Завод тураһында роман булырға тейеш

Күптән түгел Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһында Учалы яҙыусылар ойошмаһының күсмә ултырышы булып үтте.
Ултырышта Белореттан Мансур Һиҙиәтовтың “Ҡыу ҡарағай” исемле романының беренсе ѳлѳшѳн тикшереү бик йәнле барҙы. Учалы яҙыусылар ойошмаһы яуаплы секретары вазифаһын башҡарыусы Әҡлимә Сафина, әҙәби тәнҡитсе Байгилде Янбулатов, яҡташыбыҙ Исмәғил Ғимранов, Сәлиә Ғатауллина, Иҙел башы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Зѳһрә Үтәғолова, ошо ойошманың ағзалары яңы әҫәр тураһында үҙ фекерҙәрен әйттеләр.
Мансур Һиҙиәтов үҙенең автобиографияһы менән таныштырҙы һәм ниндәй юлдар менән яҙышыуға тотоноуын һѳйләне. “Беренсе юмористик хикәйәмдең геройы - ҡатынымдың апайы Гѳлсѳм Нурислам ҡыҙы булды. Уҡынылар. Оҡшаттылар. Ҡайным, яҙыусы Нурислам Шәйхулов та иң беренсе яҙғандарын минән уҡытыр ине. Был да үҙенә күрә бер дәртләндереү булғандыр, әммә мин бик һуңлап ҡәләмгә тотондом”, - тип һѳйләне ул.
Китапхана мѳдире Флүрә Абдулхай ҡыҙы Шакирова ҡунаҡтарҙы һәм урындағы яҙыусыларҙы, был кисәнең сәбәпсеһен ѳр-яңы әҫәрҙең “морон тѳртѳүе” менән ҡотланы, барыһына ла ижади уңыштар, эшекле осрашыуҙар теләне.
З.Абзалова.
Оставить комментарий