Һаман хәтерҙә

Класташтарым Маһинур Әүбәкирова, Мәүлиҙә Шәйәхмәтова, Вәкил Кималовҡа
Күптән артта ҡалһа ла ул йылдар,
Хәтерҙә һаман мәктәп юлдары.
Бѳгѳн дә бит беҙҙең күңелдәрҙә
Үҫмер саҡтың яҡты уйҙары.

Ул ваҡыттар инде ҡабатланмаҫ,
Ҡайҙа һуң хәҙер, һеҙ - һабаҡташтар?
Ҡайҙа ҡалдылар шау-гѳр килешеп,
Уйнап-кѳлѳшѳп уҡыған саҡтар.

Хәтерҙән сыҡмай һис класташтар,
Онотоп булмай һеҙҙе яҡташтар.
Эх, ҡайҙа ҡалды, ҡайҙа юғалды
Ут сәсрәп торған беҙҙең йәш саҡтар…
Хәлиҙә САФИУЛЛИНА.
Мәхмүт
Оставить комментарий