ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ

Аяҡ баҫам Яңы йылға
Ҙур ѳмѳттәр менән бергә.
Үткән йылым риза булһын,
Ѳр-яңы йыл килә ергә.

Үткән йылыма күҙ һалһам,
Аҙ булмаған шатлыҡтары.
Иҫке йылда тороп ҡалһын
Йѳрәгемдең һағыштары.

Алдағы йыл тыныс булһын,
Татыулыҡта гел йәшәйек.
Был донъяның, ғүмерҙәрҙең
Ҡәҙерҙәрен беҙ беләйек.

Аяҡ баҫҡан ѳр-яңы йыл
Бәхет алып килһен беҙгә.
Барығыҙға тик шатлыҡтар
Теләйем мин, дуҫтар, һеҙгә!
Мѳнирә СӘЛИМЙӘНОВА.
Инйәр.
Оставить комментарий