Тормош һабаҡтары

Әрһеҙлек әремгә тиң
Әрһеҙлек бәхеткә юл яра, тиһәләр ҙә, әрһеҙ кешене бер кем дә ѳнәп еткермәй. Һәр кем, эстән генә булһа ла, ундайға ҡаршылығын, ризаһыҙлығын күрһәтә. Ә үҙ-үҙен тота алмағаныраҡтар бѳ- тѳнләй терпе һымаҡ ҡабарып китә. Әгәр коллективта ундай кеше бар икән, хеҙмәттәштәренә сабырлыҡ, миһырбанлыҡ теләргә генә ҡала. Тап шундай осраҡта, йә һин, йә мин, тип әйтергә була ла инде. Топ-тойоҡтан кемдең эш урынын алыштырғыһы килһен. Әрһеҙ тигәне лә кемдеңдер күҙ терәп торғаны бит әле. Бына хәҙер 10 йылдан ашыу шундай күрше менән йәшәйбеҙ. Кѳн һайын тиерлек уны яҡты йѳҙ, татлы һүҙ менән ҡаршы алабыҙ ҙа артынан тоҙло-боросло һүҙҙәр менән йәмрәйеп оҙатып ҡалабыҙ. Ни хәл итәһең, күрше хаҡы - Тәңре хаҡы бит. Ә коллективта әллә ни беленмәй ул, сѳнки һин унда бер үҙең түгелһең. Юҡҡа ғына «Күмәкләгән - яу ҡайтарған» тип әйтмәйҙәр бит.
Ниндәй остазға эләгәң…
Мәктәпте тамамлаған класташым һѳнәрселек училищеһына барып ашнаҡсыға уҡый башланы. Ялға һәр ваҡыт тиерлек ҡыҙмасараҡ булып ҡайта башланы. Тәртипле генә ҡыҙҙың ауыҙынан эскән еҫ килеүе сәйер тойолдо. Әсәһенән дә күстәнәскә йә шарап, йә араҡы алып ҡайтыуы тураһында ишеткеләнек. Баҡтиһәң, уны һѳнәргә ѳйрәтеүсе мастер эсергә яратҡан ҡатын булып сыҡҡан. Эштән һуң үҙе вино алып эсә, етмәһә, ѳйрәнсеген дә ҡыҫтай. Һѳнәргә ѳйрәткән кешенең һүҙен нисек йығаһың инде. Ауыл балалары ололарҙы тыңларға, хѳрмәт итер- гә күнеккән бит. Мәрйәнән шѳр- ләңкерәгәндер ҙә. Ҡыҫҡаһы, уҡыуын тамамлауға был эскегә шул тиклем ѳйрәнеп китте, хатта әсәһенең, туғандарының әйтеүенә лә ҡолаҡ һалманы. Бына шулай, сит яҡта һинең берҙән-бер балаңды насар юлға баҫтырыуҙары, алама ғәҙәттәргә ѳйрәтеүҙәре мѳмкин. Шуның ѳсѳн ба- лаларҙы тормош һынауҙарына ҡаршы тора алырлыҡ, үҙ-үҙен яҡлай алырлыҡ итеп тәрбиәләһәк ине.
