Йәшлек эҙенән

Һағынып ҡайтып урмандарға барам
Йѳрәк серҙәремде сисергә.
Бала саҡтан күңелемдә ҡалған
Йәшлек эҙҙәренән үтергә.
Шулдыр әле минең йәшлек эҙем,
Шулдыр балан тиргән ҡыуағым.
Шулдыр силәктәр тултырып,
Ҡурай еләк йыйған яланым.

Муйыл ағастары ап-аҡ сәскә,
Һандуғастар һайрай сут-сут, тип.
Бер ерҙә лә шундай гүзәллекте
Күргәнебеҙ беҙҙең юҡ бит, тип.

Йәшлек йомғаҡтарын һүтә-һүтә
Һандуғасҡа серем һѳйләнем.
Күпме ерҙәр үттем, ә шулай ҙа
Бындай мѳғжизәләр күрмәнем.

Ни ѳсѳндѳр йѳрәк ѳҙгѳләнә,
Тарта мине тыуған яҡтарым.
Яландарым йәшел келәм кеүек,
Шунда үтте бала саҡтарым.

Ауылыбыҙ ожмах түре кеүек,
Хоҙай биргән беҙгә йәлләмәй.
Шифа ғына эскән һыуҙарыбыҙ,
Беҙгә башҡа ерҙәр кәрәкмәй.
Шәмсиә СӘЙФУЛЛИНА.
Мулдаҡай.
Оставить комментарий