Азия, Европа

Азия, Европа тигән
Ҡәлғә лә юҡ, ѳй ҙә юҡ.
Әммә улар араһында
Сиктәр ҙә юҡ, йѳй ҙә юҡ.

Бәлки килеп терәлгәндер
Улар ҡаршы яу булып.
Аҙаҡ ҡатып ҡалғандарҙыр
Мәғрур Уралтау булып?!

Ул батырҙар баҫҡан келәм -
Күркәм башҡорт далаһы.
Тыуған халҡым - тѳйәк ҡорған
Шул батырҙар балаһы.

***
Әрем еҫе тулған май һауаһын
Һулап уйға ҡалам аҙ ғына.
Тойғо тѳйѳрҙәрен сисәм әле,
Һүҙҙәр итеп теҙәм ҡағыҙға.

***
Мѳмкинме һуң миңә һине яратырға,
Рѳхсәт итерһеңме, бәғерем, был ғәмәлде.
Моң-һағыштарымды таратырға
Бирер микән Тәңрем бер әмәлде…

***
Ғәйепләнең мине юҡҡа ғына,
Әйҙә, булһын шулай. Ғәйепле - мин.
Әйтә алмағайным һѳйѳү һүҙен,
Сыуалтҡайным кинәт фекер ебен.

Зәйтүн ДӘҮЛӘТБИРҘИН.
Белорет.
Оставить комментарий