Ҡәһәрле танышыу

СПИД-ҡа дусар булған ир тормошонан
Ѳсѳнсѳ кѳн инде диванында йомарланып ята Әхәт. Тамағы кибеүенә лә, эсендә туҡтауһыҙ “бүреләр олоуына” ла тѳкѳрҙѳ, хатта ошолайтып ҡына ятып үлһә лә, үкенмәҫ ине. Бѳтә ғүмерен ҡайта-ҡайта энә күҙәүенән үткәреп, ҡасан, ҡайһы ерҙә хаталаныуын уйланы, ҡылған гонаһтары ѳсѳн үҙен битәрләне. 30 йыл буйы бергә ғүмер иткән ҡатынының сығып китеүендә лә, балаларының унан тѳңѳлѳүендә лә, һәм иң аяныслыһы, бѳгѳнгѳ хәлендә лә бары тик үҙе ғәйепле ине шул.

Ҡасандыр ауылдың иң күренекле егеттәренең береһе булды. Әхәт бер ваҡытта ла ҡыҙҙар артынан үҙе йүгермәне. Сибәркәйҙәр уны үҙҙәре һайлай ине. Ул әллә күпме ҡыҙҙы ымһындырып йѳрѳттѳ лә, ҡалаға сыҡты ла китте. Унда уңышлы ғына эш табып, бер апайға фатирға инде. Бына шунда ҡапты бит ҡапҡанға. Хужабикәнең ҡыҙына, башын юғалтып, ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Әҡлимәнең йѳрәген яулауы еңелдән булманы уға. Әммә Әхәт тә тѳшѳп ҡалғандарҙан түгел. Әҡлимәгә барыбер ѳйләнде. Зәңгәр күҙле, алтын сәсле ҡала ҡыҙын эйәртеп ҡайтып, ауыл ҡыҙҙарын һемәйтте ул. Әхәт Әҡлимәһе менән бик бәхетле ғүмер кисерҙе. Кәләше егәрле, уңған булып сыҡты, бер-бер артлы ике ҡыҙ табып бирҙе. Донъяһын да шаҡтай итеп тотто. Инде балаларҙы үҫтереп, башлы-күҙле итеп бѳткәс, Әҡлимәһе менән иңгә-иң терәшеп, тиң ғүмер итергә ине лә бит...
Шайтан ҡотортто үҙен. Уйламағанда бергә эшләгән елбәҙәк Клара менән бәйләнеп китте. Уныһы ла дегәнәк кеүек йәбеште лә ҡуйҙы. Әхәт ике ут араһында ҡалды. Әммә беҙ ҡапсыҡта ятамы инде, Әҡлимә иренең һѳйәркәһе барлығын белгәс, һүҙ ҡуйыртып, ғауға ҡуптарып торманы. Хыянатыңды ғәфү итә алмайым, тип сыҡты ла китте. Ҡыҙҙары ла аталарының был ҡылығынан һуң, шылтыратмаҫ, килмәҫ булды... Әхәт тә, оҙаҡ уйлап тормай, Себер тарафтарына башын олаҡтырҙы. 10 йыл ҡырҙа йѳрѳп, сәләмәтлеген ҡаҡшатҡас, тыуған яғына ҡайтты. Тик дүрт мѳйѳшкә ҡарап яңғыҙ ятыу ялҡытҡас, алыҫ юлға йѳрѳүсе шофер булып эшкә урынлашты. Оҙон юлда сәйәхәт итеү оҡшап ҡалды уға. Исмаһам, донъя күреп, үкенестәрен, йѳрәк әрнеүҙәрен баҫып, тѳрлѳ кешеләр күреп, яңынан-яңы юлдаштар осратып, йѳрѳп ҡайта ине. Шулай бер мәл сираттағы рейстан ҡайтып барғанында, юл сатында ҡул күтәреп торған йәш кенә ҡыҙҙы ултыртып алды.

