Елмерҙәк тотҡондары

“Урал” гәзитенең 2012 йылдағы 113, 116, 117-118-се һандарында Гѳлсѳм Мостафинаның “Елмерҙәк Тарзаны” хикәйәһенең “Сара”, “Яхъя” тип аталған ѳлѳштәре баҫылғайны. Былтыр “Ағиҙел” журналының 1-се һанында ошо уҡ әҫәр Мансур ҺИҘИӘТОВтың авторлаштырылған тәржемәһендә “Елмерҙәк тотҡоно” исеме аҫтында донъя күрҙе. Әлеге ваҡытта әҫәр тулыһынса тәржемә ителгән һәм ул “Елмерҙәк тотҡондары” тип атала. Хикәйәлә ваҡиғалар Бѳйѳк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа һуғыштан ҡасып, Елмерҙәк урмандарында кѳн иткән Яхъя исемле ир тураһында бара. Сара исемле ҡатын имсәк балаһы менән әсәләренә ҡайтып килгән саҡта кѳслѳ ямғырға эләгә. Шул саҡта хәлһеҙләнгән ҡатын менән баланы ҡасҡын Яхъя үҙенә алып ҡайтып, ер аҫтындағы ѳйѳндә тотҡон итеп тота. Бергә йәшәгән саҡтарында Сараның улы үлә. Сара Яхъянан ауырға ҡалғас, тыуасаҡ балаһының яҙмышын уйлап, шулай уҡ ҡатындың башҡаса урманда йәшәй алмағанын аңлап, ир уны ҡайтарып ебәрә. Сара ҡайтҡандан һуң Яхъяның артабанғы яҙмышы һәм был ваҡиғаның сиселешен хикәйәнең дауамында уҡып белерһегеҙ.

СУKМУЙЫЛ

Ике генә урамлы Суҡмуйыл — Елмерҙәк тирәһенә тѳйәкләнгән ауылдарҙың береһе. Еҙем киҫеп үткән армыт һыртында иркен яланды биләп ултыра. Уның ҡайһы яғына сыҡһаң да - күккә терәлеп торған тауҙар ҙа, үтеп сыҡҡыһыҙ ҡара урмандар ғына. Халҡының йәшәү рәүешендә лә ошо шарттар сәбәпле оло юлдан йыраҡлыҡ тыуҙырған ҡырыҫлыҡ сағыла. Ҡырҡырлыҡ ағас бѳтѳп, леспромхоздың эше туҡтағас, бер ниндәй учреждение тигән нәмә ҡалмаған бында. Хатта кәнсә йортон алып китеп, ауыл Советын да ҙурыраҡ ерҙә асыу хуп күрелгән. Шуның ѳсѳн Хѳкүмәт ҡайғыһы менән йѳрѳүселәр килә һалып та бармай Суҡмуйылға. Шулай булһа ла хәүефләнә Яхья. Кем белә бит… Һаҡ йѳрѳмәһә, берәйһен һуғышҡа алып китергә килгән саҡтарына тап килеүе бар. Ағас эше шәп саҡтан ҡалған, ишегенең башына «Буфет» тип яҙылған котлопункт ѳйѳнә генә айына бер нисә тапҡыр күсмә магазин килеп, кәрәк-яраҡ һатып киткеләй. Уны халыҡ магазин да, буфет та тип атамай күптән. Ниндәйҙер тешһеҙ бер әбей ауыҙынан буфет һүҙен дѳрѳҫ әйтә алмау арҡаһында сыҡҡан «бухит» исеме ныҡ йәбешкән уға. Элегерәк бухиттә йѳҙ грамм һалдырып эсеү ҙә мѳмкин булған леспромхоз эшселәренә. Шул арҡала ҡасандыр урыҫтарҙың «бухать», йәғни аяҡтан йығылғансы эсеү мѳмкинлеге булыуына һылтап, «бухитты» бухать һүҙенән килеп сыҡҡан, тип тә иҫбатлайҙар. Ауылдың теләһә ҡайһы мѳйѳшѳнән бында килгән-киткән бар кеше ус тѳбѳндәгеләй күренә, сѳнки поселок яғына киткән берҙән-бер оло юл ҙур ялан аша урманға барып керә. Уның ҡарауы, ауылдың икенсе, Яхъя килеп-китеп йѳрѳгән яғы әҙәм аяғы баҫмаған икһеҙ-сиккеҙ шыр урманға терәлә. Әлеге лә баяғы, шайтан ботон һындырырҙай тау-таш а, ҡарурмандар ғына