Тәҡдиргә яҙылғандар

Тѳндә йәшенле ямғыр ҡойоп үткән. Һауа саф, дымлы, ҡояш талғын ғына йылыта. Июль айы тамамланып, август башланған саҡ.

Шулай гүзәллеккә тѳрѳн-гән тәбиғәткә һоҡлана-һоҡлана вокзалға килеп еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Билет алып, вагонға ингәс, ҡаршыма бик мѳләйем йѳҙлѳ, асыҡ ҡарашлы, яғымлы тауышлы 65 йәштәр тирәһендәге ханым килеп ултырҙы. Ыҫпай кейенгән, хуш күңелле ханым үҙен Гѳлкәй тип таныштырҙы. Ҡатындың күңеле күтәренке, Сибай ҡалаһындағы ҡыҙынан ҡунаҡтан ҡайтып килә икән. Юлдашым ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм мин уның тураһында күберәк белергә теләп, һораша башланым. Гѳлкәй тартынып тормай үҙ тормош юлын бәйән итте.
- Һѳйләгәс, һѳйләйем инде тормошом хәтирәләрен уятып. Ғәҙәттә, кешеләр бала сағын иң бәхетле мәл итеп иҫендә ҡалдыра, ә мин балалығымды хәтерләгән һайын йѳрәгем һыҙлай. Әсә наҙы күрмәй үҫтем, тормош һынауҙары ла иңемә мул тѳштѳ. Мин әсәйемдең артыҡ, яратмаған балаһы булып үҫтем. Моңһоу мәлдәрҙә ғаләм менән серләштем. Әсәйем миңә ҡарата тупаҫ, ҡаты, таш бәғерле булды. Тормош юлымда изге күңелле кешеләр ҙә осрап торҙо. Ѳләсәйҙең: “Хоҙай Тәғәләгә һин артыҡ түгелһең, яҡшылар - тун кейҙерер, ямандар бѳлдѳрѳр”, - тип ҡат-ҡат һѳйләгәне әле лә ҡолағымда сыңлап тора. Иң ауыр саҡтарымда йәшәү кѳсѳн ѳләсәйем бирҙе, атайым да һәр саҡ ҡурсаланы. Әсәй ғаиләлә үҙе баш, үҙе түш булды, атайыбыҙҙы ихтирам итмәне. Үҙем уҡыуға ныҡ тырыш булдым, юғары уҡыу йортон да уңышлы тамамланым. Унан буласаҡ тормош иптәшемде осраттым. Бергә ғаилә ҡороп, 25 йыл татыу тормошта йәшәнек. Хәләл ефетем тырыш, булдыҡлы, белемле һѳнәр эйәһе ине. Эшен күңелен һалып башҡарҙы.
Дѳрѳҫѳн әйткәндә, кѳн-дәлек тормошта яратыу хаҡында һѳйләү нисектер килешеп етмәй, йә ваҡыт юҡ, йә урынлы түгел, йә үҙебеҙ йәшәгән ғаилә ҡанундарына тап килмәй. Мѳхәббәт емештәре - балалар ҙа тыуҙы. Тормош иптәшем ғаиләбеҙҙе матди яҡтан һис тә йонсотманы, фатир мәсьәләһенә килгәндә лә мохтажлыҡ кисермәнек. Балалар ҙа уҡыуға тырыш булды. Тир түгеп эшләүҙән ләззәт тойоуҙы балаларға һеңдерергә тырыштым.