Байлыҡ - бер айлыҡ
Күршебеҙҙең берҙән-бер ҡыҙы күп балалы ғаиләлә иң ѳлкәне булған егет менән йѳрѳгәнен бѳтә ауыл белә ине инде. Бер кѳн килеп был бѳтѳнләй икенсе егеткә кейәүгә сы- ғып ҡуйҙы. Имеш, ҡыҙҙың әсәһе һѳй- гәненә сығырға ризалыҡ бирмәгән. Йәнәһе, ѳй тулы бала, бер нәмәләре лә юҡ. Етеш йәшәгән ғаиләлә балаһы бәхетлерәк булыр, тип уйлағандыр инде. Әммә тормош һин уйлағанса ғына барамы һуң… Ысынлап та, матур ғына йәшәп киткән йәш ғаиләлә бала тыуғас, ишеккә бәхетһеҙлек шаҡый. Тыумыштан ауырыу бала ике йәш йѳрәккә ғүмерлек яра һала. Ир кеше үҙенең ҡайғыһын иҫерткес эсемлектәр менән йыуа башлай. Әсәй кеше бѳтә ауырлыҡты иңенә йѳкмәп, барлыҡ дәғүәләрҙе йѳрәгенә алып, йәшерен генә күҙ йәштәрен түгеп, донъя мәшәҡәттәренә сума. Бер-бер артлы тағы балалар тыуа. Икеһе лә уңған ғаилә башлыҡтары тырышып донъя кѳтә. Хәҙер инде улар балалар, ейән- ейәнсәрҙәр тормошон еңеләйтеү ѳсѳн тир түгә. Бәлки, бәхет шунан ғибрәттер. Ә һѳйѳү бәхетенә килгәндә, ул күптәр ѳсѳн ымһындырғыс бер хыял булып ҡалалыр. Аяныс, әлбиттә…
Һалдат аманаты
Ҡыҙыу нѳктәләрҙең береһендә ғүмере ѳҙѳлѳп ҡалған һалдат үлер алдынан иптәшенә һѳйгән ҡыҙының фотоһы менән адресын биреп, янына барыуын үтенгән. Егет ни сәбәптәндер хәрби хеҙмәттән ҡайтыу менән бара алмай. Бер кѳн килеп ул тѳшѳндә һәләк булған иптәшен коляскала ултырған килеш күрә. Коляска ҙур тиҙлектә тау түбәненә тәгәрәй. Иптәшенең «ҡотҡарығыҙ» ти- гән тауышына урынынан һикереп килеп тора ла юлға әҙерләнә башлай. Адрес буйынса килһә, фатирҙа бѳтѳнләй икенсе кешеләр йәшәгән булып сыға. Аняның эскегә һалышҡан әсәһе фатирҙы осһоҙға ғына һатып, бер ир менән ҡайҙалыр сығып киткән икән. Ә бәләкәйҙән коляскала үҫкән Аняның ҡайҙа икәнен дә белеүсе юҡ. Ҡыҙҙы табырына ѳмѳтѳн ѳҙѳп вокзалға килгән егет коляскала илап ултырған ҡыҙҙы күреп, шатлығынан ҡысҡырып ебәрә. Ҙур зәңгәр күҙле, алтын һары бѳҙрә сәсле ҡыҙ һис кенә лә ер ҡыҙына оҡшамаған була. Аня үҙенең ауыр яҙмышын һѳйләп бирә. Урамда ҡалған ҡыҙ ярҙам һорап әсәһенең туғандарына бара, әммә уны бер кем дә ҡолас йәйеп ҡаршыламай. Беҙгә әрәм тамаҡ кәрәкмәй, бар үҙеңә ашарға тап, тип һоранырға сығарып ебәрәләр. Ә оялсан ҡыҙ вокзалға килә лә шым ғына илап тик ултыра. Ҡайһы берәүҙәр уны йәлләп аҡса йәки ашамлыҡ биреп китә. Бѳтѳнләй ас ятып йоҡлаған саҡтары ла була. Булат ике ут араһында тороп ҡала - бында Аня ярҙамға мохтаж, тегендә - ѳйләнешергә йѳрѳгән ҡыҙы. Үлемдең күҙенә ҡараған егет Аняны һайлай, сѳнки уның был тормошта нығыраҡ ярҙамға, ҡурсалауға, яҡлауға мохтаж булыуын аңлай. Һѳйгән ҡыҙы ла 10 йылдан һуң ғына кейәүгә сыға.
Барҙың ҡәҙерен бел
Кеше ҡыҙыҡ та инде - уға һәйбәт булһа ла ярамай, насар булһа ла ярамай. 5 йыл бергә йәшәгән күрше ҡатыны менән 100 йыл йәшәгәндәй булдым. Былай ҙа ваҡытым юҡ, ә ул кѳн дә инә лә шул бер ирен «сәйнәй». Ҡотороп инде. Бына тигән эшһѳйәр, баҫалҡы ғына ире бар. Мул тормошта йәшәйҙәр. Балаһы юҡ шул, юғиһә, ире менән булышырға ваҡыты ла ҡалмаҫ ине. Шулай бер кѳн поликлиникаға бының ире килеп инде. Сиратта ултырғанда һѳйләшеп киттек. - Ҡатыным үҙ-үҙен тотошо менән депрессия хәленә еткерҙе, ни эшләргә лә белмәйем, - ти был. - Эштән арып ҡайтҡан кешенең үҙ-ара мѳнәсәбәттәрҙе кѳйләрлек ниндәй хәле булһын инде. Ә ул миңә ҡайҙалыр йѳрѳйһѳң, миңә иғтибар ҙа итмәйһең, тип янъял ҡуптара. - Ә һеҙ бер-ике аҙнаға ѳйҙән сығып китегеҙ, - тип кәңәш бирәм. Ысынлап та, бер-ике кѳндән Ғәсимә илап килеп инде. - Ниңә шул эшкинмәгән ир ѳсѳн күҙ йәштәреңде түгәң, ана, урамда ир-ат тулып йѳрѳй, табырһың әле берәйһен, - тигән булам. Был бѳтѳнләй ҡыҙып китте. Әйтерһең дә, донъяла уның иренән дә һәйбәт кеше юҡ! Бер аҙна буйына үпкәләп йѳрѳнѳ миңә. Минең шатлығым эскә һыймай, ниһайәт, ҡолағым тынысланды. Ә тегеләр… Яңы ғашиҡ булған кешеләр кеүек гѳрләшеп кенә йәшәп яталар. Күҙ тейеп кенә ҡуймаһын!
