Барыһы ла -һѳйѳүҙән

Барыһы ла ерҙә - ҙур һѳйѳүҙән,
Ғүмерҙәр ҙә шунан башлана.
Сиктән ашыуҙарың һис кәрәкмәй
Һәм кәрәкмәй уға ташлама.

Ләйсән ямғыр, йәшен булып килә,
Ап-аҡ ҡарҙар булып ул яуа.
Сарсағанда бер тамсы һыу булып,
Килә бит ул булып ут, һауа.

Аҡ бурандар булып сорнай һине,
Ташҡын һыуҙар булып урғыла.
Етмеш тѳрлѳ һынауҙарҙы үткән
Лайыҡ һѳйѳү бары тоғроға!
З.Сѳләймәнова.
Оставить комментарий