Яңы китаптар сыҡты

Фәриха Нәҙербай ҡыҙы ВӘЛИУЛЛИНА 1956 йылдың 27 ғинуарында Рысыҡай ауылында тыуған. Шығай урта мәктәбендә уҡыған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, 1981 йылда «Урал» гәзите редакцияһына эшкә килә. Унда дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары, хәбәрсе, 1985 йылдан алып 2013 йылға тиклем яуаплы секретарь булып эшләй.

1989 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, 2000 йылда Фәриха Нәҙербай ҡыҙына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Тамғалы ҡарағай» китабында хикәйәләр йыйынтығы, балалар өсөн «Тере дарыу», «Боҙорсоҡҡа кем тейҙе?» китаптары баҫылып сыҡты. 2006 йылда Фәриха Нәҙербай ҡыҙы «Тере дарыу» китабы өсөн район-ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге премияһына лайыҡ булды. Был йыйынтыҡта авторҙың «Урал» гәзитендә баҫылып сыҡҡан, төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре, юморескалары, шулай уҡ кеше
яҙмыштары тураһында ҡайһы бер мәҡәләләре тупланды.
Авторҙың хикәйәләрендә мәңгелек тема - мөхәббәт, төрлө яҙмыштар, ҡатын-ҡыҙҙарға хас баҫалҡылыҡ, изгелек, ихласлыҡ, тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү темалары өҫтөнлөк итә.
С. МИНҺАЖИТДИНОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Оставить комментарий