Эх, ошо ғорурлыҡты!
Иптәшем менән талашып киттек. Дѳрѳҫѳрәге, мин ябырылдым инде. Етди сәбәп булһа бер хәл. Топ-тойоҡтан бәйләнеп китеп, ауыр һүҙҙәр әйтеп ташланым. Эште олоға ебәргәнемде үҙем һиҙәм, әммә, әйткән һүҙ - атҡан уҡ, кире тартып алып булмай. Бына хәҙер ѳсѳнсѳ кѳн иптәшем һѳйләшмәй йѳрѳй. Ә мин улай түҙә алмайым. Ғѳмүмән, миңә хәҙер үк талашырға, хәҙер үк ярашырға кәрәк. Ѳс кѳн буйына ауыҙымды ябып йѳрѳгән тиһегеҙме, булмай торһон әле. Тағы ла бының яғына тоҙло-боросло һүҙҙәр ебәреп алам. Ә ул иғтибар ҙа итмәй. Торғаны бер партизан! Ир кеше шулай булырға тейеш тә. Ә мин ғорурлығымды еңә алмайым. Эстән генә эй ѳҙгѳләнәм, ярҙа ятҡан балыҡтай хис итәм үҙемде. Тик тыштан белдермәҫкә тырышам. Башҡаса бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәйәсәкмен, тип, анттар итеп бѳтәм. Юҡ, инде ярашып, матур ғына йәшәп ятыуға бер- ике аҙна ла үтмәй, яңынан ҡабатлана шул уҡ хәл. Оҡшамаған, яратмаған кеше булһа бер хәл. Әллә яратыу тигән нәмәләре ошо буламы икән?
Иң яҡшы - ял бесән эшләү
Ура! Мин отпускыға ҡайтып киләм. Отпускымды шул тиклем кѳтѳп алам, әйтерһең дә, Канар утрауҙарына ял итергә бараммы ни. Мәтрүшкә, еләк- емеш йыям, туйғансы һыу инәм, тигән хыялдар менән ҡайтып инәм дә ул, әммә йәйен ауылда кеше менән «Бесән» тигән әкәмәт идара итә. Унда һин - ҡатын- ҡыҙ, һин - ир-ат тигән айырма юҡ. Мине, сәй ҡайнатып торһаң да файҙа, тип алып китәләр ҙә… Ҡыҫҡаһы, арып, хәлдән тайып, ҡараңғы тѳшѳүгә генә ѳйгә ҡайтып инәбеҙ. Бына шулай кѳн артынан кѳн үтеп, отпускым да үтеп китә. Эх, бер-ике кѳн генә булһа ла ял итергә ине, тигән хыял менән ҡалаға юлланам. Юҡ, киләһе йыл ауылға ике аҙнаға ғына ҡайтам, тип, ныҡлы ҡарарға киләм, әммә сираттағы отпускым да ауылда «ялт» итеп ҡала. Ниһайәт, быйыл 10 кѳнгә шифаханаға путевка алдым. Кѳн шундай матур, ҡояш ҡыҙҙыра. Ә минең күңел тыныс түгел: ауылдағылар ни хәлдә икән, бесән эшләшергә кеше бармы һәм башҡа шундай уйҙар тынғылыҡ бирмәй. Кеше хәлдән тайып бесән эшләгәндә, һин бында ял итеп ятаһың, тип үҙемде битәрләйем. Бер аҙна шулай ике ут араһында йѳрѳнѳм дә, әйберҙәремде йыйнап ҡайттым да киттем. Ниһайәт, иң файҙалы, иң кәрәкле, иң мауыҡтырғыс ялдың бесәндә үтеүен аңланым.
Зѳлфирә СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий