Ҡайтып киләм

Бик ашҡынып, ҡанатланып,
Осар ҡоштай, ҡайтып киләм.
Сит яҡтарҙа яфаланып,
Күп йѳрѳнѳм, тыуған илем!
Йәшлегемдә ожмах эҙләп,
Сыҡтым хыял юлдарына.
Бейек-бейек үрҙәр үрләп,
Ҡайтып киләм Уралыма.
Сит ерҙәрҙең тѳнѳ айһыҙ,
Алһыу түгел таңдары ла.
Нисәмә йыл булдым яҙһыҙ,
Ситтә моңһоҙ йырҙары ла.
Кемдәр сығып ҡаршы алыр,
Тигән һорау бошондора…
Тик әсәйем генә таныр,
Ҡалғандарға - алыҫ ара!
Әсәй менән тыуған ерем
Генә мине тоғро кѳттѳ.
Икәүһе лә - берҙән-берәү:
Тыуған ерем, әсәм һѳтѳ!

***
Ауыл йоҡлай. Кѳтмәгәндә
Күрше ѳйҙѳң кәртәһендә
Эт олоно зарлы итеп,
Хәтер яраларын ѳтѳп.
Ошо эттәй бѳгѳн мин дә
Яңғыҙлыҡтың кәртәһендә,
Олор хәлгә ҡуям етеп,
Ауыр яҙмыш сиген үтеп.
Тыныслана алмай яттым,
Эт олоуҙан уйға баттым…
Эт олоуы - насарлыҡҡа
Булмай, булһын яҡшылыҡҡа!-
Тигән булып тынысландым,
Үҙем эстән кѳйҙѳм, яндым…
Таштимер СӘЛИМОВ.
Абҙаҡ.
Оставить комментарий