Ҡурҡҡанға ҡуш күренә

Бер ауылда үтә лә ҡурҡаҡ, үҙе маҡтансыҡ бер әҙәм йәшәгән, ти. Исеме Барый булған. Ул олоғайған әсәһе менән ғүмер иткән. Кеше унан: “Ниңә һаман ѳйләнмәйһең?” - тип һораһа, Барый мыҫҡыллы йылмайып, күкрәген кирә биреп: “Миңә тигән ҡыҙ тыумаған әле, минең кеүек үҙе батыр, үҙе һылыу егеткә матур, егәрле кәләш кәрәк, беҙҙең ауылда ғына түгел, районда ла миңә тиң булырлыҡ ҡыҙ юҡ!” - тип кенә ебәрә. Утыҙ йәшкә еткән егет, әсәһенең пенсияһына ҡарап, ялҡауланып йәшәүен дауам итә. Елкәһе йоҡа булғанлыҡтан, йүнле эш тә таба алмай. Ярай әле атаһынан ҡалған аты, һыйыры менән быҙауы бар. Ошоғаса ҡустыһы Әмир менән бергәләп бесән эшләйҙәр ине. Ләкин ҡустыһы кәләш алып, йорт һалып, айырым сыҡты ла “бынамын!” итеп йәшәп китте. Ҡайны-ҡәйнәһе биргән мал-тыуары ла бар. Улар хәҙер бесәнде айырым эшләй. Үҙе һылыу, тал сыбығы кеүек нескә билле килененә Барыйҙың күптән күҙе ҡыҙып йѳрѳй. Кѳмѳш ҡалаҡҡа һал да йот инде үҙен. Ҡустыһы уңды шул ҡатындан.

Барый юҡ йомошон бар итеп, киленен күрер ѳсѳн аҙнаһына 2-3 тапҡыр инеп сығырға ғәҙәтләнеп китте. Әле лә ҡустыһының иртәнсәк бесәнгә киткәнен күрһә лә: “Әсәй, Әмир ҡустының яныуын алып торам”, - тип сығып та китте.
Ҡайнағаһының буй-һынын тишерҙәй итеп ҡарауынан уңайһыҙланған Ғәлиә: “Ней, Әмир бесәнгә китте бит әле, миңә бер ниҙә әйтмәне”, - тип йоҡа күлдәге аша беленә башлаған ҡорһағын йәшерергә уйлағандай, алъяпҡысын тартҡыланы. Барый тағы бер тапҡыр күҙен майландырып килененә ҡарап алды ла: “Ярай, әләйһәң ҡайтайым инде”, - тип теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғалды.
Ѳйгә ҡайтҡас, һаман Ғә-лиәнең һын-һыпатын күҙ ал-дына килтереп: “Эх, миңә булһын ине шул бисә!” - тип уйланы. Сәй эсеп алғас әсәһенә:
- Мин иртәгә бесәнгә тѳшәм, ямғырҙар башланмаҫтан алда йәһәтләп берәй кешегә әйтеп, сабып алырға кәрәк, - тине.
Яңғыҙы урманға барырға шѳрләй шул үҙе, оялмай, ҡартайған әсәһен эйәртеп йѳрѳмәҫ бит инде. Кемде бесәнгә алып барырға тип тѳнѳ буйы уйланы Барый. Бѳтә кеше үҙенә бесән саба. Уйлай торғас, ахыры сиктә, эскесе Хѳрмәткә әйтергә булды. “Эшләмәһә лә, эргәлә йѳрѳһә булды, уның йѳҙѳн күрһә, айыу түгел, шайтан үҙе ҡурҡып, оҙаҡ ҡына ҡасыр”, - тип кѳлдѳ Барый. Иртәнсәк урынында борғоланып ятты-ятты ла, иренеп кенә кейенә башланы. Арлы-бирле тамаҡ ялғаны ла әсәһе янына сыҡты. Әсәһе ѳй алдындағы ҡотоҡтан һыу алып маташа ине. Иҫке ҡотоҡтоң ауыр сынйырына бәйләнгән иҫке ҡалай биҙрәһенән һыуын ерҙә ултырған биҙрәһенә бушатты ла ѳйгә табан атланы әсәһе. Барый әсәһенең килгәнен кѳтѳп алды ла: “Мин Хѳрмәткә барып киләм”, - тип ауылдың икенсе осонда йәшәгән Хѳрмәткә йүнәлде.