ул тарафта. Шылт иткән тауышҡа ла тертләп йѳрѳгән Яхъяға был ҡулай. Һуғышҡа китмәй, ҡасҡын булып йәшәһә лә, юҡ-юҡта Суҡмуйылға барғылап йѳрѳй ул. Әсәһен күрер ѳсѳн үҙ ауылы яғына аяҡ баҫа һалып бармаһа ла… Шулай ҙа бер ҡайтып, йәшенеп кенә тәҙрәнән ҡарап торҙо әсәһен. Шул саҡта ғына кешене ҡайғы нисек тиҙ эшлектән сығарғанын аңлағандай булды бер аҙ. Уны йәлләп, йәшенеп торған урынынан ишеккә табан атларға ынтылып-ынтылып та ҡуйҙы хатта, икеләнде... Шунан ауылға ниңә тѳшкәнен дә онотоп, бик йәһәт, кәртә артындағы урманға инеп юғалды. Башҡаса тыуған ауылым, әсәй, тип ул яҡҡа аяҡ баҫманы. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ҡайтып, ѳңѳндә буҫлығып аҙна-ун кѳн ятҡандан һуң ғына аңына килде. Солоҡ балынан әсеткән бер күнәк балы бар ине. Шул бѳткәс кенә торҙо. Ҡарты үлә һалғас та бирешмәй, олоғайһа ла, дайярланып кѳтә ине әле әсә кеше донъяһын. Берҙән-бер кѳн күҙ терәрлек бер кеме лә ҡалманы. Ҡайғы-хәсрәт баҫты. Тере килеш ҡаҡ һѳйәккә ҡалған тәненән сыға алмаған йәне тотто уны был тормошта. Кѳнитмеше менән бѳтѳнләй хайуанға әйләнеп ѳлгѳрмәгән ярым ҡырағай Яхъяға, үҙе ѳсѳн ҡасандыр ҡәҙерле булған шәүләне тәҙрә аша ҡарап тороуы ауыр, әлбиттә. Ѳңѳнә ҡайтып тәгәрәгәс тә һаташтырып, күҙ алдарында шул һүрәтләнде… Иңендә ялбыраған, йыуып-сайылмай күптән ҡатып бѳткән шәл ишараты, елләтергә сығарып кәртә бағанаһына элгән әрмәккә оҡшағайны. Әсәһе әллә бит йыуа, әллә юҡ. Бит-ҡулдарының тәрән һырҙары ҡором тулыуҙан шаҡмаҡланып ҡатҡан. Ҡалтыранған ҡулдары менән мейескә ут тоҡандырам тип сыра һыҙыра алмай ыҙаланды бахырҡай. Шул мәленә тап килде Яхъя. Ташлап киткәненән бирле әсәһенең йѳрәгенә күпме ҡан һауғаны ғына күренмәне тәҙрә аша. Уның: «Ҡулымдың һыртын әйләндереп бәддоға уҡып ҡалам, ташлап ҡасһаң, ләғнәт», - тип ҡысҡырып ҡалыуын иҫенә тѳшѳрѳп ҡурҡты. Ҡарғыш ҡайтарырлыҡ бер доға ла белмәүенә үкенде.
Ҡара тѳн урталарында ауылдарына килеп, үҙҙәренең урамына инеп йѳрѳгәне лә булманы түгел, булды баштараҡ, тик ҡырын эште тѳҙәтерлек бер кѳсѳ лә юҡ ине. Бер тапҡыр аша баҫҡан законды кире сығыу? Ю-ю-юҡ! Уның Себер юлдары аша ғына булыуы мөмкин. Берәй ерҙә атып, ас эттәргә ташламаһалар ярай ҙа, … Һуғышта миллионлап ҡырғанды, Яхъяның ғына йәне себен һытып үлтереүгә лә тормағанын яҡшы аңлай ул. Сараның ҡайтыуына ике ҡыш үтте. Әйтерлек тә түгел яңғыҙлыҡтың ҡыйынлығын. Типһә, тимер ѳҙѳрҙәй, ѳрлѳк кеүек әзмәүерҙең ҡатын-ҡыҙ йылыһын да татып ҡарамайынса, ҡасҡын хәленә ҡалыуы үҙе бер ғәжәп. Ҡайтарып ебәрмәһә лә булыр ине. Малайын ерләп ҡабат ауырға уҙғас, Сараның ҡарынында йән алған сабыйҙы һаҡлау инстинкты тотто буласаҡ атаны был аҙымдан. Ни тиһәң дә Яхъяның ҡанынан барлыҡҡа килгән яралғы менән ҡайтып китте бит Сара. Шул арҡала уны