Әсәй

Хәлимә Ғәббәсова репертуарынан
Кистәр еткән һайын моңһоуланып,
Сығаһыңдыр ҡапҡа янына.
Сабырлыҡтар бирһен һиңә, әсәй,
Сыҙамлыҡтар бирһен йәнеңә.

Ҡушымта:
Ҡапҡа тѳптәренә сығаһыңдыр,
Баҫылмаҫмы йѳрәк ярам, тиеп.
Ярты тѳнгә ҡәҙәр тораһыңдыр,
Ҡайтып тѳшмәҫ микән балам, тиеп.

Ҡайтмай ҡалһам әгәр әрнеүҙәрең
Кѳсәйәлер һинең күң(е)леңдә.
Ғүмер буйы кѳтѳп һәм зарығып,
Йәшәүҙәре еңел түгелдер.

Ҡушымта шул уҡ.
Күҙкәйҙәрең тулы сабырлыҡтыр,
Күңелдәрең тулы яратыу.
Почтальондар үтеп киткән һайын
Йѳрәктәрең сәнсеп ҡалалыр.
Ҡушымта шул уҡ.
Оставить комментарий