Һуңлап ҡына килгән Яңы йыл

Ғәбиттәрҙең ҡаланан ауылға күсеп килеп йәшәй башлауҙарына ѳс кенә йыл әле. Ата-әсәһенән ҡалған иҫке ѳйҙѳ һүтеп, кирбестән бынамын итеп йорт һалып алдылар.

- Ошондай ожмахта ла йәшәр кѳн бар икән. 40 йыл ҡала һауаһын һуланыҡ. Хәҙер рәхәтләнеп сығып күккә ҡарап тораһың, ниндәй һиләүәт! - ти Ғәбит һәм ҡурайын алып һыҙҙырып ебәрә. - Ҡала ѳйѳндә ошолайтып уйнап ҡара, хәҙер стенаға туҡылдатырҙар. Ҡыҙыҡай ҙа бейергә ярата, бында килһә, туйғансы тыпылдатып бейеп ала.

Оҫта ҡурайсы, гармунсы Ғәбит ана шулай әле ҡурайында, әле гармунында уйнап ебәрә.
Ҡатыны Нәсимә лә кинәнеп тыңлап ултыра.
- Хәҙер клубтарҙа гармунға бейейҙәр микән?
- Юҡтыр.
- Ә беҙ гармунсыһын һайлап, инәлтеп кенә бейей торғайныҡ. - Нәсимә хәтирәләргә тѳшѳп китә. - Клубҡа барып етәбеҙ ҙә тыңлап торабыҙ. Һинең кѳйѳң ишетелһә, инәбеҙ, икенсе берәү уйнаһа, инмәгән булабыҙ.
- То-то! Ағаңдың кѳйѳнә кемдәр генә баҫманы. Йә, ярай. Тамаҡ ялғап алайыҡ.
Сәйгә ултырҙылар.
Юл аша ғына ѳйҙә тиңдәштәре Сәлмән менән Аймара йәшәй.
- Ҡара-ҡара, күршеләр һуғым тураҡлай түгелме? - ти Нәсимә тәҙрәгә күҙ һалып. - Йылҡы инде әллә?
- Һин гурытҡа киткәндә үҙем һуйыштым даһа. Ҡайтыуыңа ап-аруҡ булып алғайным.
- Мәйтәм, Ғәбит, ике йыл рәттән Яңы йылды беҙҙә ултырҙыҡ, бәлки, быйыл күршеләр саҡырыр.
- Кѳт Аймаранан, һаран да ул, - Ғәбит ҡыҙып китте. - Ниндәй сатнамала һуғымын һуйҙыҡ, ә ул беҙгә тамсы ла һалманы.
- Ә һеҙ ҡайҙан табып һыйландығыҙ? Ѳйҙѳ емереп алып бара инегеҙ ҙәһә!
- Сәлмәндең ынзыһы булған, кәбән аҫтынан килтереп сығарҙы. Шунан беҙгә инеп яңы йыр ѳйрәндек. Малай уларҙың ҡыҙына күҙ һала, шикелле, уныһы әпсәһенә оҡшамаһа ярар ҙа. Атаһы алтын, былай.
- Шулай шул.
- Бына ауылға ҡайтҡас ҡына ҡурайыма ҡушылып йырлай белгән кешене осраттым. Сәлмәндән дә шәп йыраусы юҡ, уйнауҙары күңелле.
«Ҡурайсы ла менән ай йыраусы
Тәҙрәләш кенә торһасы»,
тип бик дѳрѳҫ йырлайҙар.
- Маҡтанырға тиһәң һине ҡуш. Ә Аймараның юҡҡа-бушҡа һеҙҙе эсермәгәне һәйбәт. Һараныраҡ, кѳнсѳлѳрәк тә, нисауа, беҙҙең арбаға ултырыр, ѳйрәнер.
Шулай сѳкѳрҙәшеп сәй эстеләр.
Был мәлдә күршеләр ҙә ѳйҙәренә инеп, тәҙрәгә күҙ һала-һала сәй эсә башланы.
- Яңы йыл етте, ҡарсыҡ. Әллә быйыл беҙҙә ҡаршылайыҡмы? Етмәһә, һинең Йылан йылың килә, - тине Сәлмән.
- Нишләп минең йыланым булһын?
- Бәй, оноттоңмо ни, былтыр Нәсимәнең Аждаһа йылын ҡаршыланыҡ, элекке йыл Ғәбиттең йылын. Ҡуян ите ҡалай тәмле була икән дәһә тип ашап ултырғаныңды оноттоңмо?
- Шунан мин ѳҫтәлгә йылан ите ҡуйырға тейеш буламмы?
- Оят таһа, гелән күршеләр һыйлай.
- Һыйлаһындар, улар бай, городскойҙар, улдары оҙон аҡса таба.
- Эй, һине сѳңкѳлдәтеп, ҡайҙан әйттем...
Шул арала күршеләрен күреп ҡалдылар.
- Нишләйҙәр ул?
- Шыршы биҙәйҙәр.
- Һай-һай, кәртә эсендәме? Ҡоторған былар... Ыста, Нәсимә яңы тун кейеп алған даһа. Ошо арала гурытҡа йыш йѳрѳнѳ шул. Күлдәк алыштырамы ни. Әллә ҡыҙыныҡын кейеп алған.
- Әйттең һүҙ. Был тунға ике ҡыҙ һыймалы.
- Миңә, исмаһам, ҡуянын да әпирмәнең, ҡартайҙым шулай. - Нәсимә иренең беләгенән умырып семтеп алды.
- Әлеү, ҡоторма, бына тигән бәлтәң бар.
- Ыста, былар тағы нимә ҡыйрата башланы?
- Һарыҡ һатып алғайнылар. Малай ялға ҡайта, ти ине Ғәбит. Йәштәр шашлыҡ-машлыҡ ярата. Ҡала кешеһенең ниндәй малы булһын башҡа.
- Былай булғас, быйыл да уларҙа ҡаршыларбыҙ ул, - тине тынысланып Аймара. - Әлдә күршеләребеҙ һәйбәт, йомарттар, алсаҡтар.
Күршеләр бер-береһенән байрамға саҡырыу кѳтә башланы.
- Нишләп һаман ѳндәшмәйҙәр? - тине Сәлмән. - Ғәбиттән һорашайым да ҡуяйым.
- Кѳт, берәй ярты сәғәт ҡалғас, инерҙәр, - тине Аймара тәҙрәнән күҙен алмай...
- Нәсимә, әллә быйыл да үҙебеҙҙә генә ҡаршылайыҡ та ҡуяйыҡмы? - тине Ғәбит сабырһыҙланып.
- Аймараның йылы етә бит, мотлаҡ улар саҡырасаҡ, сыҙа, берәй ярты сәғәт ҡалғас, әйтерҙәр, - Нәсимә ирен шулай тынысландырҙы.
- Сәлмән менән беҙ был сәғәттәрҙә бер-икене тѳшѳрѳп, йырлашып та ала торғайныҡ. Ошо бисәләрҙән күргән ыҙа бар.


