Юбилейың менән, “УРАЛ”!

Гүйә, ырыуымдың аҡһаҡалы,
Барыһын бер табынға йыйғанһың.
Һәр кем ҡарай һиңә хѳрмәт менән,
Һин - уларға һѳйѳп ҡарайһың,
Донъялағы иң ҙур табын бѳгѳн
Һинең хѳрмәтеңә йыйылған.
90 йәшең менән, “Урал”! - тиеп,
Аҡ ҡаласҡа биҙәп яҙылған.
Табындаштар бик күп, араһында
Бар олоһо, йәше, кесеһе,
Бар колхозсы, ташсы, уҡытыусы,
Хатта тѳрлѳ милләт кешеһе.
Һәр ҡайһыһы ашҡыналар һиңә
Еткерергә изге теләктәр.
Һинең хаҡта әйтелгән һүҙҙәрҙән
Ялҡынланып тибә йѳрәктәр.
90 йыл - аҙ ғүмер түгел, тиҙәр.
Һин бит, “Урал”, күпте күргәнһең.
Сапсындырып сая толпарыңды,
Күпме ер-һыуҙарҙы гиҙгәнһең.
Тәрән аҡыл, уй-фекерең менән
Тирә-яҡҡа даның таралған.
Ил тарихы һинең йѳрәгеңә
Ҡурай моңо менән яҙылған.
Һәр кешегә һинең йѳҙѳң асыҡ,
Барыһын да йәндәй күрәһең.
Ҡай саҡ маҡтап, ҡай саҡ
тәнҡитләп тә,
Яҡшы кәңәштәрең бирәһең.
Һәр кемгә лә һинең йѳрәгеңдә
Эс серҙәрен асыр урын бар
Теләктәр бер - һиңә тоғро ҡалһын
Беҙҙән һуң да килер быуындар.
Йәштәр үҫһен үҙ тарихын белеп,
“Илем! Телем!” - тиеп янһындар.
Тамырҙарын һиндә килеп табып,
Шәжәрәләр тѳҙѳп яҙһындар.
Теләктәрҙең иң-иң изгеләре
Һаман яңғырайҙар табында.
Ҙур хѳрмәттән “Урал” ағайыбыҙ
Олпатлана тѳҫлѳ тағы ла.
Күпме һикәлтәле юлдар аша,
Ниндәй ауырлыҡтар үтмәнең.
Тормош елдәренә бирешмәнең,
Ҡыйынлыҡҡа башың эймәнең.
Оло йәштә булһаң да һин, Урал,
Ҡартаймайһың бер ҙә, афарин!
Аҙымдарың ныҡлы, ышаныслы,
Алда әле йәшнәр йылдарың!
Ғорурланып ҡарап торам мин дә,
Лайыҡлыһың оло хѳрмәткә.
Барыбыҙ ҙа һиңә баш эйәбеҙ,
Рәхмәт әйтеп һинең хеҙмәткә.
Киләсәгең сәскә атһын, “Урал”!
Дуҫтарың гел барһын йәнәшә.
Халҡың ѳсѳн ныҡлы терәк булып,
Йәшә, “Урал», йәшә, мең йәшә!

Лира ХӘЙРУЛЛИНА.
Шығай.
Оставить комментарий