АТАЙ

Эш ваҡыты бөтөп, инде ҡайтырға йыйына башлағайным, һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Туҡылдау шундай сәйер, һағайып, башымды күтәреп ишеккә төбәлдем. Ҡыҫып асылған ишек артынан яртылаш баш күренде.
- Мөмкинме? - Яңаҡтары ҡурҡыныс булып эскә батҡан, илле биш йәштәр самаһындағы ир бесәй һымаҡ йомшаҡ баҫып, эйелә-бөгөлә килеп инде. Алан-йолан ҡаранып алғас, ҡояштай балҡып, ҡуш ҡуллап күрешергә ҡулын һуҙҙы. Мин уларҙы күрмәгәндәй, аптырап ҡатып ҡалдым. Ҡулдар һауала эленеп торҙо ла һәленеп төштө.
- Мөмкин! - асылған ауыҙымды ябырға ла онотоп, ҡапыл баҙап ҡалдым. Был кешене мин бит беләм. Үтә лә таныш йөҙ. Бала саҡ хәтере ныҡ, төпһөҙ күл һымаҡ бөтә нәмәне үҙенә йотоп, һеңдереп бара бит ул. Был әҙәм дә шул бала саҡтың бер хәтирәһе булып, ҡылт итеп иҫкә төштө.
- Ултырырға мөмкинме? - теге алдындағы ултырғысҡа эйәге менән ымланы.
- Эйе-эйе, ултырығыҙ! - Ҡапыл-ҡара онотолоп киткәнемә үҙем уңайһыҙландым. - Тыңлайым һеҙҙе?
- Ней, улым. Нимәнән башлайым икән?
- Тулҡынланмағыҙ! Ниндәй һорауығыҙ бар? - Улым, тигәненә иғтибар ҙа итмәйенсә, хәйер, өлкән, оло кешеләр йыш ҡына миңә шулай тип өндәшә.
- Балам, һорау тип, һорау ҙа түгел ул, - ти теге кеше өҙгөләнеп, тотлоға-тотлоға. - М-м-мин һиңә ә-әйт..., мин һиңә ә-әйт..!
Тегенең әйтә алмай аҙапланыуын мәрәкә күреп, ултырғысымдың һөйәлмәһенә ҡырын төшөп, ни әйтерен көтә башланым. Ҡапыл был ир миңә меҫкен кеүек тойолдо.
- Ней, улым, һин бит минең малайым. Мин, мин ней, һинең атайың булам.
Ҡапыл арҡама бысаҡ ҡаҙанылармы ни, һикереп торҙом.
- Булыуы мөмкин түгел! - тип ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. - Дөрөҫ түгел!
Ҡыҙып барғанымды аңлап, кире урыныма ултырам.
- Мин үҙем дә белмәй инем. Бына яңыраҡ ҡына белдем… Һорашып белештем, ысынлап та шулай. Минең исемем Вәли. Һин бит Вәлиевич. Һинең әсәйең, Ғәлиә менән беҙ йәшлектә осрашҡан инек…
- Йә, етәр! Ниндәй һорауығыҙ бар?!
- Әйҙә, яҡындан танышайыҡ. Бөгөн кискә беҙгә ҡунаҡҡа кил, тип саҡырайым тигәйнем. Һөйләшеп ултырырбыҙ..
- Етәр! Һорауығыҙ булмаһа… - тип тегене тыңларға теләмәй һүҙ башлағайным, мине ул үҙе бүлдерҙе.
- Улым! Уңайһыҙ килеп сыҡты инде, ирҙәрсә һөйләшәйек, аңлашайыҡ әле. Һеҙ тикшереү алып барған Кималов Зиннур Вәлиевич, һинең бер туған ағайың булып сыға. Шул турала үҙ-ара килешеп, бер нәмә уйлап булмаҫмы, тигән инем.
Ҡапыл тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
- Булмай! Хәҙер үк бынан сығығыҙ! - тип ҡысҡырғанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Ир кеше, бындай ҡаты ҡыланышты көтмәгән, күрәһең. Тәүҙә ҡаушап ҡалды, һуңынан нисек ингән, шулай тәртәнләп сығып, күҙҙән юғалды.
Ҡапыл бәләкәй бала һымаҡ ҡысҡырып илағым килде, әллә ҡайҙарҙан көткән атайым, эргәмдә генә йөрөгән. Башым ауырайып киткәндәй булды, услап башымды тотам. Һы, ҡунаҡҡа кил, имеш. Миңә кәрәк саҡта, һин ҡайҙа булдың? Ә мин көттөм! Йылдар артынан йылдар үтә торҙо, ә мин төңөлмәнем, көттөм! Бөгөнгәсә көттөм, тик хыялымдағы атайым икенсе ине... Бөгөн килеп һин мине үҙең таптың һәм һине белгән дә булғанмын, баҡтиһәң, мин үҙем һиңә кәрәк булып сыҡтым. Атай, тип башҡа балалар кеүек, ауыҙ тултырып әйтеп иркәләнгем, ниндәйерәк икән минең атайым, тип зар-интизар булып күргем килгәндә, урамда атайлы малайҙар мине ҡыйырһытҡанда, һин ҡайҙа булдың?! Һы, ҡунаҡҡа кил, мин һинең атайың, еңел әйтәһең. Бына һиңә, тикшереү алып барған енәйәтсе ағайым булып сыҡты, йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тиҙәр. Ә минең йәнем дә, ҡаным да тартмай, аңлы рәүештә тартмай, хатта ытырғандырғыс.
Тартырҙай көстө бала саҡта уҡ үҙ ҡулдарың менән өҙә һуҡҡанһың. Тағы нимә кәрәк? Бәлки йән атҡан улың енәйәт эшләмәгән булһа, бөгөн мине эҙләп табыр инеңме икән?!
Бер-бер артлы һорауҙар мейемде ҡайната. Ә бит был беҙҙең беренсе осрашыуыбыҙ түгел. Һин мине танымаһаң да, мин һине таныйым…
Алтынсы класта уҡый инем. Дәрестәр бөткәс, ҡайтырға сыҡтым. Мәктәптән алыҫ та китеп өлгөрмәнем, үҙемдән бер класҡа алда уҡыған ике малай артымдан ҡыуып еттеләр ҙә, аҡса һоранылар, кире яуап ишеткәс, юҡты буш итеп, бәйләнә башланылар.
Берәүһе бигерәк тызырайып инеп бара. Иғтибар итмәй китеп барырға иткәйнем дә,теге малай арттан килеп һуғып та ебәрҙе. Ҡарап тормай, мин дә тондорҙом. Эйе, һуғылып торғо килмәне. Тас-тос һуғышып киттек. Артыбыҙҙан килгән физика уҡытыусыһы айырмаһа, был хәл бик күңелһеҙ тамамланыуы көн кеүек асыҡ ине.
Икенсе көнөнә класс етәксеһе, директор һине бүлмәһенә саҡырта, тип алып китте. Барып инһәм, күҙе күгәргән теге малай, эргәһендә ир кеше баҫып тора. Күрәһең, атаһылыр...
- Һинме, минең малайымды туҡмап ҡайтарған?! Бына нимә эшләгәнең! - тип ир ашарҙай булып ҡарай, ә тегеһе танауын мыршылдата тартып, һытылып иларға етешкән.
Директор тыныс ҡына миңә ҡарап, нимә булғанын һөйләп бирергә ҡушты. Барыһын да нисек булған, шулай һөйләп бирҙем.
- Алдай бит ул! Минең балам аҡсаға мохтаж түгел! Аллаға шөкөр, хәйерсе түгелбеҙ, хатта күптәрҙән бынамын итеп артыҡ йәшәйбеҙ! Атаһын саҡыртырға кәрәк!
- Атаһы юҡ уның, әсәһе сменанан сменаға эшләй. Әле килә алмай, - тип класс етәксеһе аңлатып бирҙе.
- Атайһыҙ, ата тәрбиәһен белмәгән-күрмәгән, ҡарауһыҙ балаға ышанаһығыҙмы?
Был һүҙҙәр йөрәгемә беҙ булып ҡаҙалды. Ҡыйын булып китте, башым әйләнгәндәй булды. Директор быны аңғарыпмы, миңә сығып торорға ҡушты. Көс-хәл менән коридорға сыҡтым. Ҡолағым төбөндә теге яман ағай әйткән: “Атайһыҙ, ата тәрбиәһен белмәгән, ҡарауһыҙ балаға ышанаһығыҙмы?” - тигән һүҙҙәр яңғырап тик тора. Улай ғына түгел, йәнемде телгеләй. Күҙемдән йәштәр урғылып сығып килә. Көсләп тыйырға тырышып, күҙемде ябырға ҡурҡып, шарҙай асам. Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәс, туҙынып теге кеше малайын эйәртеп килеп сыҡты.
- Бер эләгерһең әле миңә!... - тип теш араһынан янап, нәфрәтле ҡараш ташланы ла шәп-шәп атлап сығып китте.
Баҡтиһәң, теге малайға ялыуҙар күп, класс етәксеһе лә насар характеристика биргән. Шуға малайҙың үҙен шелтәләп, атаһына улына иғтибарлы булырға кәрәклеген әйткәндәр икән.
Шул көндө икенсе ҡаттың баҫҡысы аҫтына йәшенеп, ҡараңғы, шыҡһыҙ мөйөштән яҡлау эҙләгәндәй, күңелем рәнйеүҙән тыйыла алмай беренсе тапҡыр оҙаҡ шыңшып иланым. Атайһыҙ бала, тип әйтеп ҡыйырһытҡан һүҙҙәре йәнемде телгеләне. Был ауыр һүҙҙәрҙе шул ваҡытта беренсе һәм һуңғы тапҡыр ишеттем…
Мин-минлеге менән янанымы, әллә был юҫыҡта башҡа осрашмағас, ул хәл шуның менән бөттө. Шул көйө хәтер һандығына инеп ятты ла башҡаса ҡуҙғалтылманы.
Ҡасандыр “атайһыҙ” мөһөрө таҡҡан кеше үҙе бит миңә атай булып сыҡты.
Ике малайының да енәйәт юлына баҫыуына үҙе ғәйепле бит.
Ҡапыл бүлмәлә һауа етешмәгәндәй тойолдо. Баш-лығымды баш осона эләктереп, курткамдың төймәләрен дә эләктермәйенсә тышҡа атылам. Урам тултырып ҡысҡырып илағым килә. Өнһөҙ шыңшыйым. Зиһенем тарҡалып, аяҡ быуындарым бушап, ҡолап барғандай булам. Тәнтерәкләп эргәләге эскәмйәгә ултырам. Күңелем һулҡылдап: “Улай ныҡ бөтөрөнмә. Нимә бәлтерәп төштөң дә ҡуйҙың? Һин бала саҡтан уҡ ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙеңде яҡлап үҫтең дәһә, улай ғына түгел, әсәйеңдең таянысы ла булдың. Насар ҙа йәшәмәнең. Тик атай наҙы ғына күрмәнең инде”, - тип мине эстән йыуата.
Их, атай, күпме тапҡыр һинең һыныңды күҙ алдына килтерергә тырышып, хыялы-мда һинең менән осраштым. Һин унда буй еткеһеҙ мөһабәт инең. Мине көрәктәй ҡулдарың менән күтәреп күккә сөйә-сөйә шаяраң, ә мин иҫем китеп шарҡылдап көлөп, рәхәтләнеп һикерәм. Хыялымдағы атай менән гел шулай йәшәнем, гел эргәмдә йөрөп, миңә дәрт, көс биреп торҙо. Әле лә ул эргәмдә… Тик һин ул атайҙың бөтөнләй киреһе, минең атайым төлкө сүрәтендәге меҫкен кеше түгел! Ә бөгөн аяҙ күктә йәшен атҡан һымаҡ ҡапыл, меҫкенләнеп үҙең килдең. Ҡасандыр хыялымда һырынып, яҡлау эҙләргә теләгән атайым, бөгөн үҙе ярҙам һорап килгән. Дөрөҫөрәге, ғәзиз улдарын ҡурсалаған юха йылан булып сыҡты. Йәне теләгән йылан ите ашаған, тиҙәр. Бына ҡайҙа ул! Имеш, атай булып сыҡҡан. Әгәр улдарың ошо хәлгә ҡалмаһа, мине табыр инеңме, дөрөҫөрәге, минең был донъяла барлығымды иҫләр инеңме?!
“Мин һине танымайым, бөгөн ебеп төштөң, тормош бит ул, тормош булғас, бөтәһе лә була”, - тип күңелем мине шелтәләп тә алды.
Туҡта, ысынлап, нимә былайтып ултырам әле. Әсәйемдең хәлен барып беләйем. Уны күрмәгәнемә бер аҙна булып килә ләһә, тип урынымдан ырғып тороп, әсәйем йәшәгән, тыуып-үҫкән йортом яғына йүнәлдем.
Әсәйем дә эштән саҡ ҡайтып тора икән.
- Әй, балаҡайым, ҡайһылай оҙаҡ килмәй киттеңсе, ней, ошо арала үҙем дә бушай алмайым, - тип, һәр ваҡыттағыса үрелә биреп, арҡамдан тупылдатып һөйҙө. Буйға ла ап-арыуыҡмын шул, әсәйемдән бер башҡа аша ҡарап торам.
Эсемдә ҡайнаған утты тышҡа сығармаҫҡа тырышып, көлөп һөйләшәм. Хәл-әхүәлдәрҙе белешеп, көлә-көлә сәй эсеп алдыҡ. Ҡайтырға сығырға ыңғайлағайным, әсәйемдең йөҙө кинәт үҙгәреп, етдиләнеп китте. Ниҙер әйтергә теләй, һиҙеп торам. Сабыр ғына көтәм.
- Балам, һиңә әйтер һүҙем бар. Хәҙер һин бәләкәй түгелһең, үҙең ике балаға атай булдың, әйтмәҫмен, тигән инем дә, әйтмәй ҡалдырһам, дөрөҫ булмаҫ, - әсәйем уратып һүҙ башлаһа ла, ни әйтерен һиҙеп ултырам. - Әйтер һүҙем һинең атайың тураһында, ошо ҡалала йәшәй бит ул. Хәйер, бында йәшәһә лә, мин уның менән күрешеп йөрөү түгел, осраҡлы ла осрашҡаным булманы. Ә өс көн элек ул мине үҙе килеп тапты һәм мине һинең менән таныштырыуымды үтенеп һораны. - Сабыр ғына артабан тыңлайым. - Мин уға, хәҙер ул бәләкәй бала түгел, уның ихтыярында, тинем. Күрергә, танышырға теләгең булһа, улым, үҙең уйла, һинең эш.
- Әсәй, юҡҡа борсолма, уйлағанмын инде, - тип, тиҙ генә хушлашып ҡайтырға сыҡтым, дөрөҫөрәге, балаларым янына ашыҡтым.
“Миндә йәшәгән атайың изге күңелле, ул һиңә тоғро кәңәшсе, һәр ваҡыт эргәңдә … һин уға өйрәнгәнһең”, - тип шыбырлай күңелем.

Линиза Шакирова
Оставить комментарий