Шишмә буйы

Инйәр миңә һис ят түгел дә бит,
Килен генә булып тѳшкәнмен.
Урғып ташҡан хыялдарым менән
Ғәзиз ерҙәй яҡын иткәнмен.

Туй күлдәге менән һыу башланым,
Аҡ күлдәктәй ине саф хистәр.
Бәхет теләп тәңкә һиптем һыуға,
Онотолмай икән шул хистәр.

Иңдәремә кѳйәнтәне һалып,
Әйткән инем: «Мине ҡабул ит!»
Ҡолағымда сыңлап ҡалды шул саҡ:
Матур ғына йәшәп алып кит!

Инйәр, тиеп, хәҙер йән атамын,
Ситкә китһәм ҡайтам һағынып.
Бәхетемде ошо ерҙә таптым,
Шатлыҡтарым тора алҡынып.

Хәтирәләр һаҡлай шишмә буйы,
Буй еткергән инде улым бар.
Киленкәйем һыуға килер әле,
Йәшәлмәгән әле ғүмер бар.
Мѳнирә СӘЛИМЙӘНОВА.
Инйәр.
Оставить комментарий