Ата-әсәһенән ҡалған иҫке ѳйҙә бер үҙе йәшәгән Хѳрмәткә ҡырҡ йәш булһа ла, эске менән артыҡ мауыҡҡанға микән, ваҡытынан алда ҡартая башлаған. Ѳй алдында ултырғыс хеҙмәтен үтәгән түмәр янында хужа йыш була, ахыры, тәмәке тѳпсѳктәре, һыра шешәләре тулып ята. Соланы янында сүп үләндәре, кесерткән гѳрләп үҫеп ултыра. Соландың ишеге бер яҡҡа ысҡынып тѳшкән. Сереп тѳшкән иҙән таҡтаһын һындырып ҡуймайым, тип һаҡлыҡ менән генә ишеккә килде. Тыңлап торҙо. Эстә тауыш ишетелмәй. Барый ишекте туҡылдатты, ѳндәшеүсе булмағас: “Хужа ѳйҙәме?” - тип һорап ишекте асты. Ѳй эсе бысраҡ. Ѳҫтәлдә һауыт-һаба ҡатып ултыра. Диванда салҡан ятҡан Хѳрмәтте саҡ уятты Барый. Тегеһе күҙен дә асмай ғына: “Уф, башым! Кем йѳрѳй шунда?! Нимә, берәй нәмә килтерҙеңме?” - тип мығырланы. Барый: “Ней, Хѳрмәтулла ағай, мин һиңә йомош менән килгәйнем”, - тип ҡурҡа-ҡурҡа һѳйләнде. Хѳрмәтулла уянды ла Барыйға ҡарап тексәйҙе. Күп эсеүҙән бите шешенгән, күҙе ҡыҙарып бѳткән, сәсе уҡмашып ҡатҡан Хѳрмәт тороп ултырҙы. Тубығы сығып ҡатҡан трикоһын иҙән-дән алып кейҙе. “Йә, нимә, тыңлайым. Оҙаҡ һѳйләмә,
уф-ф, баш ярылып килә”, - тип ѳҫтәлдән бысраҡ стакан алып мейес янындағы биҙрәнән һыу алып ғоңҡолдата эсте. Барый һүҙҙе нисек башларға белмәй, шулай ҙа: “Ағай, миңә бесәнгә барыш әле, яңғыҙыма ауыр ҙа, күңелһеҙ ҙә, ике кеше икәү булыр, һѳйләшеп йѳрѳһәк тә”, - тип мығырланы. Хѳрмәт ике ҡуллап бысраҡ, еткән сәсен тырнап алды ла: “Баш ауырта, берәй яртың бармы?” - тине. Ҡыуанып киткән Барый: “Һы! Был бит минең ѳсѳн пустәк нәмә, хѳрмәтле Хѳрмәт ағаҡайым, берҙе түгел, икене табырмын һинең кеүек яҡшы кешегә!” - тип сурытты. Быны ишеткән Хѳрмәттең эсенә йылы йүгерҙе. “Һин нимә ҡустым, бѳгѳн барып сабайыҡ та ырғытайыҡ, иртәгәгә ҡалдырғансы!” - тине. Уның кәйефе күтәрелеп киткәйне, хатта башының ауыртыуы ла әҙерәк туҡтаны, шикелле.
- Бар, йәһәт, атыңды ек тә миңә кил, мин әҙерләнеп кѳтѳп торормон, - тине.
Барый ѳйѳнә ҡарай йүгерҙе. Ишектән инеү менән: “Әсәй, ашарға берәй нәмә әҙерлә, беҙ хәҙер бесәнгә китәбеҙ, ней, теге ялтыр башлыны ла онотма, Хѳрмәттең башы ауырта”, - тип теҙҙе Барый. Йәһәт кенә лапаҫ аҫтынан ямғырға тутыға башлаған ике салғы тѳшѳрҙѳ. “Тегендә тапармын әле”, - тип тапау ҡағылған таҡта киҫәген арбаға ырғытты. Салғы аҫтына ҡуш кѳбәкле мылтығын һалып, ике салғының башын иҫке кейеҙ киҫәгенә ураны ла арбаға бәйләне. Ѳҫтѳнә бер алама юрған ырғытты ла саң борхотоп сығып та китте.
Хѳрмәт, әҙерләнеп ҡуям, тиһә лә, тағы диванда аунап ята ине.
- Йә, булдымы? - тип ике күҙен мѳлдѳрәтеп Барыйға ҡараны.
- Ә кәк же, минме һуң булдырмаған, бер яртыны табыу минең ѳсѳн еп-еңел, - тип Барый маҡтанып алды.
Ниһайәт, юлға сыҡтылар. Аҫтарында ятҡан юрған аҫтындағы зәм-зәм һыуын нисек итеп тиҙерәк эсергә лә, эшләмәйенсә генә тайырға икән тип баш ватып барҙы Хѳрмәт.
