Дѳмб әй менән Тумтыҡ

Бер ваҡыт Айыубикә уландары Дөмбәй ме-нән Тумтыҡты икеһенә ике кәрзин тоттороп, әберсәлеккә ебәрергә булды, ти.
- Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма әҙерләрбеҙ, барығыҙ, әберсә тиреп алып ҡайтығыҙ ! - тине.
- Әсәй, барыбер ҡыш буйы йоҡлап тик ятабыҙ ҙа инде, - тип ҡаршы төштө Дөмбәй.
- Йоҡлаһаҡ ни, уянып, икенсе ҡабырғағыҙға әйләнеп ятҡанда ашарһығыҙ.
- Нисек итеп? - тип ныҡышты Дөмбәй.
- Эй ошоларҙы, табан-дарығыҙға һылап ҡуйырмын. Ялап ятырһығыҙ, бик тә файҙалы емеш, ауы-рымаҫһығыҙ ҙа.
Кәрзинен тотоп, бер яҡ ситтә быларҙы тыңлап торған Тумтыҡ һүҙгә ҡушылды:
- Ҡаршылашма, киттек, һуң-ға ҡалып ҡуйырбыҙ, - тине ҡустыһына.
Әберсәлек юлында шау-гөр килеп футбол тибеп йөрөгән ҡуяндарға тап булды былар.
- Ағай, әйҙә бер аҙ ҡарап торайыҡ, - тине Дөмбәй.- Ҡыҙыҡ уйын, күрәһеңме?
- Тик оҙаҡҡа түгел.
Үҙҙәрен иҫтәре китеп күҙәтеп торған айыу балаларын ҡуяндар ҙа күреп ҡалды.
- Әйҙәгеҙ, беҙгә ҡушылығыҙ! Беҙгә һаҡсылар кәрәк!
Айыу балалары ҡы-уанышып ризалашты. Үҙ-ҙәре лә туп тибергә ифрат әүәҫтәр. Сәпәкәйләп, үрле-ҡырлы һикерештеләр. Кәр-зиндәрен ағас ботағына элеп ҡуйҙылар ҙа, икеһе ике башҡа һаҡсы булып баҫты.
Уйын шул тиклем ҡыҙыу, ҡыҙыҡ барҙы, әле тегеләр, әле былар еңде. Шулай уйнай торғас, кис төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалғандар.
- Әсәйгә ни тип әйтәбеҙ, ул бит әберсә көтә, - тине илаулап Дөмбәй.
- Берәй әмәлен табырбыҙ.
Ҡуяндар айыуҙарҙың хәлен аңлап алды.
- Ярай, әберсәне иртәгә күмәкләшеп йыйырбыҙ. Бөгөн ана кишер алып ҡайтығыҙ. Һеҙҙең менән бергә уйнау бик күңелле булды.
Шул арала әллә ҡайҙан ике кәрзин тултырып кишер ҙә йыйып бирҙеләр, ти.
- Мәгеҙ! Тәмле, витаминлы кишер ҡайнатмаһынан ауыҙ итерһегеҙ!
Уландарының әберсә урынына кишер тотоп ҡайтып инеүенә Айыубикә апай аптыраманы ла.
- Кишер был, әсәй! Беҙ бөгөн кишер йыйҙыҡ, иртәгә икебеҙгә икешәр кәрзин әберсә тирәсәкбеҙ, - тиештеләр бергәләп.
Асыуланманы Айыубикә. Оҙаҡлағастары, арттарынан барғайны. Күңелле итеп уйнап йөрөгәндәрен күргәс, ярай, дуҫтары менән туйғансы уйнаһындар тип, кире әйләнеп ҡайтты. Юл ыңғайы үҙе «һә» тигәнсә бер биҙрә тултырып әберсә йыйып алғайны. Уңған емеш быйыл да, түшәлеп уңған. Туп уйнап арыған Тумтыҡ менән Дөмбәй ҡай арала ҡаты итеп йоҡлап та киткәндәр, ти.
Фәриха Вәлиуллина.
Оставить комментарий