Үҙгәртеп ҡороу шауҡымы, сит илдең әүрәткестәре беҙҙең ғаиләгә лә ҡағылды. Сауҙа ѳлкәһендә “балыҡтай йѳҙгән”, эштең нескәлектәрен энәһенән-ебенә тиклем ѳйрәнгән тормош иптәшемде тиҙ генә үрләттеләр. Иремдең холҡо ҡырҡа үҙгәрҙе, арабыҙ һыуынды, ҡатын-ҡыҙҙар менән сыуалды, утлы һыу ҙа уның тормошона үтеп инде. Боронғолар: “Тауға ҡарап бѳйѳк булма, күккә ҡарап йондоҙ булма”, - тигән. Ошо тәрән мәғәнәле мәҡәлде иҫемә тѳшѳрѳп, бәлки, бергә йәшәргә кәрәкмәйҙер, тигән уй тыуҙы. Йѳрѳмтәллеге, эскеһе зитыма тейҙе, түҙер хәлем ҡалмаһа ла, бер мәл аҡылға ултырыр, тип кѳттѳм. Балаларымды аталарына ҡаршы ҡуйманым. Сабырлыҡтар булды ҡанатым, ѳләсәйем доғалар уҡырға ҡушты. Хоҙай ҡѳҙрәте, бәндә яҙмышына яҙылғанын күрмәй ҡара ергә инмәй. Балалар ҙа ғаиләле булды, ейәндәр ҙә тыуҙы. Мин эшемдә йыуаныс, ҡыуаныс таптым. Үкенескә ҡаршы, иремдең сәләмәтлеге ҡаҡшаны. Аллаһы Тәғәләнең ҡѳҙрәте кѳслѳ, бәндәнең ҡеүәте сикле. Ауырый башлағас хаталарын да аңланы, тик һуң ине шул...
Тормош иптәшемде рәнйетмәй, матур итеп ҡараным. Ҡѳрьән Кәримдә, ирен һанламаған ҡатындарҙың ҡартлығы бәхетһеҙ була, тиелгән.
Балаларҙың тормошта-рындағы уңышында атала-рының ѳлѳшѳ ҙур ине. Тормош иптәшемде ғәфү иттем, сѳнки минең дә улым бар. Ҡатыны минең алдымда улымды хурлаһа, ни тиклем ауыр була ине. Ҡѳрьән доғаларын ихлас күңелдән уҡыйым, биш ваҡыт намаҙҙы ла ҡалдырмайым.
7 быуын кәмселектәребеҙ, ғәйептәребеҙ тыуған, тыуасаҡ балаларҙың яҙмышына зарар килтермәһен. Хоҙайҙан улыма атаһының хаталарын ҡабатламауын һораным. Ирем: “Балаларымдың әсәһе, һѳйѳклѳ, тоғро ҡатыным, ғәфү итә алһаң, зинһар кисер. Балаларҙы матур итеп тәрбиәләнек, хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күсһәм дә үкенмәм”, - тип ҡулымды тотоп, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Тормош иптәшемдең туғандарын ихтирам итәм, бергә-бергә аралашып йәшәйбеҙ. Йортома, иптәшем рухына хәтер, хѳрмәт табындары йыш үткәреп торам: был балаларға ѳлгѳ, күсермә.
Яҙмыш мине уңыштарҙан, бәхеттәрҙән, шатлыҡтарҙан ситләтмәне. Дәрәжә, дан, кѳнсѳллѳк минең ѳсѳн ят тѳшѳнсә. Хәлемдән килгәнсе ейән-ейәнсәрҙәремде тәрбиә-ләшәм. Бер кемгә лә асыу тотмай, кешеләрҙе ғәфү итеп, тормошҡа ҡарашыңды үҙгәртһәң, ауырлыҡ үҙенән-үҙе юғала. Ѳләсәйҙең: “Ҡартлыҡ бәхетен бирһен Хоҙай!” - тигән һүҙҙәрен әле аңланым. Янығыҙҙа йүгереп, хәстәрләп, ярҙам итеп йѳрѳгән яртыларығыҙға ваҡытында йылы һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ: шәфҡәт, изге-лектә һәр кемдең үҙ шәме һәм ғүмерҙең бѳтә миҙгеле үҙе бер кинәнес... - тип тамамланы һүҙен Гѳлкәй.
Сәскә күңелле, изге уйлы, оло йѳрәкле Гѳлкәй ханым менән йылы хушлаштыҡ.
Туңған күңелдәр, ғәмһеҙҙәр уянһын. Һәммәбеҙгә тик ҡыуаныстар юлдаш булһын.

Л. Нурмѳхәмәтова.
Белорет ҡалаһы.
Оставить комментарий