ЯҘМЫШ ТУЛҠЫНДАРЫ

Заман ѳйѳрмәләренә бирешмәйенсә, маҡсатына ынтылып, тормош, йәшәү ѳсѳн кѳрәшеп, яҙмыш тулҡындарын аша атлап, алға барған юлсыны хәтерләтте Сабира инәйем.
Яңы йәмғиәт тѳҙѳйбѳҙ тип, 30-сы йылдарҙа ебәрелгән оло хаталарҙың, фажиғәләрҙең сағылышын күрәбеҙ Сабира Заһит ҡыҙының хәтирәләрендә. Тырыш хеҙмәте менән бер аҙ хәллеләр рәтенә күтәрелгән, белемле, ихтирамлы Заһит Аҙнағолов ғаиләһенең аяуһыҙ ҡыйратылыуы бѳгѳн дә йѳрәкте әрнетә. Әммә заманында “халыҡ дошманы” тип иғлан ителгән олатайыбыҙ Заһит мулланың намыҫлы исеме кире ҡайтты.

Хоҙай уның балаларына ла, ауырлыҡтарҙы еңеп, белем алып, яратҡан эштәрендә кешеләрҙе ҡыуандырып, күмәк балалар тәрбиәләп, ихтирамға тѳрѳнѳп йәшәргә насип итте. Сабира Заһит ҡыҙының тыуған кѳнѳн 1924 йылдың 10 ноябре тип билдәләгәндәр. 1933 йылда аталарын ҡулға алғандан һуң, Белореттың Нура ҡасабаһына күсеп килгәндә уға, иң олоһона, ни бары туғыҙ-ун йәш тирәһе була, Сәғиҙәгә - алты-ете, Зәйтүнәгә ѳс-дүрт самаһы. 1936 йылда әсәйһеҙ ҡалғас, улар балалар йортонда тәрбиәләнә. Сабира Заһит ҡыҙы педучилищены тамамлап, шул уҡ ваҡытта киске факультетта математика буйынса биш-алты айлыҡ курс үтеп, ҡулына документ ала.

1943 йылдан оҙаҡ йылдар тәрбиәсе, аҙаҡ ун йыл самаһы уҡыу-уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары булып балалар йортонда эшләй. 1979 йылда хаҡлы ялға сыға. Сабира Заһит ҡыҙы Шәйхислам Мофассал улы менән ғаилә ҡороп, ѳс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Шәйхислам Мофассал улы — Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны, черчение, рәсем, хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы, бик ихтирамлы кеше була. Уларҙың балалары ла тормошта үҙ юлдарын табып, ихтирам ҡаҙанып йәшәй. Ҡыҙҙары Әлизә һәм Лариса - табиптар, улдары Рәмил — уҡытыусы. Кеше донъяға һынау үтер ѳсѳн килә, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Заһиҙулла имам хәҙрәттең, йәғни Заһит мулланың балалары, балалыҡ, йәшлек ҡыуаныстарынан мәхрүм булыуға ҡарамаҫтан, был һынауҙы ҡыйыу һәм ғорур үтә. Ошо кѳндәрҙә Сабира инәй үҙенең 90 йәшен билдәләй. Беҙ уға бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Атайым - Заһит мулланың ғаиләһе
Атайым Заһит Хажиәхмәт улы Аҙнағолов Баймаҡ районының Моҫтай ауылында тыуып үҫкән, 1873 йылғы булырға тейеш. Бер нисә ауылдың указлы муллаһы булып иҫәпләнгән. Белемле, эшһѳйәр, аңлы, прогрессив ҡарашлы кеше булған ул. Олатаһы - Мѳхәмәт хажи, атаһы - Хажимѳхәмәт (хажи - алдан күрә белеүсе, табип, мулла тигәнде аңлата). Атайым тирә-яҡҡа билдәле Ғабдулла
