МӨСӘ һәм МӘҺӘР 1-04-2014, 15:22 / Яҙыусылар ижады

МӨСӘ һәм МӘҺӘР

Үҙҙәренең бер бөртөк улына кәләш әйттерергә тип, Ғәли ағай менән Ғәлиә еңгәләргә ҡыҙҙарын һоратып, ҡоҙалар килеп төштө. Ҡаланан үҙҙәре, башҡорт булһалар ҙа, ни үҙ телдәрендә, ни урыҫса, ни татарса түгел, һупалайҙар өс телде бергә бутап. Алдан, әлбиттә, ҡасан, ҡайһы көнгә килеүҙәре килешеп ҡуйылғас, һый ҙа әҙер, ризыҡ менән һығылып торған өҫтәл дә ҡунаҡтарҙы көтә ине. Ултырышҡас (бер – береһе менән тышта, ҡаршы алғанда уҡ танышҡайнылар), ғәҙәттәгесә, күпмелер ваҡыт һүҙ – һүҙгә берекмәй торҙо. Танышыу хөрмәтенә берәрҙе күтәреп алғас, буласаҡ ҡоҙа урынынан ҡалҡынды:...
Баш — таш түгел 20-06-2013, 16:26 / Яҙыусылар ижады

Баш — таш түгел

Уйламағанда-кѳтмәгәндә урмансы Фирғәт үҙ йомошо менән ҡалалағы ҡоҙаһына килеп тѳштѳ. Ни тиһәң дә Илдус ѳсѳн күптән күрмәгән ҡоҙаһы хѳрмәтле ҡунаҡ. Етмәһә, уларҙың үҫмер мәлдәре бергә уҙҙы. “Ҡунаҡ ишегеңде асһа, һин йѳҙѳңдѳ ас”, тигән халыҡ әйтеме бар. Ә әлегә, Илдус, ысын мәғәнәһендә йѳҙѳн аса алмай. Әле улар хәл-әхүәлдәрен белешеп, сәй шѳрпѳлдәтәләр. Ахырҙа, Илдус ҡоҙаһына хәл-торошон аңлатырға баҙнат итте....
Сәйер kараk 15-04-2013, 09:40 / Яҙыусылар ижады

Сәйер kараk

Алтмыш йортло ауыл халҡы ѳйҙән-ѳйгә йѳрѳп, ғәжәп хәлде аҙна тирәһе һѳйләне. Ишеткән бере был хәлгә аптыраны, олораҡтары - “Әстәғәфирулла”, әйтеп бот сапты. Ҡыҫҡаһы, ваҡиғаны һәр кем үҙ уй-ҡарашынан сығып фекерләне: берәүҙәре, хеҙмәт әрмеһенән ҡасҡан үткенсе эшелер тигән фекерҙә булһа, икенселәре - үҙ кешебеҙ аслыҡ касафатынан енәйәткә еткәндер, тип фаразланы. Ҡайһылай ғына булмаһын, һарайҙан ғәйеп булған һарыҡ бәрәне сәйер хәл ине....
“Тыуған тѳйәгенән илһам алып “ 5-04-2013, 16:23 / Яҙыусылар ижады

“Тыуған тѳйәгенән илһам алып “

Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһында Баҡый ауылында тыуып үҫкән билдәле журналист һәм яҙыусы Сабир Шәриповтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған әҙәби кисә үткәрелде....
Иҫтәлекле осрашыу 2-04-2013, 08:41 / Яҙыусылар ижады

Иҫтәлекле осрашыу

Сосновка модель китапханаһында Халыҡ-ара балалар китабы кѳнѳнә арналған әҙәби кисә уҙҙы....
Завод тураһында роман булырға тейеш 26-03-2013, 16:59 / Яҙыусылар ижады

Завод тураһында роман булырға тейеш

Күптән түгел Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһында Учалы яҙыусылар ойошмаһының күсмә ултырышы булып үтте....
Һуңлап ҡына  килгән Яңы йыл 28-12-2012, 14:39 / Яҙыусылар ижады

Һуңлап ҡына килгән Яңы йыл

Ғәбиттәрҙең ҡаланан ауылға күсеп килеп йәшәй башлауҙарына ѳс кенә йыл әле. Ата-әсәһенән ҡалған иҫке ѳйҙѳ һүтеп, кирбестән бынамын итеп йорт һалып алдылар. - Ошондай ожмахта ла йәшәр кѳн бар икән. 40 йыл ҡала һауаһын һуланыҡ. Хәҙер рәхәтләнеп сығып күккә ҡарап тораһың, ниндәй һиләүәт! - ти Ғәбит һәм ҡурайын алып һыҙҙырып ебәрә. - Ҡала ѳйѳндә ошолайтып уйнап ҡара, хәҙер стенаға туҡылдатырҙар. Ҡыҙыҡай ҙа бейергә ярата, бында килһә, туйғансы тыпылдатып бейеп ала....
Компьютер 26-10-2012, 13:52 / Яҙыусылар ижады

Компьютер

Компьютерҙарҙың ниндәйе генә юҡ хәҙер. Иҫәпләй, киләсәккә бик уңайлы һәм файҙалы булған программалар тѳҙѳй, баш етмәҫ ҡатмарлы мәсьәләләрҙе «һә» тигәнсе сисеп бирә торғандары, үҙ хәтерендә һаҡлай торғандары тиһеңме... Ҙурҙары ла, бәләкәйҙәре лә бар уларҙың. Алик Абдрахманович, ҙур ойошма етәксеһе булараҡ, үҙ бүлмәһенә компьютер алып ултыртты. Был үтә «аҡыллы» компьютерҙың тейешле кнопкаһына баҫыу менән үҙең теләгән кешенең уй-фекерҙәрен асып һала, ниндәй ниәт менән йәшәүен күрһәтә, уның эшсәнлегенә тулы характеристика бирә торған ѳр-яңы аппарат ине был. Алик Абдрахманович һѳйѳнѳп бѳтә...