ирекһеҙләй ҙә алманы. Тыуасаҡ балаһына кешеләр араһында үҫеп, кешеләрсә тормош, бәхет юрап ҡалды үҙенсә, ҡасандыр уны, «балам», тип ҡосағына алыуға бер ѳмѳтѳ булмаһа ла. Мәгәр, бер йыл элек уларҙы осраштырған Ҡоро шишмә ярында Сараһын мәңге күрмәҫкә оҙатһа ла, уның артабан йәшәү хоҡуғы бер кем тарафынан да тыйылғаны юҡ әле. Шуның ѳсѳн ҡышҡа әҙерләнгән йомрандай ашарға яраҡлы нәмә тапһа, шуны ѳңѳнә ташыны. Сара менән һаҡлыҡ ѳңдәр әҙерләгәйне улар. Тик кѳрәктәй яҫы, ҙур ҡулдары тѳрлѳ еләк-емеш йыйыуға яраҡлашмағайны шул. Шуның ѳсѳн, еләк- емештең тупаҫырағын булһа ла, йыйыуға уңайлырағын һәрмәргә мәжбүр булды. Муйыл, балан, әлморон менән мышар йыйып киптерҙе. Ғәжәп, Сара менән бергә саҡтарында һиҙелмәгән, хәҙер таң һайын ыңғыраштырған арыу тойғоһо ҡалдырмай уны. Бер тѳн бүре булып олорлоҡ хис менән килеп торҙо йоҡоһонан. Иртәгәһенә тѳш күрҙе. Имеш, ваҡ тештәре һынып бѳткән бет тарағының имен яртыһы менән сәс тарай. Ҡуйы сәсен уртаға ярып, толомлап үрә ине. Ѳстән үргән ике толомон да ап-асыҡ күрҙе Яхъя. Үреп бѳткәс, сыбыртҡылай оҙон толомдарын яурындары аша артҡа ташланы. Кѳт- мәгәндә улар ғәләмәт ҙур ҡара йыланға әйләнеп, Сараның ҡулбашына шыуып менгәс, ҡолас етмәҫтәй ҡош ҡанатына әйләнде. Шул ваҡыт кәкре суҡышлы ниндәйҙер ҡошҡа әүерелеп барған Сара уға ҡараны. Ҡан һауған ҡып-ҡыҙыл, имәнес күҙҙәрҙе күреүҙән ҡото алынған Яхъя ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡарағошҡа әйләнгән Сара ҡанаттары менән уны туҡмап, күҙҙәрен соҡоп алырға итә, имеш, тип күрҙе ул тѳштѳ. Ҡурҡышынан ҡалтыранып, уянғас та иҫенә килә алмай үкһеп ултырҙы. “Сара алдында ни ғәйебе бар икән? Ни ѳсѳн ул минең күҙҙәремде соҡоп алырға итте? Мин бит уны үлем ҡосағынан тартып алдым. Ғүмер бүләк иттем”... Кешеләр менән бергә, кешесә йәшәргә теләмәгән йѳрәк менән балаһын күрергә теләмәгән күҙҙәр һиңә ниңә кәрәк, тип әйтергә теләгән һыны булдымы әллә? Күргән тѳштәрен нимәгә юрарға ла белмәне. Шулай булһа ла артабан йәшәргә кәрәклеген яҡшы аңлай ине Яхъя. Шуның ѳсѳн минең кеүек икеләнеп тормаҫ, килер ҙә етер тип, ҡышты ентекле ҡаршыларға булды. Тәүге йылдағы кеүек ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән булдырылған «йәм, уңайлы йылылыҡ» булдыра алмаһа ла, ѳңѳндәге «әйбер йыһаздарын» елләтеп, киптереү эшенә тотондо. Һайғауҙарҙан эшләгән һикеһенә ҡат-ҡат түшәлгән тире ярпыларын сығарып ҡаҡҡыларға йыйынғас, ер аҫтындағы ѳңдә лә ҡатын- ҡыҙ ҡулы кәрәклеген аңланы. Сара менән хушлашҡаны бирле елләтеү күрмәгән, әсетеп тартылмаған тиреләр екеп, ҡойола
башлаған. Киптереп ҡаҡҡылауға ла эшкинмәнеләр. Ятып йѳрѳр яңы «урын кейеме» хәстәрләү кәрәклеге асылды уға. Ярай ҙа ваҡытында күреп ҡалды. Ҡыш килгәнсе айыу тиреләре әҙерләп ѳлгѳрѳрѳнә лә ышана...
Тире нимә, юҡһа тынсыу ѳңдә үҙемдең дә үпкә сиренә ҡалыуым бар, тип, тѳтѳн тарта торған тишекте таҙартып, елләтеү ѳсѳн ҡырғараҡ сығарып, тағы бер һаҡлыҡ тишек өңөп ҡуйҙы. Ѳң эштәрен бер аҙ теүәлләгәс, ул Суҡмуйыл тирәһен барып ҡапшарға булды. Әсәһе тартмай уны. Ә бына Ғәйникамалды ҡара яҙҙан күргәне юҡ. Уға кѳҙ еткәсерәк барыу уңайлыраҡ. Йәй кѳнѳ балалары хаҡына йыуаса итеп алырлыҡ, ит-маҙары ла бѳткән була. Әле йәй уртаһы ғына булһа ла, бармай сараһы юҡ. Айыу- маҙар алып, ҡыш еткәнсе тиреһен эшкәртеп ѳлгѳртѳү ѳсѳн. Ите ҡыҙыҡһындырмай, аҫтына түшәрлек, ябынып ятыр ѳсѳн йылы тиреһе кәрәк уның. Юҡһа, айыуҙың үҙе һымаҡ йомарланып, ус ялап, ҡыш үткәрә алмаҫ бит инде йоҡлап. Патрондарына яһау эшләргә дары, йәҙрәләр ҡойоп алырға ҡурғашы ла бѳттѳ. Суҡмуйылға шуның ѳсѳн барырға кәрәк уға. Ғәйникамалдың ике туған ағаһы һуғышҡа тиклем тире йыйыусы булып эшләй ине, әле лә шул эшендә. Сатандан һуғышта ни файҙа. Алманылар уны. Ә йәнлек тиреһе кәрәк. Шәшке, ҡама, һыуһар тиреләре ҡыйбат. Америктар ала уларҙы. Бер ҙә һуғыш тип тормайҙар икән. Яхъя ла кәрәк-ярағын Ғәйникамал аша алдырып ѳйрәнде.
Ағаһының тиреләрҙең ҡайҙан икәнен дә, кем килтергәнен дә һорашҡаны юҡ, ти. Аҡмаһа ла, тамалыр инде уның үҙенә лә. Һоратҡан нәмәләрең юҡ, тип бер тапҡыр ҙа Ғәйникамалды бороп ҡайтарғаны булманы уның. Тапшыра торған тире-һарыларын тоғона тултырып, Яхъя үҙенән артҡан ҡаҡлаған
болан ите менән бурһыҡ майы алып юлға сыҡты.
Тѳн ҡараңғыһын йырып, ауыл осон- дағы ҡыйығы бер аҙ ҡыйшая тѳшкән, бер тәҙрәле бәләкәй ѳйҙѳң ишеген шаҡыны ҡасҡын, яҡын-тирәлә үҙен күрерлек бер кем дә булмағанына ышанғас. Ишекте Ғәйникамалдың ун биш йәштәр самаһындағы ҡыҙы асты. Аҡыллы ҡыҙыҡай, ни ѳсѳн килгәнен дә, кем кәрәклеген дә тѳпсѳнмәне. Мәңге ҡырынмай, йыуынмай йѳрѳгән был кешегә ишек асмаҫ борон уҡ, тәненә һеңгән ауыр еҫ ярыҡтан борхоу менән таный Зәлиә уның кем икәнен. Йәшме-ҡартмы икәнен дә белеп булмаҫлыҡ, һаҡал баҫҡан ошо кеше килеп киткәндән һуң бер килкегә уларҙың тамағы бѳтәйеп ҡала. Аталары һуғышҡа киткәс тыуып тәпәй баҫҡан бәләкәй һеңлеһе менән Зәлиәнең һағынып кѳткән кешеһенә әйләнде, тәне менән кейеменән ҡәбер еҫе сығарып йѳрѳгән кеше. Үҙе ѳсѳн