* * *
Күршеләр бер-береһенең тәҙрәһенә күҙ һала-һала, шулай ҙа ѳҫтәл әҙерләне. Кем белә, бәлки, берәй ҡунаҡ та килеп инер.
Концерттар ҡарап, Президенттарҙың ҡотлауын тыңлап бѳттѳләр, куранттар 12-не һуҡты!
- Яңы йыл менән! Шатлыҡ-бәхеттәре менән килһен!
Ғүмерҙәрендә тәү тапҡыр, үҙҙәре генә, ап-айныҡ ҡаршыланы ике күрше Яңы йылды. Бәлки Сәлмән урамға сығыр тип, Ғәбит ҡуйынына ярты тығып, бәлки Ғәбит сығыр тип, Сәлмән йәшерткән ынзыһын алып тәҙрәгә ҡарап-ҡарап алдылар. Ике яҡтан да ҡапҡа асылманы.
Иртәгеһен күршеләр бер үк мәлдә иртәнге сәй эсәләр ине Ғәбиттәрҙең ѳй алдына машина килеп туҡтаны. Унан улдары Ғайнан килеп тѳштѳ, икенсе ишектән - күрше ҡыҙы Ләйсән. Үҙҙәре йылмайышып былар яғына ҡарай.
Ғәбит менән Нәсимә, теге яҡтан Сәлмән менән Аймара йүгереп сыҡты.
- Яңы йыл менән, атай-әсәйҙәр! Саҡ ҡына һуңланыҡ. Атай-әсәй, киленегеҙҙе ѳйгә алып инегеҙ.
- Ай, Аллам, ниңә хәбәр итмәнегеҙ?
- Шылтыратһағыҙ ни була. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙы кисә үк ҡунаҡҡа индерә торор инек, - Аймара бер ҡыҙына, бер буласаҡ кейәүенә ҡарай. Эргәләрендә бейеп кенә тора. - Ҡана, билмәндәремде, ҡаҙыларымды әбинәйем!
Ғәбит менән Сәлмән шатланышып ҡосаҡлашты.
- Кисә эсеп алған булһаҡ, әле бер нәмә лә аңламай торған булыр инек, - тиештеләр.
- Яңы йыл менән, ҡоҙа! Байрам яңы башлана.
- Тѳнѳ буйы һеҙҙең яҡтан күҙ алманым. Тәки ҡарсыҡ сығарманы. Күрҙеңме, арыу кейәүҙе күргәс, нисек кенә һайрай. Ҡурҡмағыҙ, ҡыҙыҡай үҙемә оҡшаған.
Ғәбит менән Сәлмән шул арала бышылдашып та алды.
- Тѳклѳ аяғың менән, килен!
- Әйткәнең килһен, ҡоҙағыйҡайым. Бәхетле булығыҙ, балалар!
Ҡайһы арала ауыр сумкаһын тотоп Аймара килеп баҫҡан. Үҙенең шатлығы эсенә һыймай.
- Яңы йыл менән! Ҡоҙаларҙың ауыҙ ҡолаҡҡа еткән. Шулай булмайса, 12 сәғәткә һуңлап булһа ла Яңы йыл башлана.
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.
Оставить комментарий