Сәйер тост

Йәй уртаһы. Күптән ямғыр яуғаны булмағас, йәм-йәшел булып ултырған үләндәр ҙә һарғайып кибә башлаған, ҡояш офоҡҡа ауышһа ла, һаман ҡыҙҙырыуын белә. Илһам, ғәҙәтенсә, баҡса рәшәткәһенә терәлеп урамды күҙәтеп тора бирҙе лә ҡасандыр үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйған эскәмйәһенә барып ултырҙы һәм уйға талды. Донъяһы бѳтѳн һәм ныҡ уның. Заманында эшкә шәп булды, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә ине: ағас эшенә тотонһа, бысҡы, балта, йышҡыһы ҡулдарында уйнап тора, ә инде тимергә тотонһа, ҡулдарынан осҡон сәсрәп торор ине. Шәп саҡтары ла булған уның, тик үҙе шул ваҡыттарҙың ҡәҙерен генә белмәгән шул.
Доға ҡылырға ултырған кеше һымаҡ устарына ҡарап ултыра биргәс, оло асыш яһағандай:
- Бына һиңә мә! Эсеүемә әүәҫләнеп китеүемә лә ошо ҡулдар ғына ғәйепле икән дә баһа,- тип уйлап, бот сабып ҡуйҙы. Уйлаһаң, уйҙарыңдан уйылып китерлек. Ысынлап та, йәшерен- батырыны юҡ: шул ҡулдары арҡаһында эсергә лә ѳйрәнеп китте ул. Эйе, ҡасандыр тәүге рюмканы ла үҙ ҡулы менән күтәреп эсеп ҡуйғайны. Ваҡытты кирегә бороп булмаған кеүек, үҙенең йәш саҡтарына ла кире ҡайта алмай шул хәҙер. Үкенһәң-үкенмәһәң дә үткәндәргә кире ҡайтып булмай икәнлеген аңларлыҡ йәшкә лә еткән ул – алтмышты ҡыуалай.
Ҡулы белгән кешегә ни, заманында эше лә табылып торҙо. Кемгәлер иҙән түшәһенме, түшәм,
ҡыйыҡ япһынмы, торба үткәрһенме тигәндәй. Эшкә саҡырып килһәләр, ҡулынан килгән эштән бер ҡасан да баш тартманы. Һәр эшләгән эшен еренә еткереп башҡарҙы, тик һәр эштән һуң хужа кеше донъяһы бѳтәйгәнгә ҡыуанып, ѳҫтәлгә араҡы ҡуйыр ине. “Эйе, эштәрен эшләткәндә мин, Илһам, уларға бик кәрәк инем, хәҙер кәрәкмәйем. Ҡасандыр үҙҙәре үк мине маҡтай-маҡтай эсереп һыйлағандарға хәҙер кәрәгем бѳттѳ. Сѳнки мин дә хәҙер эшһеҙҙәр һәм эскеселәр иҫәбен тултырып тороусылар рәтендә. Халыҡта беҙҙең кеүектәргә иҫәпкә бар, һанға юҡ, тип тә әйтәләр”.
Үҙе лә быуынһыҙыраҡ булып сыҡты, шикелле. Заман ағышына эйәрә алманы. Шуға ла был тормошҡа яраҡлаша алманы. Урман сәнғәте (ЛПХ) банкротҡа әйләнеп, ябылмаған булһа, ҡәҙимге эшендә эшләп тик йѳрѳр ине. Эше булһа, бәлки, эскегә лә ныҡлап тотоноп китмәгән булыр ине лә һуң. Үҙ күләгәңдән ҡасып булмағандай, күрәсәкте күрмәйенсә гүргә лә кереп булмайҙыр ул. Тағы намыҫ тигән нәмә лә бар бит әле.Бисәләр эшләп йѳрѳгәндә, ирмен тигән ир кеше эшһеҙ ултырһын әле! Эсмәҫ ереңдән эсерһең. Эшһеҙлектән толҡа таба алмай йонсой ул. Һуңғы арала ниңәлер күңеле лә болоҡһоп тора. Үҙ ѳйѳңдә ул уҡымаған китап та, гәзит-журнал да ҡалманы. Диван буйы булып ятып телевизор ҡарау ҙа екһетеп китә икән.
Әле бына күҙҙәренә кереп килгән әрһеҙ себен кеүек, бер туҡтауһыҙ үҙен маҙалаған уйҙарынан арынырға теләп, урамға сығып ултырҙы.
Урамда ла сыр-сыу килеп уйнаған бала-сағанан башҡа әҙәм заты күренмәй.
Хәйер, ана, ауыл осонда ѳсәү күренде. Йүгерә-атлай килеүҙәренә ҡарағанда, ҡайҙалыр ҡабаланған кеүектәр. Ѳсәүләшеп колонка янына килеп туҡтанылар. Береһе шунда аяҡ аҫтында ятҡан араҡы шешәһен күтәреп алды. Колонка аҫтында арлы-бирле болғатып йыуып алғас, кеҫәһенән 200 грамлыҡ спирт килтереп сығарҙы. Спиртын әлеге шешәгә бушатҡас, колонканан кәрәгенсә һыу ѳҫтәп ағыҙып, шешәһенең ауыҙын бармаҡ менән баҫып тотҡан килеш, бер аҙ һелкетеп алды ла, йә, кемегеҙгә барып бушатабыҙ быны, тигәндәй, дуҫтарына ҡарап ҡуйҙы. Уларҙы күптән ҡыҙыҡһынып күҙәтеп ултырған Илһамға күрһәтеп:
- Ана ла, берәү урамда моңайып ултыра, уға барайыҡ, моғайын, ҡыуып сығармаҫ, - тип әйтеү менән спирттан бушаған шешәне колонка яғына атып бәреп, ѳсәүләшеп Илһам эргәһенә килеп тә баҫтылар. Был ѳсәү менән күрешкән арала Илһам үҙенең ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса:
- Шул тиклем ашығып ҡайҙан ҡайтып киләһегеҙ? - тип һорай ҡуйҙы.
- Бына һепертке һатып, байып ҡайтып киләбеҙ. Ҡулға тѳшкән аҡсаны ѳйгә ҡайтмай ғына йыуырға ине, - ти быларҙың шешә тотоп алғаны. Шул саҡ Илһам ултырған еренән, ҡорт саҡҡандай, һикереп килеп торҙо:
- Юҡ, миңә инмәйек, хәҙер минекеләр эштән ҡайта. Бисәкәй менән ҡыҙым ҡайтһа, беҙгә иркенләп ултырырға ирек бирмәҫтәр, - тип был ѳсәүҙе үҙенә эйәртеп, күршеһенең ҡапҡаһын шаҡырға тотондо. Күрәһең, уныһы ихатала ғына булған, тиҙ генә килеп сыҡты. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы күргәс, башта аптырап ҡалһа ла, теге шешәне күргәс, ниңә килгәндәрен аңланы.
Утынлыҡҡа күрһәтеп:
- Ана, “кафеға” кереп ултырыша тороғоҙ, мин хәҙер ҡабымлыҡ сығарам, - тип ихатаһына кире инеп китте. Бер аҙҙан ҡулына бер ус йәшел һуған, бер нисә телем икмәк, бер гәзит тотоп килеп тә сыҡты. Әлеге гәзитен түмәр ѳҫтѳнә йәйеп ебәргәс, утынлыҡта табын да әҙер булды. Эт күңеле бер һѳйәк, тигәндәй, әҙер табынды күреп кәйефтәре күтәрелгән ҡунаҡтар үҙҙәре тотоп килгән шешәне Хәкимгә тотторҙолар. Уныһы үҙе генә белгән урындан, ҡасандыр үҙе утын артына йәшереп ҡуйған рюмкаһын килтереп сығарҙы. Һауыттың эсенә ѳрѳп, саңын ҡағып, ниндәйҙер сепрәк киҫәгенә һѳртѳп алғас, рюмкаға әлеге шешәнән спирт ҡойҙо. Тәүге рюмканы ҡулына күтәргән килеш, тост әйтергә йыйынған кеше кеүек, ҡунаҡтарына ҡарап торғас:
- Беҙҙең аранан иң тәүҙә һин китәһең, - тип рюмкаһын Әнәскә һондо, уныһы рюмка һоноусыға: “Не шути, брат”, - тигәндәй, аптыраулы ҡараш ташлап ҡуйһа ла, үҙенә тәғәйенләнгән эсемлектән баш тартманы. Рюмка эсендәген тиҙ генә бушатты ла һауытын кире хужаға һондо. Икенсе рюмка шарт буйынса Вәхиткә ине. Һыйлаусы: “Икенсе булып һин китәһең инде, сират һинеке”, - тип икенсе рюмканы Вәхиткә тотторҙо. Уныһы риза ғына йылмайып, үҙ ѳлѳшѳн инәлтмәй генә эсеп ебәрҙе.
Ныҡлап ролгә инеп алған Хәким шешәләш дуҫтарына рюмка һонған һайын уларҙы берәм-берәм сиратҡа ҡуя барҙы. Ә инде былары шул сиратты йѳпләгәндәй итеп рюмкаларын күтәреп эсеп ҡуялар. “Ѳсѳнсѳ кеше булып һин китәһең инде, күрше, сѳнки сират һинеке”, - тип ѳсѳнсѳ рюмканы Илһамға һондо. Ә уныһы: “Ауыҙыңдан ел алһын”, - тип һул яурыны аша ѳс тапҡыр тѳкѳргәс, үҙенә тейгән ѳлѳштѳ күтәреп эсеп ҡуйҙы.
- Ә һин минән алдараҡ китәһең инде, - тип дүртенсе рюмканы Иванға тотторҙо. Уныһы: “Һин әйткәнде мин ишетмәнем”, - тип яуаплап, эсеп ҡуйҙы. Хужа булған кеше үҙенә ҡалған ѳлѳштѳ рюмкаға һалып алды ла, аяҡ ѳҫтѳ баҫҡан килеш һүҙен дауам итеп: “Күреп тораһығыҙ, сират буйынса һеҙ бѳтәгеҙ ҙә китеп бѳткәс, һеҙҙең барығыҙҙан да оҙағыраҡ йәшәп, мин дә китәсәкмен”, - тип үҙенә тороп ҡалған һуңғы рюмка спиртты бер тында эсеп ҡуйҙы ла, былар нимә тиерҙәр икән, тигәндәй ҡунаҡтарына ҡарап тын ҡалды. “Кафе”ла сәйер тынлыҡ урынлашты, сѳнки Хәким барыһының да күңеленә шом һалғайны. Ҡунаҡтар нисек йыйылһалар, шулай таралышты. Һәр кем үҙ ѳйѳнә ҡайтып китте.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ысынлап та, тәүге рюмканы эскән Әнәс үлде. Илһамдың ҡатыны ҡайтты ла: “Әнәс дуҫың үлеп киткән икән”, - тине. Илһам: “Ғүмере бѳткәс, үлә инде”, - тип кенә ҡуйҙы был яңылыҡҡа. Тағы бер ни тиклем ваҡыттан һуң Вәхит тә үлде. Илһамдың ҡатыны: “Вәхит дуҫың да донъя ҡуйған икән”, - тип хәбәр һалды. Был юлы Илһам ултырған еренән ырғып килеп торҙо ла: “Ҡара һин уны. Уйнап һѳйләһәң дә, уйлап һѳйлә икән дәһә. Сират буйынса мин ѳсѳнсѳ инем. Миңә лә сират етте инде былай булғас”, - тип ҡатынын аптырауға һалды. Һуңынан ниндәй сират тураһында һүҙ барғанын ҡатынына бәйнә-бәйнә һѳйләп бирҙе.
Ысынлап та, ихата хужаһы әйткәнсә, сират ѳс кеше үлгәнсә дауам итә. Тик үҙен иң аҙаҡҡа ҡалдырған Хәким генә үҙ сиратын кѳтмәйенсә китеп бара. Әлеге кѳндә шул биш кешенең береһе генә иҫән. Хәҙер ул йәшел йылан менән дуҫлығын ѳҙгән. Ѳҙмәй ни: сиратта иң һуңғыһы ла ул...
Рәфиға Ғәлиуллина.
Оставить комментарий