Үҙемдең туғандарым

Башҡаларҙан башҡа матур,
Йѳҙҙәрендә башҡа нур.
Ул минең туғандарым шул -
Йѳрәккә яҡындарым.

Ҡушымта:
Әллә кемдәр кеүек, тиҙәр
Беҙҙең затты күргәндәр.
Һәр ерҙә лә уңғандарым -
Үҙемдең туғандарым!
Әллә кемдәр кеүек, тиҙәр
Беҙҙең затты күргәндәр
Ут сәсрәтеп торғандары -
Үҙемдең туғандарым!
Бер-беребеҙгә ҡәҙерлебеҙ,
Уйнап-кѳлѳп алһаҡ беҙ.
Һыр бирмәйбеҙ яттарға шул
Донъя кѳткән саҡтарҙа.

Ҡушымта:
Әллә кемдәр кеүек, тиҙәр
Беҙҙең затты күргәндәр.
Һәр ерҙә лә уңғандарым –
Үҙемдең туғандарым.
Әллә кемдәр кеүек, тиҙәр
Беҙҙең затты күргәндәр
Ут сәсрәтеп торғандары
Үҙемдең туғандарым.

Эш тигәндә һәр саҡ берҙәм,
Сибәрлектә бер тигән.
Йѳҙѳк ҡашы кеүек затлы
Кем туғандары тағы!

Ҡушымта:
Әллә кемдәр кеүек, тиҙәр
Беҙҙең затты күргәндәр.
Һәр ерҙә лә уңғандарым –
Үҙемдең туғандарым.
Әллә кемдәр кеүек, тиҙәр
Беҙҙең затты күргәндәр
Ут сәсрәтеп торғандары
Үҙемдең туғандарым.
Оставить комментарий