ишеге һәр саҡ асыҡ, тере кеше еҫе сыҡҡан берҙән-бер ошо йорт оҡшай Яхъяға. Был ауылда Ғәйникамалдан башҡа ышанып, ишеген тартырлыҡ бер кеме лә юҡ уның. Ауырының кѳнѳн еткереп, Хоҙай биргән балаһын тапҡыһы килмәне Ғәйникамалдың. Был турала белһә, кендек әбейе Йәмилә белгәндер. Иренең Мәскәү эргәһенән яҙған хатын алып уҡығас, ныҡ хафаланды. Баш ҡала эргәһенә үк килеп еткән һуғыш ҡасан бѳтә әле. Ире ҡайтҡансы нисек итеп ике баланы туйҙырып ҡарар ҙа, нисек кенә итеп донъяһын кѳтѳп торор. Киләһе йәйгә, тап утын-бесән эшләй торған ваҡытҡа тыуасаҡ бала сәңгелдәктә ятырға тейеш. Һыңар ҡулы менән бала ҡосаҡлап йѳрѳп, атҡара алмаҫ бит инде был эштәрҙе. Былай булһа, ҡул араһына керҙе тигән Зәлиәгә бала ҡарап ултырыу тейә инде. Юҡ, нисек тә ҡотолорға кәрәк, ҡарынында йән алып ѳлгѳрмәҫ элгәре. Гонаһтан ҡурҡып аяҡ-ҡулыма бәй һалдырайыммы ни? Атаһының әйләнеп ҡайтыуына Зәлиәһен ныҡлап аяҡҡа баҫтыра алһам да таман, тип уйланы, ирле кѳйѳ тол ҡалған ҡатын. Йәмилә әбейҙең урамындағы бәләкәй ѳйҙә кәрт һалыусы, тегенсе Мәҙинәнең йәшәүен иҫенә тѳшѳрѳп, иң башта шунда йүгерҙе. Кесерткән араһына урлап һалған тауығы аҫтынан ѳс йомортҡа алырға онотманы. Әбейҙең урамына кергәндә, Мәҙинә бәләкәй ѳйҙѳң тәҙрә тѳбѳнән урам күҙәтә ине. Ғәйникамал барып ингәс тә, тегеп ултырған әйберҙәрен йыйнап та тормай, ултырғыстан урын күрһәтте. Киң һикегә үҙе йәйелеп ултырғас, һәр ваҡыт әҙер ятҡан кәрттәрен алды. Ярҙам һорап килгән кешене кәрт һалыусының ысын күрәҙәсеме, әллә шарлатанмы икәнлеге ҡыҙыҡһындырмай. Ысынмы-бушмы, тип был ѳйгә лә ҡатындар ирҙәренә, балаларына, ғашиҡ ҡыҙҙар шыпырт ҡына һѳйгәне тураһында белер ѳсѳн кәрт һалдырырға килә.
… Ғәйникамалдың янында бер генә бала күрәм, тине Мәҙинә. Ул Зәлиә. Тағы ер аҫты күренеүен, унда Ғәйникамалдың үҙеме, әллә яуҙа йѳрѳгән иреме булғанын асыҡ ҡына әйтә алманы. Шул билдәһеҙлек
менән күңеленә шом ултырһа ла, ҡарынындағы баланың тере булып кү- ренмәүен ишетеүҙән шатлығы йѳҙѳнә сыҡты Ғәйникамалдың. Ишеткәнен Йәмилә әбейҙең ҡолағына тѳшѳрѳргә тип, ул оло ѳйгә ашыҡты. Ѳс бүлмәле, заманына күрә ҙур ѳйҙә үҙенән күпкә ҡарт апһыны менән йәшәй ине әбей. Бабай үлгәс, уның оло әбейен үҙенә алып, бергә йәшәнеләр. Балалары үҫеп, сығып китеп бѳткән.
Малайҙары һуғышта, ике ҡыҙы ирҙә.
- Алаҡанлап ҡайҙа ашығаһың, Ғәйникамал күрше? Мәҙинә берәй яҡшы нәмә әйтеп шатландырҙымы әллә?
- Былай ғына, - тип, оялһа ла Ғәйникамал дауам итте. - Һиңә килә инем әле, ярҙам итмәҫһеңме, тип. Вәлиулламдың ҡасан ҡайтып килере лә билдәһеҙ. Был ҡәһәр тѳшкѳр һуғыш ҡасан бѳтә әле. Ике бала менән нисек донъя кѳтәйем мин яңғыҙым. Әле икенсе ай ғына… - Ғәйникамал әйтеп бѳтѳрмәһә лә, эштең нимәлә икәнен аңлап торҙо Йәмилә әбей.
- Икенсе генә ай... Иреңде ҡасаныраҡ әпкиткәйнеләр әле? Уның менән бергә туғыҙ кешене алдылармы шул. Эйе-эйе! Ике ай самаһы ауырлы йѳрѳйһѳң инде, әләйгәс. Һуңғы тапҡыр йоҡлағанығыҙҙа яралған булһа… әгәр.
(Дауамы киләһе һанда).
Оставить комментарий