Етегән шишмәләр

Һалҡын шишмәләрҙең етегәне
Тыуған ауылым Мулдаҡайҙа.
Береһе гѳрләй, береһе ҡайнай,
Етеһе лә йырлап аға.

Оҙон юлдар урай-урай,
Кинәнеп саф һауаһына,
Эсә-эсә шишмә һыуын
Мин ҡайтам ауылыма.

Кѳмѳш һыулы шишмәләрем
Ағалар кѳйләп тынмай.
Саф шишмәләр һыуын эсһәм,
Күңел ярһымай, йѳрәгем янмай.

Эх, минең тыуған ауылым,
Эх, минең саф шишмәләр.
Ҡайтып ура сит ерҙән, тип,
Һәр саҡ тѳшкә керәләр.

Тѳштә генә түгел, дуҫҡай,
Ѳндә лә һыҡрай күңел.
Сит ерҙәрҙең шишмә һыуы
Етегән шишмәләр түгел.

Етешәр тамсылап эсәм
Етегән шишмә һыуҙарын.
Етеһе лә кѳйләп аға
Һѳйләп ауыл серҙәрен.
Оставить комментарий