Барыйҙың бесәнлегенә барып еткәндә сәғәт икенсе ярты ине. Ҙур эш күрһәткәндәй, Хѳрмәт арбанан тѳшә һалды ла, ат туғарып торған Барыйға һиҙҙермәй генә тѳйѳнсѳктѳ һәрмәштерҙе. Эсенә йылы йүгерҙе. Салғыларҙы ыс-ҡындыра башланы ла, арбала ятҡан мылтыҡты күреп: “Һин әллә һунарға килдеңме, әллә айыуҙан ҡурҡаңмы?”- тип хахылдап кѳлә башланы. Барый һыр бирмәй генә: “Тайыш табандан ҡурҡҡан юҡ та ул, ләкин һаҡланғанды - Хоҙай һаҡлар, былтыр шулай бесәнгә килдем дә, туҡта әле арымаҫтан алда сәйгә һыу килтереп ҡуяйым тип, йылғаға тѳшѳп киттем. Бына шунда бер айыу менән күҙгә-күҙ осрашмаһаммы, малай! Башмаҡ ҙурлығы! Мин ҡурҡҡанды һиҙҙермәҫкә тырышып, нимә аңшайҙың, атып үлтерәм бит хәҙер, тип ағас менән уға тоҫҡаным. Әллә аңланы инде, әллә ҡурҡты, белмәйем, ларҫ-лорҫ баҫып һаҙға кире тѳшѳп китте”, - тип алдай-алдай Барый атын тышарға йүнәлде. Үҙе: “Ну, йәтеш алданым да инде был алкашты!” - тип үҙ алдына һѳйләнеп кѳлѳп алды.
Барыйҙың китеүе булды, Хѳрмәт теге тѳргәк араһынан аҡбашты тартып алды ла һаҙлыҡҡа йүгерҙе. Аяҡ аҫтында ҡапыл шартлап ағас һынды, Хѳрмәт эләгеп ҡоланы, ләкин араҡыны ҡулынан тѳшѳрмәне, шул урында ултырып шешәне теше менән асты ла эсә башланы. Тап шул ваҡыт ат тышап арба янына килгән Барый “айыу” тип ҡото осто, йүгереп мылтығын һәрмәп алды ла һаҙ яғына ата-ата атына йүгерҙе. Атының тышауын кѳс-хәл менән ысҡындырҙы ла, ултырып ауыл яғына сапты.
Ә Хѳрмәт ҡолағын ярырҙай булып шартлаған мылтыҡ тауышына иғтибар итмәй, араҡы һемереүен белде. “Ҡалай йәтеш булды, бер ни ҙә эшләмәнем, бер үҙемә бер ярты!” - тип ҡыуанып та алды. Ярты шешәне ҡулына тотоп, һәрмәк-һѳрмәк арба янына килде лә кѳс-хәл менән арба аҫтына инеп ятты. Әллә иҫерҙе, әллә ҡояш йылынып башына бәрҙе, ул һаташа-һаташа йоҡлап та китте... Кинәт нимәнәндер ҡурҡып уянды, һикереп то-рорға уйланы. Үҙенең арба аҫтында ятыуын онотоп, башын арбаға бәрҙе, ваҡытлыса иҫен юғалтты. Аңына килгәс, арба эргәһендә ҙур ҡара шәүлә күрҙе. Терһәгенә кѳс-хәл менән таянып, буш шешәне шул яҡҡа бәрҙе лә, кире ауҙы. Теге шәүлә кинәт ныҡ итеп үкереп ебәрҙе. Һәм Хѳрмәтте арба аҫтынан һѳйрәп сығарҙы. Ҡурҡышынан ҡапыл айныған Хѳрмәт ҙур айыуҙы күреп, йѳрәге ярылды. Ә айыу һаҫыҡ араҡы еҫенән ерәнгәндәй, уға ҡарап торҙо ла ларҫ-лорҫ баҫып һаҙға тѳшѳп китте.
Ә Барый был ваҡытта әсәһенә: “Ҙу-ур айыу һѳжүм итте, теге алкаш Хѳрмәт мине ташлап ҡасты, ярай, мылтығым булды, атып ебәрҙем, үлмәне, ҡәһәрең. Ну яраланым, үкереп һаҙға тѳшѳп ҡасты”, - тип әкиәт һѳйләй-һѳйләй сәй эсә ине.
Иртәнсәк Хѳрмәт ҡайтып йоҡлап ятамы икән тип ѳйѳнә барҙы, ѳйҙә булмағас: “Хәйер, ул алкаш үҙе бәре кеүек, ҡурҡыу белмәй, шул урманда яталыр әле йоҡлап”, - тип тағы сабынлығына китте. Арбаһы алыҫтан күренде. Ниңәлер аты бышҡырып, ҡолағын ҡайсылап алды. Барый арба янына килде һәм Хѳрмәткә аяҡ осо менән тѳрттѳ. Теге ҡыбырламаны. Шул ваҡыт Барый уның битен, күҙен, ауыҙын себен һырып алғанын күрҙе лә: “Хәстрүш, себенде лә ҡыуа алмай, алкаш”, - тип башы осона килде һәм... ҡото осоп артҡа сигенде. Хѳрмәт йоҡламай ине, ул, айныҡмайынса, күҙҙәрен мәң-гелеккә йомғайны.
Әнисә ҒӘЗИЗОВА.
Абҙаҡ ауылы.
Оставить комментарий