Хозай уны Yзе kурсалай 26-01-2015, 09:43 / Яҙмыштар

Хозай уны Yзе kурсалай

Һуғыш ваҡытында ѳлкәндәр менән бер тѳптән егелеп эшләгән балалар ҙа хәҙер арабыҙҙа һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Бѳгѳн һүҙебеҙ Сосновкала йәшәгән аҡһаҡал, 9-10 йәштән ѳлкәндәр менән хеҙмәт фронтына баҫҡан Шәйхрахман Синәғәтулла улы Синәғәтуллин тураһында....
Еңеүҙе яҡынайтҡан ветеран 13-01-2015, 15:15 / Яҙмыштар

Еңеүҙе яҡынайтҡан ветеран

Һуғыш ваҡытында бер кем дә эшкә, аслыҡ- яланғаслыҡҡа зарланмаған, киреһенсә, киләсәккә ҙур ѳмѳттәр, яҡты маҡсаттар ҡуйып йәшәгән. Тылдағылар еңеүҙе яҡынайтыу ѳсѳн ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Эш бар ауырлығы менән ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә тѳшә....
Кѳтәм һине, улым, күктәрҙән, Ә ул гүр эйәһе булған күптәнән... 10-12-2014, 15:41 / Яҙмыштар

Кѳтәм һине, улым, күктәрҙән, Ә ул гүр эйәһе булған күптәнән...

Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тиһәләр ҙә, ѳлѳшѳңә тѳшкән тәҡдирҙән ҡасып булмай. Яҙмыш әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламай ҙа, ниндәй генә ҡайғы-ғазаптар төшөрмәй. Берәүҙе шатлыҡтар менән күмһә, икенсеһен ығы-зығылы хәсрәт һағыштарға сорнай. Тик ҡайһы саҡ шатлыҡтары ла ҡайғыға төрөлгән була. Шул ҡайғы төргәген һүтмәй тороп, шатлыҡҡа ирешеп булмайҙыр. Минең дә бѳгѳнгѳ һѳйләйәсәк геройым һикәлтәле яҙмыш һуҡмағын үтеп, ҡайғы-хәсрәттәр, юғалтыуҙар аша балалары һәм чечен һуғышында һәләк булған улының иҫтәлеге хаҡына, һынауҙарға бирешмәй, яҡты киләсәккә юл ярған Наилә Абдулхаҡ ҡыҙы Фунтусова...
Йәберләнгән ҡатын-ҡыҙ зары 27-11-2014, 14:27 / Яҙмыштар

Йәберләнгән ҡатын-ҡыҙ зары

Замана үҙгәрә, заң үҙгәрә. Йәшәү рәүешебеҙ замандан ҡалышмай алға бара. Борон беҙҙең халыҡта ҡатын-ҡыҙ ир һүҙенән сыҡмай, ҡыйырһытыуҙар, йәберләүҙәргә лә түҙеп, уныңса ғына йәшәһә, бѳгѳн иһә ғаилә дилбәгәһен ҡатын-ҡыҙ үҙ ҡулына алып, барыһы ла үҙгәрҙе кеүек. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа холоҡһоҙ, эскесе ирҙәренән туҡмалып, йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Хатта ире эскән, унан йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ғаиләләрҙең яҙмыштары бер-береһенә үтә лә ныҡ оҡшаған, бер төрлө......
ЯҘМЫШ ТУЛҠЫНДАРЫ 5-11-2014, 09:42 / Яҙмыштар

ЯҘМЫШ ТУЛҠЫНДАРЫ

Заман ѳйѳрмәләренә бирешмәйенсә, маҡсатына ынтылып, тормош, йәшәү ѳсѳн кѳрәшеп, яҙмыш тулҡындарын аша атлап, алға барған юлсыны хәтерләтте Сабира инәйем. Яңы йәмғиәт тѳҙѳйбѳҙ тип, 30-сы йылдарҙа ебәрелгән оло хаталарҙың, фажиғәләрҙең сағылышын күрәбеҙ Сабира Заһит ҡыҙының хәтирәләрендә. Тырыш хеҙмәте менән бер аҙ хәллеләр рәтенә күтәрелгән, белемле, ихтирамлы Заһит Аҙнағолов ғаиләһенең аяуһыҙ ҡыйратылыуы бѳгѳн дә йѳрәкте әрнетә. Әммә заманында “халыҡ дошманы” тип иғлан ителгән олатайыбыҙ Заһит мулланың намыҫлы исеме кире ҡайтты....
Терһәкте тешләп булмай... 27-10-2014, 12:00 / Яҙмыштар

Терһәкте тешләп булмай...

Беҙ Әнисә менән һабаҡташ. Мин күрше ауылдан, улар ауылы мәктәбен тамамланым. Ул саҡта ауылдан килгәндәр интернатта йәшәне. Әнисә класта комсорг. Бик етди, талапсан. Үҙе яҡшы уҡый. Уҡытыусылар ҙа: "Ана, Әнисәнән үрнәк алығыҙ. Уға эйәрергә тырышығыҙ. Ул башлы ҡыҙ!" - тип әйтә торғайны. Ҡыҙ миңә генә түгел, хатта X класс егеттәренә лә оҡшай. Күҙҙәре гел Әнисәне күҙәтә кеүек. Оҡшатмаҫлыҡ та түгел шул, яңы тыуған һарыҡ бәрәсе кеүек бѳҙрә һарғылт сәсле, ап-аҡ йѳҙлѳ, ҙур йәшкелт күҙле берәү генә ине......
Эскелек ҡорбандары 27-10-2014, 11:43 / Яҙмыштар

Эскелек ҡорбандары

Афзалды ауылда иң уҫал, иң холоҡһоҙ кеше итеп беләләр. Ул эстеме, осраған бер кешегә бәйләнеп, хәлен ала. Шуға ла ауыл халҡы уның ғаиләһен, меҫкен ҡатыны Фатимаға түҙемлек бирһен инде, тип йәлләп ҡарай. Өлкән ҡыҙҙарына 12 йәш тулыр-тулмаҫтан, ҡатыны ауырып донъя ҡуя. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала эскесе атай ҡулында тороп ҡала. Күрше-тирәләре ҡатынының үлемен Афзалдан күрә, көнө-төнө эскән, һаман да өйѳндә ғауғалаған иргә ҡарап, балалары өсөн борсола улар. Ҡыҙына 16 йәш тулған көндө, ғаиләгә көтөлмәгән бәлә килә......
Аҡ башалтай 22-09-2014, 14:03 / Яҙмыштар

Аҡ башалтай

Сания инәй берҙән-бер улы аварияла һәләк булғандан һуң үҙенә урын тапманы. Көнө лә, төнө лә уның өсөн тамуҡҡа әйләнде. Кешеләрҙең юл фажиғәһендә үлгәнен күп ишетте ул, тик үҙ иңенә төшкәс, әбей аяҡтан йығылды ла ҡуйҙы. Йә, бер бөртөк бала бит, күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап үҫтерҙе, Аллаһы Тәғәләм, ниңә генә һаҡлай алманың икән, тип үкһеп-үкһеп иланы ул....
Ҡәһәрле танышыу 25-08-2014, 15:09 / Яҙмыштар

Ҡәһәрле танышыу

СПИД-ҡа дусар булған ир тормошонан Ѳсѳнсѳ кѳн инде диванында йомарланып ята Әхәт. Тамағы кибеүенә лә, эсендә туҡтауһыҙ “бүреләр олоуына” ла тѳкѳрҙѳ, хатта ошолайтып ҡына ятып үлһә лә, үкенмәҫ ине. Бѳтә ғүмерен ҡайта-ҡайта энә күҙәүенән үткәреп, ҡасан, ҡайһы ерҙә хаталаныуын уйланы, ҡылған гонаһтары ѳсѳн үҙен битәрләне. 30 йыл буйы бергә ғүмер иткән ҡатынының сығып китеүендә лә, балаларының унан тѳңѳлѳүендә лә, һәм иң аяныслыһы, бѳгѳнгѳ хәлендә лә бары тик үҙе ғәйепле ине шул....
Тәҡдиргә яҙылғандар 12-08-2014, 16:04 / Яҙмыштар

Тәҡдиргә яҙылғандар

Тѳндә йәшенле ямғыр ҡойоп үткән. Һауа саф, дымлы, ҡояш талғын ғына йылыта. Июль айы тамамланып, август башланған саҡ....