- Һеҙгә ҡайҙа тиклем? - тип һораны Әхәт. Ҡыҙ:
- Ҡарарбыҙ, - тигән яуап менән сикләнде.
- Һылыу ҡыҙҙың исеме лә матурҙыр инде, - тип Әхәт юлдашы менән уртаҡ тел табырға тырышты. Ҡыҙ оҙон керпектәре аҫтынан, ҙур йәшел күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, ҡылансыҡланып ҡына, Рауза, тип үҙе менән таныштырҙы. Уның алһыуланып торған йѳҙѳнә ап-аҡ ҡына килешле шапкаһы ла нәзәкәтлек ѳҫтәй ине. Ул Әхәттең һәр һүҙенә ҡытҡылдап кѳлгән булды. Әммә сибәркәй үҙе артыҡ һѳйләшеп барманы. Шулай арыуыҡ ҡына ер үткәс, ҡыҙ телгә килеп:
- Ағай, миңә тиҙҙән тѳшѳргә кәрәк, тик минең һеҙгә түләргә аҡсам юҡ. Әммә һеҙ миңә ҙур ярҙам күрһәттегеҙ, бик күңелле булды, һеҙҙең кеүек мәрхәмәтле кешегә рәхмәт йѳҙѳнән үҙемде бүләк иткем килә, - тине наҙлы тауыш менән. Кѳтѳлмәгән хәбәрҙән Әхәт аптырап, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыҙға баҡты. Ҡыҙ бер ни булмағандай, йомшаҡ ҡулдары менән Әхәттең битен, ҡулдарын һыйпаны. Шул мәл Әхәт үҙен матурлыҡ алиһәһе алдында кѳсһѳҙ ҡол итеп хис итте. Ҡырҡ ҡат йоҙаҡ аҫтына бикләнгән дәрте шашып-ташып ҡайнаны. Ун йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙ тѳҫѳ күрмәгән ир йәш ҡыҙҙың хуш еҫле ҡосағына сумды. Ул алыҫта ҡалған йәшлегенә кире ҡайтҡандай хис итте үҙен... Эш бѳткәс, ҡыҙ йәһәт кенә кейенде лә, ҡапыл боролоп:

- Хуш, мине тағы иҫегеҙгә тѳшѳрѳрһѳгѳҙ әле, - тине лә машина ишеген шарт ябып тѳшѳп тә китте.
Ҡапыл ғына килеп сыҡҡан ваҡиғанан айнып та бѳтмәгән Әхәттең күңеленә сибәркәйҙең һуңғы һүҙҙәре уҡ булып ҡаҙалды. Ниңә бик сәйер хушлашты һуң? Артабан юл буйына ошо уйы тыныслыҡ бирмәне уға. Етмәһә, ҡыҙ Әхәттең машинаһынан тѳштѳ лә, ҡаршы килгән машинаны туҡтатып килә ятҡан яҡҡа кире китте. Был күренеш тағы шом ѳҫтәне. Шул саҡ келт итеп йоғошло сир таратып йѳрѳүсе фәхишәләр тураһында һѳйләүҙәре иҫенә тѳштѳ һәм боҙло һыуға сумдырып алғандай, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән газға баҫты. Ирҙең тиҙерәк ҡайтып етеп, дауаханаға барып тикшерелгеһе килде. Ул һуңғы 10 йыл эсендә тәүге тапҡыр ҡайтып етергә ашҡынды. Ир ѳйѳнә лә һуғылып тормай, тура СПИД үҙәгенә йүгерҙе, сѳнки тиҙҙән эш ваҡыты тамамланасаҡ, ә уның тағы бер тѳн түҙерлек әмәле юҡ.
Әхәт хәле бѳтѳп дауаханаға йүгереп килеп ингәндә, шәфҡәт туташтары ҡайтырға йыйына ине. Эш ваҡыты тамам, тип әйтеүҙәренә ҡарап торманы ул, баш табиптың үҙенә инеп, хәлен һѳйләп ишеттерҙе.

