Эскелек ҡорбандары

Афзалды ауылда иң уҫал, иң холоҡһоҙ кеше итеп беләләр. Ул эстеме, осраған бер кешегә бәйләнеп, хәлен ала. Шуға ла ауыл халҡы уның ғаиләһен, меҫкен ҡатыны Фатимаға түҙемлек бирһен инде, тип йәлләп ҡарай. Өлкән ҡыҙҙарына 12 йәш тулыр-тулмаҫтан, ҡатыны ауырып донъя ҡуя. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала эскесе атай ҡулында тороп ҡала. Күрше-тирәләре ҡатынының үлемен Афзалдан күрә, көнө-төнө эскән, һаман да өйѳндә ғауғалаған иргә ҡарап, балалары өсөн борсола улар. Ҡыҙына 16 йәш тулған көндө, ғаиләгә көтөлмәгән бәлә килә...

Өйләнгәс тәртипкә ултырыр, тип өмөтләнәләр
Бәләкәй саҡтан шуҡ, үҫкән һайын тик тормаҫ, күҙе-башы уйнап торған Афзал, егет булып еткәс, бөтөнләй әҙәпһеҙгә әйләнә. Тарта, эсә, һуғыша, ике һүҙенең береһе һүгенеүгә ҡайтып ҡала, хатта үҙен яңғыҙ тәрбиәләгән әсәһен дә тыңламай. Маһинур улының шулай булып үҫеүенә илай ҙа ҡуя. Ҡырҡты үткәс, яңғыҙ ҡалмайым, тип кенә тапҡан балаһының бәйһеҙ булыуына үҙен ғәйепләй, бигерәк наҙлап, иркәләп үҫтерҙе шул, бөтәһе лә еңмешләнеү, үҙһүҙлектән генә башланғайны...
Әсәһе улын атайыңа оҡшап, тип битәрләһә лә, Афзалының тора-бара ире Әхәттән дә уҙҙырып ебәреүен күҙ алдына ла килтермәне.
Эйе, ул ваҡытында ғүмер буйы яңғыҙ йәшәгәнсе, исмаһам, эскән булһа ла ирем булыр, бала табырмын, тип ауылдың “данлыҡлы” эскесеһе Әхәткә кейәүгә сыға. Тик күп тә йәшәп өлгөрмәйҙәр, улдары тыуып, бер нисә ай үтеүгә ире аҫылынып үлә. Атай наҙы күрмәгән бала атайҙары булған тиҫтерҙәренә көнләшеп ҡарай. Әгәр ҙә мәгәр берәйһе, һинең атайың ҡайҙа, йәки, ниңә атайың юҡ, тигән һүҙ әйттеме, ҡыҙып китеп, уға әтәс кеүек бара ла йәбешә. Уҡытыусылар шелтәләгәнде лә ҡабул итмәй. Ҡайтып әсәһенә ошаҡлаша, уныһы, улын яҡлап, мәктәпкә килеп етә. Шулай итеп, әсә Афзалының һәр ҡылығын яҡлай, балаһының ыңғайына торғас, тыңлауһыҙ, хулиган ул үҫтергәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Афзал һигеҙенсе класты көскә тамамлап, фермаға эшкә сыға. Мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ эсеү менән мауыҡҡан егет бөтөнләй бәйҙән ысҡына, эштән көндә иҫерек ҡайта башлай. Әсәһенең әрләүен ҡолағына ла элмәй, ҡаршы ирешеп маташа. Клубҡа сыҡһа, ҡанға батып, һуғышмайынса ҡайтмай. Армиянан ҡайтҡас, аҡылға ултырғандай тойола. Эсеүен-эсә, әммә өйҙә әсәһе менән ғауғалашмай. Маһинур йәһәтләп улын өйләндереү өсөн әхирәтенең ҡыҙын димләй. Хеҙмәттән ҡайтыу шатлығын ай буйына “йыуып” йөрөп, айнығып та етмәгән егет Фатиманы күргәс, өйләнәм, тип салт йәбешә. Тиҙҙән ҙур булмаған табын ҡороп, туған-тумасаларын йыйып, туй мәжлесе үткәрәләр. Йәштәр колхоз өйөнә күсеп сыға. Ғаилә тормошоноң тәүге көндәренән үк, егет үҙенең эсергә яратыуын күрһәтеп өлгөрә. Кәләш алғас, бер килке өйләнеүен йыуа, унан яңы өйгә сығыуын – бер-бер артлы сәбәптәре табылып ҡына тора. Ҡыҙ үҙ теләге менән кейәүгә сыҡҡас, түҙә, етмәһә, балаға ла уҙып өлгөрә. Сабыйҙары тыуғас та, Афзал эсеүен ҡуймай. Балаға уныһын-быныһын алырға кәрәк, ә аҡса юҡ. Колхоз эш хаҡын бойҙайлата, онлата түләй ҙә, уныһын да Афзал көмөшкәгә алмаштыра. Һаман теш ҡыҫып йәшәгән Фатиманың да түҙемлегенең сиге етә.
“Быға тиклем өндәшмәнем, түҙҙем, етер һиңә эсергә. Балаңды, ғаиләңде уйла, исмаһам. Ҡәйнәм булмаһа, күптән ас, яланғас ултырыр инек”, - тип һүҙ башлаһа Афзал йоҙроҡ менән ауыҙын яптыра ҡатындың. Иренән туҡмалған Фатима, сабыйын ҡосағына ҡыҫып, ҡәйнәһенә килә. Улының “ысҡыныуынан” күптән ҡурҡып йөрөгән Маһинур, киленен күреп, илап ебәрә. Үҙе нисек тә киленен тотоп ҡалыр өсөн улын аҡларға тырыша, миңә күсеп килегеҙ, балағыҙға күҙ-ҡолаҡ булырмын, тип өгөтләй, сөнки әсә улының холҡон яҡшы белә, бер ҡул күтәрҙе икән, ҡуймаясаҡ ул Афзал.

Фатима ҡыҙының ҡулында йән бирә
Афзал көндән-көн нығыраҡ эсә, төндәрен өйҙә йоҡламай. Таңға ҡайтыр ҙа ҡатынына бәйләнер була. Атаһының аҡырып әсәһен туҡмауын ишетеп, балалар ҡурҡып уяна. Фатиманың сабырлығының сиге бөтөп, өс балаһын етәкләп, әсәһенә ҡайтырға йыйына. Был хәбәрҙе ишеткән Маһинур, килененә килеп, балаларҙы етем итмә, үҙем баламды атайһыҙ тәрбиәләнем, исмаһам, ейәндәрем атайлы булып үҫһен, тип үҙәк өҙҙөрөп илай. 8 йәшлек Алһыу, өләсәһен ҡыҙғанып, ҡушылып иларға тотона. Нескә күңелле Фатима Афзал менән тыныс йәшәргә мөмкин түгеллеген аңлаһа ла, ҡәйнәһенең, илашып торған ҡошсоҡтарының күңелен уйлап, кире һүрелә. Һуңынан Афзал ҡатынының айырылырға уйлағанын белеп ҡалып, меҫкенкәйҙе һыу эскеһеҙ итеп туҡмай ҙа: “Балаларҙы минән айырам, йә үҙең ҡайтып китәм тип ауыҙыңды тағы бер ҡат асһаң, ҡара уны, йәнеңде алырмын”, - тип янай. Ҡатын, колхоз өйҙө бушатырға ҡушты, тигән хәйлә менән балаларын алып ҡәйнәһе янына күсеп сыға. Бында ла уларға Афзалдан тыныслыҡ булмай, хатта киленен яҡлашҡан әсәһенә лә йоҙроҡ эләгә. Бер мәл иренән ныҡ ҡына туҡмалған Фатима оҙаҡ ҡына дауаханала ята, бауыры иҙелгән, тигән диагноз ҡуялар. Ошонан һуң ҡатын бөтөнләй сиргә һалыша, башы дауахананан сыҡмай. Шуға ҡарамаҫтан, колхозда һауынсы булып эшләп маташа.
Балаларына күҙ-ҡолаҡ булып торған Маһинур әбей, көтмәгәндә, йөрәк өйәнәге тотоп, донъя ҡуя. Афзал бәйҙән ысҡынғандай шаша, хатта өй эсендәге әйберҙәрҙе һатып эсеүгә барып етә.
Бер мәл күршеләре Хәҙисә был ғаиләләге мәхшәргә шаһит була. Өй эсенең аҫты-өҫкә әйләнгән, һауыт-һаба ватылған, меҫкен Фатима ҡан ҡоҫа, балалар зыу килеп илаша, ә Афзал ҡайҙалыр сығып олаҡҡан. Тиҙ генә ауыл хакимиәтенә һәм полицияға хәбәр итәләр. Ошонан һуң, Афзал бер аҙ тынсып торғандай була. Фатима ауырыһа ла тешен ҡыҫып эшләй, дауаханаға барыр ине, балаларын ышанып ҡалдырыр кешеһе юҡ. Етмәһә бына-бына һыйыры быҙауларға тора. Ҡатын көндән-көн хәле насарайыуын тоя, әммә миңә ауырырға ярамай, балаларым, мал-тыуарым ни эшләр, тип бар көсөнә түҙергә, йәшәргә тырыша. Бер төндә өлкән ҡыҙы Алһыу әсәһенең ыңғырашыуына уянып китә. Йоҡо аралаш башын күтәрһә, әсәһе иҙән буйлап, имгәкләп ишеккә табан ыңғайлай. Ҡыҙ ҡапыл һиҫкәнеп, һикереп тора ла, әсәһе янына килә. Фатима уҡшый-уҡшый ҡан ҡоҫа, ҡалтыранған ҡулдары менән ҡолонсағының бәләкәй ҡулдарын усына ҡыҫа. Бите буйлап туҡтауһыҙ йәш аға: “Балаҡайҙарым, ғәфү итегеҙ мине, етем итәм инде һеҙҙе”, - тип сәсәй-сәсәй әйткән һуңғы һүҙҙәре ошо була әсәнең. Ҡыҙ әсәһен ҡосаҡлаған килеш үкһеп-үкһеп иларға керешә, уның тауышына бәләкәйҙәре уяна. Ыҡсым ғына өй балаларҙың илашҡан тауышына күмелә. Алһыу ҡосағындағы әсәһенең, ҡапыл ғына, тынып ҡалғанын тоя. Әсәй, әсәкәйем, тип бар көсөнә әсәһен уятырға, күҙҙәрен астырырға теләй, әммә йәнһеҙ кәүҙә ҡатып ҡала.

Аталы үкһеҙ етемдәр
Етемһерәп ҡалған балаларға аталары йыуаныс түгел. Бер ваҡытта ла Афзалдың йылы һүҙен ишетмәгән, яғымлы ҡарашын, йылмайыуын тоймаған балалар аталарына ҡурҡып ҡарай. Ир, әллә тәүбәһенә килеп, әллә үҙен мәрхүмә ҡатыны алдында ғәйепле тойоп, бер аҙ эсмәй йөрөй. Тик ҡаны ағыуланған әҙәм айыҡ тормошта оҙаҡ түҙә алмай икән шул. Ул тағы “ысҡына”. Көндә иҫерек ҡайта, йә урамда тәгәрәп ята, ә өйҙә балаларҙың ашарына тәғәм ризыҡ юҡ. Күрше-тирәһе уларҙы йәлләп, һөтөн, икмәген, майын индереп тора. Алһыу иҫерек атаһының ҡайтыуынан биҙрәп тора, сөнки ул өйҙә саҡта бәләкәстәргә ял да, йоҡо ла юҡ. Аталарына ҡаршы өндәшһәләр, тегенеһе билендәге ҡайышын сисеп, балаларын алмаш-тилмәш ярырға тотона. Әйләнгән һайын, әрәмтамаҡтар, тип һүгә. Ваҡыт тигәнең һыу кеүек аға. Инде Алһыу 16 йәшен тултырырға йыйына. Күрше ауылдан әсәһенең ике туған апайы Зәлифә, ҡыҙға бүләктәр, дуҫтарыңды саҡырып алырһың, тип ризыҡтар алып килә. Алһыуҙың шатлығының сиге булмай. Йүгереп йөрөп әхирәттәрен саҡыра, матур итеп табын әҙерләй. Күптәнән мул ризыҡ, байрам кәйефе күрмәгән балалар бик шатлана. Апайы бер аҙ ултыра ла, йәһәтләп ҡайтырға сыға, сѳнки Фатиманың башына еткән еҙнәһен күргеһе килмәй. Әхирәттәре менән ҡалған Алһыу эстән генә атаһының ҡайтып инеүенән ҡурҡа, сөнки ул барыбер янъял ҡуптарасағын белә. Һис юғы берәй ерҙә йоҡлап ҡалһын ине, тип Хоҙайҙан ялбара. Инде ҡыҙҙар ашап-эсеп, уйнарға тип торғанда ғына, йөҙө таушалып, ҡаштары төйөлгән Афзал ҡайтып инә. Өй тулы балаларҙы күреп, ене ҡотора. Бында ниндәй шайтан туйы ойошторҙоғоҙ, тип яман һүҙҙәр менән һүгеп, ҡунаҡтарҙы ҡыуа башлай, табын әҙерләнгән өҫтәлде тѳртѳп ауҙара. Ғәрлегенән күҙ йәштәренә төйөлгән Алһыу, эсендә йыйылған бөтә асыуын атаһына әйтә.
“Һин кәнтәй, атайыңа ҡаршы һүҙ әйтергә, ирешергә етлектеңме”, - тип йоҙроҡтарын төйөп, Алһыуға ташлана. Шул саҡ атаһының ҡулына 10 йәшлек улы килеп йәбешә. Шул ыңғайҙан Афзал улын йыға һуға. Уныһының башы карауат осона бәрелеп, сорлап ҡанай башлай. Ҡан күргән Алһыу, ярһыуынан мейес янындағы тәртишкәне алып, атаһына ташлана. Аяғында саҡ баҫып, сайҡалып торған иҫерек Афзал салҡан барып тѳшә. Ир башҡа тормай, шул урында йән бирә...
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий