа.
Беҙҙе донъяға килтергән
Рәхмәт яуһын был ҡышҡа.
Әйҙә, күҙҙәре ҡамашһын
Икебеҙҙең балҡышҡа.

Янартау кеүек ҡайнап торған мѳхәббәт темаһын әлегә бер шағирҙың да урап үтә алғаны булмағандыр. Зѳлфирә лә "Мѳхәббәтле ғүмер" шиғырында ике ҡулын баш осона сѳйѳп:
Үткем килмәй ғүмер юлын
Ерҙән генә шыуышып.
Осаһым килә күктәрҙә
Елдәр менән ҡыуышып.
Эй, Хоҙайым, ғүмер биргәс,
Бир һѳйѳү ҡанаттарын.
Мин әҙермен кисерергә
Мѳхәббәт ғазаптарын.
Тик күрһәтмә, зинһар ѳсѳн,

Яңғыҙлыҡ аҙаптарын, - тип ялбарһа, икенсе бер шиғырында уға түбәндәгесә яуап бирә:
Кѳҙгѳ ямғыр булһаң да һин,
Асырмын ишектәрҙе.
Мине бит ямғырҙар түгел,
Яңғыҙлыҡ күшектерҙе.

Тағы бер шиғырында мѳхәббәттең сафлығы китеү тураһында түбәндәгесә оран һала:
Заманаһы әллә ниндәй, -
Һѳйѳүгә килде ҡытлыҡ.
Был донъяны алға әйҙәй
Уйнашлыҡ менән мутлыҡ.
Эй, кешеләр, зинһар ѳсѳн,
Һѳйѳү бирегеҙ утлыҡ!

Ҡайһы ғына шағир үҙенең хыялый күңеленә илһам биреүсе шишмәһенең ҡороуын теләр икән?.. Зѳлфирә лә "Килсе, илһам?" тигән шиғырында шағир кешенең булмышы тураһында йәшермәй шулай бәйән итә:
Яҙғы ҡояш нуры булып,
Килсе илһам ҡанаты.
Ысыҡ тамсылары булып,
Күҙҙәремде сылатып...
Яңы тыуған ай булып кил,
Йоҡоһоҙ тѳндѳ биҙәп.
Күңелем мәрйендәренән
Күктә йондоҙҙар теҙәм.
Килсе ләйсән ямғыр булып,
Йәйғор булып балҡырмын.
Һин булғанда, тѳндәрен дә
Ҡояш булып ҡалҡырмын.

Ә бына "Күңелдә - йәй сыуағы" шиғырында ул үҙенең күңел торошон асып бирә:
Ҡышты нисек үткәрәһең,
Тип һорамағыҙ минән.
Һалҡындарҙы еңеп сығам
Йәйге хыялдар менән.
Үткән тормошта тыуғанмын
Мин бит йылы яҡтарҙа.
Яҙмыш ҡушҡас, быныһында
Эҙ һаламын аҡ ҡарҙа.
Кѳлмәгеҙ әле үҙемдән
Булғанға бер ѳшѳмсәк.
Күңелемдә - йәй сыуағы,
Шуға ла мин күңелсәк.
Айырмайса миҙгелдәрҙең
Һәр береһен яратам.
Шуға ла мин кешеләргә
Күңел нурын таратам.
М. ҺИҘИӘТОВ күҙәтеү яһаны.
Оставить комментарий