Бында шәфҡәтле кешеләр эшләй. Ниндәй генә осраҡ булыуына ҡарамаҫтан, па-циенттарының хәленә инеп, уларға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға тырышалар. Был юлы ла ҡалтыранып торған ирҙе күргән баш табип, ҡайтырға йыйынған шәфҡәт туташын туҡтатып, анализ алырға бойорҙо. Әхәттең тынысһыҙлығы юҡҡа булмаған икән, ысынлап та, ВИЧ-ҡа анализдың һѳҙѳмтәһе ыңғай булды. Был хаҡта үҙенә әйткәстәр, бѳтѳнләй ҡойолоп тѳштѳ. Үҙе туҡтауһыҙ: “Нисек улай булыуы мѳмкин. Ул ҡыҙ фәрештә кеүек кенә ине бит”, - тип ҡабатланы ла ҡабатланы. Әхәтте нисек кенә тынысландырырға тырышһалар ҙа, ул, зиһенен юғалтҡан кеше кеүек, сайҡалып тик ултырҙы. Уны табиптар таксиға тиклем оҙатып ҡуйҙы. Бына шул мәлдән нисек итеп килеп диванға тәгәрәгән, һаман шулай ята бирҙе.

Шул саҡ кемдеңдер ишекте емерә яҙып шаҡыуы уны һиҫкәндереп ебәрҙе. Ғәҙәттә, Әхәткә бер кем дә килмәй. Бының кем булыуы ихтимал? Хәлһеҙ тәнен ул саҡ күтәреп торҙо ла, юрғанын иңбашына һалып ишеккә йүнәлде. Ишек асылып китеү менән илауҙан күҙҙәре шәмәргән ҡыҙҙары уның ҡосағына ташланды. Был мәлдә Әхәт ҡапыл ғына бѳтә ҡайғыларын онотто. Күпме кѳттѳ ул бәғеркәйҙәре менән осрашыуҙы... Тик был хәлдә түгел... тигән уй уны тағы әлеге мәленә ҡайтарҙы.
Ҡыҙҙары икеһе ике яҡтан аталарын ҡосаҡлап диванға ултырттылар ҙа, үҙҙәренең хәл-әхүәлдәрен һѳйләй-һѳйләй, эшкә керештеләр. Береһе йүгереп йѳрѳп ѳй йыйыштырҙы, икенсеһе аш бүлмәһендә ризыҡ яраштырҙы. Балалары алдында гонаһлы тойған Әхәт үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне, телевизорға тѳбәлде лә уйҙары менән үҙенә урын эҙләне. Артабан нимә эшләргә, нисек кеше күҙенә күренергә, тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Уға хатта ҡыҙҙарының йәлләп ҡараған ҡарашын тойоуы ла ауыр ине. Табынға ултырғас, оло ҡыҙы Динә яйлап ҡына һүҙ башланы:
- Атай, беҙгә табиптар шылтыратты. Һиңә былайтып ятырға ярамай, тиҙ арала дауаланыу курсын башларға кәрәк, юҡһа, үҙеңә генә насар эшләйһең.
Үгеҙ кеүек ҡарап ултырған Әхәт ҡыҙының һүҙҙәренән сығырынан-сығып, үҙе лә һиҙмәҫтән: “Зинһар ѳсѳн, туҡта, - тине ѳҫтәлгә һуғып, - нимә эшләргә үҙем беләм, ниңә бѳгѳн килдегеҙ, ҡайҙа булдығыҙ быға тиклем. Юҡ, мин хәҙер зарарлы кешемен, хатта мине йәмғиәттән айырырға, йә тереләй алып барып күмергә кәрәк. Аңлайһығыҙмы, ми-не йәлләп башҡаса килеп йѳрѳмәгеҙ!” Әхәт балалар кеүек һулҡылдап илап ебәрҙе лә, инәлесле тауыш менән, мине яңғыҙымды ҡалдырығыҙ, тип ялбарҙы. Аталарының был ҡылығынан тамам аптырап ҡалған ҡыҙҙары ла уға ҡушылып илай-илай: “Атай, атаҡайыбыҙ, ҡәҙерлебеҙ! Һине беҙ бер ваҡытта ла ташламаясаҡбыҙ, һуңғы һулышыңа тиклем һинең янда булырбыҙ. Ниндәй генә ауырыуға дусар булһаң да, беҙ уның менән бергә кѳрәшербеҙ”, - тип уны ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡланылар.
Ысынлап та яңғыҙ түгеллеге, ниһайәт, Әхәттең аңына барып етте. Күңелен ялмап алған ҡара болот араһынан ниндәйҙер ѳмѳт нурҙары балҡығандай хис итте үҙен...
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий