Бала сағым үткән ер

Ҡоҙашман ауылында
Үтте минең бала саҡ.
Үҫкән ерем иҫкә алып
Һағынам үҙем һәр саҡ.
Күпме инде яры буйлап
Шишмә һыуы аҡҡандыр.
Сылтырашып, бәүелешеп,
Ярҙарына ҡаҡҡандыр…
Бала саҡтың хәтирәһе
Булып ҡалаһың, тауым.
Миңә кѳс-дәрт, илһам биргән
Йылға һәм шишмә һыуым.
Ҡарт олатай, ҡарт ѳләсәй
Донъя кѳткән ошонда.
Күпме шатлыҡ, һѳйѳү таптым
Уларҙың ҡосағында.
Изге ерем ҡотон һаҡлап,
Ятағыҙ тамырҙарым.
Бала сағым, үҫкән ерем,
Һиндә бѳтә уйҙарым.

Фәриҙә МӘХМҮТОВА - СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Оставить комментарий