хәҙрәттән дәрестәр алған. Хәҙрәттең ҡыҙына ѳйләнгән. Әммә оҙатып алып ҡайтырға ѳлгѳрмәй, кәләше үлеп ҡалған. Улдары Фәйзерәхмән әсәйһеҙ ҡала. Уны атайым тәүҙә үҙе генә ҡараған, һуңынан
ул баланы Хәҙисә әсәй үҫтергән. Бик ҡыйыу, тѳҫкә-башҡа һылыу, йырсы, аңлы егет булып үҫә Фәйзерәхмән. Зәки Вәлиди, Ғабдулла Туҡай менән бергә белем алған. Зәки Вәлидовтың фекерҙәше. Революция ваҡытында З. Вәлидиҙең милли азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша, бергә була. Шулай бер ваҡыт отрядтан айырылып ҡалып, ул ауылға ҡайтып, хәл белешеп, ата-әсәһен күреп китергә булған. Юлда ҡыҙылдар кейемендәге әҙәмдәр килеп: “Отряд һине кѳтә, ары китәбеҙ”, - тип саҡырып алып, атып үлтерәләр. Белгән кешеләр һѳйләүенсә, был кешеләр хыянатсы булған. Күпмелер ваҡыттан атайыма хәбәр иткәндәр, әммә ул ышанмаған. “Минең улым үлә торғандарҙан түгел, һис тә ышанмайым. Уның иптәштәре шәп егеттәр...” - тип улы ерләнгән урынға бармаған. Атайым Фәйзерәхмәндең ҡайтырын кѳтѳп, З. Вәлиди менән сит илгә сығып киткәндер, тигән ѳмѳттә
йәшәгән. Бик белемле, рус, тѳрѳк телдәрен яҡшы белгән. Шулай, болғансыҡ заманда ағайыбыҙ Фәйзерәхмән Заһит улы Аҙнағолов ғәйепһеҙгә һәләк була, ҡәберенең дә ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

Атайымдың ике ҡатыны була. Тәүге ҡатыны - Хәҙисә әсәй, кеше йәнле, аҡыллы, уҡымышлы кеше ине. Ҡѳрьән уҡып, намаҙлыҡта күп ваҡытын уҡыуға бирә торғайны. Ул биш бала үҫтерә, алтынсыһы - атайымдың оҙатылып килмәй үлеп ҡалған тәүге ҡатынынан Фәйзерәхмәнде ҡарай. Хәҙисә әсәйҙең тәүге улы - Фәйзеләрхәм (Әрхәм тип йѳрѳттѳләр), 1909 йылда тыуған һәм 1943 йылда Ленинградты
һаҡлап һәләк була. Уның ҡатыны, бәләкәй кѳйѳнсә балалары ауыр тормоштан үлеп ҡала. Икенсе улы Ғәбделхаҡ 1922 йылғы (бәлки, 1919 йылғылыр), һуғышта әсиргә эләгә, француз ғәскәрҙәре менән Францияға барып юлыға. Унан фронт һыҙығын үтеп, 1945 йылда ауыр яраланып ҡайта. Белоретта
ғаилә ҡороп йәшәй, заводта эшләп, 66 йәшендә үлеп ҡала. Ѳсѳнсѳ улы — Фәйзелхаҡ, Белорет металлургия комбинатының металл иретеү цехын- да алдынғы эшселәрҙең береһе булды. Һуғыш ваҡытында уны бронь менән ҡалдырып, фронтҡа алмайҙар. Унда оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыға. Аҙаҡ ауырып үлеп ҡала. Дүртенсе улы — Мәхмүт 1937 йылда бала сағында уҡ һары ауырыуы менән сирләп, үлеп ҡала. Бик зирәк, аңлы малай булды, яҡшы уҡыны. Ҙур кеше булыр, тип фараз итәләр ине. 1917 йылда Бәрүәз исемле ҡыҙы тыуа. Ул дини яҡтан белемле булды, боронғо китаптарҙы, Ҡѳрьән уҡый торғайны. Боронғо йырҙарҙы бик оҫта башҡарҙы, бейеү кѳйҙәрен таҡмаҡлап, бәйеттәр әйтеп ултырыр ине. Бәрүәз апай булған ерҙә мәжлестәр күркәм үтте. Әммә алға үрләргә “дошман балаларына” юл ябыҡ булды. Һәләттәрен үҙҙәре менән алып китте улар. Минең әсәйем Сәрүәр — кесе ҡатыны. Әсәйебеҙ 1900 йылда Баймаҡ районы Тѳрѳкмән ауылында урта хәлле крәҫтиән Афзал Утарбаев ғаиләһендә тыуа. Сәрүәргә алты йәш булғанда әсәһе үлә. Ҡустыһы - Баҡый ағайға ни бары дүрт йәш була. Үгәй әсәйҙәре Асия насар булмаған, уларҙы тәрбиәләп үҫтергән. Әсәйем үтә лә егәрле, тѳҫкә һылыу булған. Күрше Моҫтай ауылынан Заһит Аҙнағоловтың 18 йәшлек ҡыҙға күҙе тѳшә (ә уға ул ваҡытта 45 йәш була). Ул ҡыҙҙы икенсе ҡатынлыҡҡа алырға теләген белдерә.

Афзал олатай бер бѳртѳк ҡыҙын бик тәрбиәләп, матур кейендереп, оло булһа ла, уҡымышлы, хәлле муллаға никах туйлап, кейәүгә бирә. Кейемле, ҡаралтылы итеп оҙата. Ѳлкән әсәйебеҙ оло ағайҙан һуң ун йылға яҡын бала таба алмаған. Эшкә лә сослоғо аҙ ине. Ит турағаны хәтерҙә, ѳҫ- башыбыҙға кейем текте. Әсәйем Сәрүәр барлығы ун ике бала тапҡан, тик ѳс ҡыҙы ғына иҫән ҡала. Әсәйем һәр ваҡыт хужалыҡ эше менән булып, бала тәрбиәләргә ваҡыты ла етмәгәндер. Һыйыр һауып аш итеү, ҡымыҙ әҙерләү әсәйемдең эше булғандыр. Һәр ваҡыт биҙрәләрен шылтыратып, ѳйгә бер инер ҙә, бер сығыр ине. Килгән ҡунаҡтар ҡымыҙҙы маҡтап, әсәйемдең аш-һыуына ҡәнәғәт булып ҡайттылар. Ѳлкән әсәйем биш ваҡыт намаҙын ҡалдырманы. Ҡунаҡсыл булды, ололарға беҙҙән хәйер тараттырҙы. Мине бигерәк яратты: “Үҙемә оҡшаған, эште ашыҡмай эшләй”, - тип үҙенең артынан эйәртә торғайны. Әсәйҙәребеҙҙең ыҙғышып, талашып ултырғанын ишетмәнек тә, күрмәнек тә. Икеһе лә атайымды ололаны, ҡәҙерләне. Атайыбыҙ балалары, бигерәк тә ҡыҙҙары менән бик һирәк булды. Иркәләтеп, баштан һыйпап, күтәреп алып йѳрѳгәнен иҫләмәйем. Йыш ҡына юл йѳрѳп ҡайта, хужалыҡ эше менән булышты, һунарға йѳрѳнѳ. Пар ат егеп ҡунаҡҡа китерҙәр ине. Үҙебеҙгә лә дуға-дуға ҡунаҡтар килгәнен иҫләйем, хатта балаларын тейәп килә торғайнылар. Бер ваҡыт Хаят инәйемдең улы ҡунаҡтарға табаҡ тултырып, ѳҫтѳ һѳҙлѳклѳ, итле бишбармаҡ индереп барғанда, ҡустыбыҙ Фәзелхаҡ табаҡ уртаһында ѳйѳлѳп ятҡан ҡалъяларҙың береһен эләктереп алам тип ҡулын тығып ебәрһә, тунының еңе ҡамасаулаған. Ул аптырап ҡалмаған, ҡалъя һоғонғанға оҡшатып, ең осонан аҡҡан һимеҙ һурпаны ялап кеше кѳлдѳргән. Шуҡ, ауан булды ул Фәйзелхаҡ. Ѳйѳбѳҙгә ҡаршы яҡтағы тау ағасһыҙ, тик таштан ғына тора ине. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ йәйен-ҡышын шул тауҙа уйнаныҡ. Бер ҡыш, санала күкрәге менән ятып килгән Фәйзелхаҡтың санаһы алға шыуып китә, ә ул эсендә ятҡан килеш тау түбәһенә шыуа. Кейемдәре күкрәк яҡҡа еткәнсе һыпырыла. Үткер таш тура килеп, ҡорһағын йырта.
Алып ҡайтҡандармы, үҙе ҡайтҡанмы инде, белмәйем.

Дәүләтбикә инәйем (атайымдың апайы) йыртылған ҡорһаҡ тиреһен тегә. Оҫта ине инәйем: бер ѳҙлѳгѳүһеҙ арыуланды Фәйзелхаҡ. Дәүләтбикә инәйем беҙгә ныҡ ярҙам итте, быйма баҫты, тире эшкәртеп, тун, бүрек тегә торғайны. Атайымдың йәп-йәш Сәрүәренең сәскә кеүек матур, аҡыллы, ауырлыҡтарҙы еңеп, белем алып, тормошҡа юл ярып йәшәгән ѳс ҡыҙы була: Сабира (мин) уҡытыусы, Сәғиҙә һәм Зәйтүнә - фельдшерҙар. Һѳнәрҙәребеҙ буйынса хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләнек. Эштә лә, йәмғиәттә лә маҡтаулы булдыҡ. Әсәйебеҙ 1936 йылда вафат булды. Ҡәбере Белорет ҡалаһының мосолман зыяратында. Ул вафат булғас, яҙмыш ҡушҡандыр инде, беҙгә балалар йортонда тәрбиәләнергә тура килде. Унда беҙҙе уҡыттылар, рәнйетеүсе булманы. Ѳсѳбѳҙҙѳ лә яраттылар, сѳнки тик “яҡшы” билдәләргә генә уҡыныҡ һәм беҙҙән тәртип, үрнәк алырлыҡ ине. Беҙгә йәште врачтар билдәләне: “дошман балаларының” документтары яндырылған булған. Балалар йортонда оҙағыраҡ йәшәтеү маҡсатында, йәштәребеҙҙе йыл ярымға, йә ике йылға кәметеп яҙғандар. Балалар йортонан сығып киткәс, алға ынтылып йәшәргә тырыштыҡ, тормош иптәштәребеҙҙе таптыҡ. Бала сағыбыҙ Беҙҙең бала саҡты - Сабира, Сәғиҙә, Зәйтүнәнең - ѳс дәүергә бүлеп һѳйләргә мѳмкин. Тәүге дәүер - беҙҙең атайҙы кулак итеп, мал-тыуарҙы тартып алып, ѳйҙән ҡыуып сығарғанға тиклемгеһе. Ҡайғыһыҙ, шат тормош дәүере. Атай, әсәй ҡулында, кѳр күңел, шат тормош, күмәкләп, шау-шыу килеп йәшәгәнь саҡтар.

Моҫтай ауылы шул тиклем матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан: Ирәндек тауының итәгендә генә ята, икенсе яғынан Тѳйәләҫ йылғаһы уралып аға. Тѳйәләҫтең аръяғында яланғас тау - беҙ унда уйнарға йѳрѳй торғайныҡ. Ауылыбыҙға яҡын ғына Ҡарабай йәйләүе урынлашҡан. Кѳндәр йылынғас та шунда сыға торғайныҡ. Ҡарабайҙың татырында малдар утлай ине. Был йәйләүҙә атайымдың таштан бурап эшләнгән намаҙ уҡыу ѳсѳн урыны була торғайны, уны “йәйләү мәсете” тип йѳрѳттѳк. Шунан Иманай йылғаһы буйындағы йәйләүгә күсәбеҙ. Ҡотлобикә инәйем (атайымдың бер туған апайы) мунса эшләп, шунда йыуындыҡ. Ҡотлобикә инәйем беҙгә кейем текте, быйма баҫты. Йылҡыларыбыҙ күҙ алдында. Совет власы ваҡытында әле, әсәйем ҡымыҙ эшләр ине, түрәләр килеп ҡымыҙ ала торғайны. Аҙаҡ Шанкабай йәйләүенә күсәбеҙ. Урыны шул тиклем матур, әле лә күҙ алдында: тирмәләр ҡоролған аҡланы, тирә-яғы урман, эргәлә генә сылтырап аҡҡан шишмәһе бар ине. Шулай итеп, йәй йәйләүҙә йәшәнек. Ѳлкәндәр бейә бәйләп ҡымыҙ эшләне. Һары май, сейәле май, ҡыҙыл эремсектән ѳҙѳлмәнек. Кѳҙ етеүгә кире ыҙмабыҙға ҡайтабыҙ. Беҙ ҡайтыуға донъябыҙ тап-таҙа, кәртә тирәһендә йәм-йәшел үлән үҫкән була. Атайымдың донъяһы тѳҙѳк, ҙур, күркәм ине. Урам яғынан бейек, киң баҫҡыстан менәһең. Кәртә эсенән дә ѳйгә инеү ѳсѳн бейек баҫҡыс эшләнгән. Ингәс, ҡата сисеү бүлмәһе, унан ҡунаҡ бүлмәһенә үтәһең. Ишектәр семәрле, тотҡалары матур була торғайны. Ѳсѳнсѳһѳ - әсәйемдең бүлмәһе. Ѳй тирәһендәге кәртә алыҫтан уҡ киң таш бура менән уратып алынған. Шул таш бураның ѳҫтѳнән йүгерешеп уйнай торғайныҡ. Кәртә тулы мал-тыуар булды, ҡайһы бер ауыл хужалығы машиналары бар ине. Беҙҙең ѳй ҡаршыһында олатайымдың ѳйѳ торҙо. Ул иҫкергәйне, шуға уны аш ѳйѳ итеп тоттолар.

Ул ѳйҙә беҙ, бала-сағалар, ҡайнаштыҡ. Мал-тыуар ҙа шунда. Атайымдың мал-тыуары күп булғас, ул ярҙамсы тотто. Ярҙамсылары араһында туғандар ҙа булды. Икенсе дәүер — атайымды раскулачивать итеп, йорт- йыһаздарыбыҙҙы тартып алып, урамға ҡыуып сығарылғас, ас-яланғас, ѳйһѳҙ, тѳрлѳ урындарҙа йәшәгән дәүер. Белемле, указлы мулла Заһит Аҙнағоловты кулак итеп, ете балаһы менән ѳйѳнән ҡыуҙылар. Ѳйѳбѳҙҙѳ башта мәктәп иткәндәр, унан һуң Тѳрѳкмән ауылына күсереп, ауыл Советы бинаһы итеп файҙаланғандар. Әлеге ваҡытта унда “Ирәндек” совхозының эшселәре ѳсѳн торлаҡ яһағандар. Тыуған йортобоҙҙоң нигеҙ таштарын, таш ҡоймаларҙы емереп, ташын алып бѳттѳләр. Мал- тыуарҙы, йорт йыһаздарын, хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын тартып алдылар. Бер әбейҙең бәләкәй генә ѳйѳндә тора биргәс, бѳтәбеҙҙе лә ауылдан һѳрҙѳләр. Атай-әсәйҙең теремеклеге һәм эшсән булыуҙары арҡаһында астан ҡырылманыҡ, әммә бәхетле балалыҡ тигән нәмәне күрергә тура килмәне. Тәүҙә “Худолаз” совхозында йәшәп алдыҡ, унан һуң атайым менән ѳлкән ағайым Магнит ҡалаһына Урал йылғаһында Аша быуаһын һалыуға эшкә урынлашты. Әсәйем дә эшкә инде. Атайым таҡтанан ѳй һалғайны. Ѳҫ-башты бѳтәйтеп, тамаҡ аҫрап йәшәп киттек. Таҡта ѳйѳбѳҙҙѳ, Урал йылғаһы ташып, һыу баҫты. Яйыҡ быуаһы йырылған булған, саҡ ҡотолдоҡ. Беҙ ер аҫтында урынлашҡан бер бәләкәй генә землянкаға - бер урыҫтың мунсаһына күстек, нисек һыйғанбыҙҙыр инде... Шунан әсәйем, Ғәбделхаҡ ағайым, Фәйзеләрхәм ағайым ҡалҡыу урынға таҡтанан тағы ѳй һалдылар. Башта беҙ дѳйѳм бараҡта ла йәшәп алдыҡ. Унда һәр ғаилә үҙенең мѳйѳшѳнә таҡта түшәп, балаҫ, дирүгә, шаршау менән уратып, ҡаплап ала ине. Шунда йоҡлап йѳрѳнѳк. Уртала бешеренер ѳсѳн ҙур ғына плита бар ине, ул йылылыҡ сығанағы ла булып торҙо. Унда йәшәгәндәрҙең тормошо бик ауыр: ѳшѳнѳләр, асыҡтылар, мунса юҡ. Йыуыныу урыны ла булманы. Тас менән ҡомғаныбыҙ бар, бит-ҡулдарҙы ѳшѳй-ѳшѳй йыуып алабыҙ. Ахырҙа атайым, әсәйем, ағайым - күмәкләшеп таҡтанан торлаҡ ҡорҙолар. Шунда йәшәй башланыҡ. Әммә ѳй һалырға тип әҙерләнеп йѳрѳгәндә, был бәхет тиҙ ѳҙѳлдѳ: атайым ѳлкән әсәйебеҙ йәшәгән Иҙрис ауылына (Баймаҡ районы) барып килергә була.

Атайым тирә-яҡҡа билдәле, абруйлы, указлы мулла булғас, уны ҡәҙер иткәндәр. Шулай итеп, атайымды халыҡ ололап аят аштарына саҡыра башлай. Ҡорбан байрамы осоро булған, ауылда аят мәжлесендә йѳрѳгәндә ҡулға алып, “халыҡ дошманы” тигән ярлыҡ ҡуялар һәм Баймаҡ тѳрмәһенә ябалар. Ѳлкән ағайымды ла ҡулға алып, Белоретҡа ебәрҙеләр. Атайымды тѳрмәлә бик ыҙалатҡандар, эт күрмәгәнде күрһәткәндәр. 15 йәшлек кенә Бәрүәз апайым уның янына барып ҡайтҡыланы. Атайым һѳйләгәндәрен илап һѳйләй торғайны: “Бѳтә донъямды, мѳлкәтемде тартып алып, балаларым менән һѳргѳнгә оҙатыуҙарына сыҙайым, әммә бындағы язаға сыҙарлыҡ түгел, бик ҡаты яуап алалар. Ҡотолоп булмаҫ, балам. Йәшәргә тырышығыҙ, Фәйзеләрхәм ағайың янына күсегеҙ, ул һеҙгә терәк булыр”, - тигән. Терәкһеҙ, ярҙамсыһыҙ ҡалған әсәйҙәр кире ауыл яғына ҡайтырға булды. Беҙ Магнитты ҡалдырып, кире Худолазға килгәндә, 1933 йылда, атайыбыҙҙы Ѳфѳ тѳрмәһенә алып киткәндәр ине. Шунда үлгәнме, әллә үлтергәндәрме - шул китеүҙән кире ҡайта алманы. Ә беҙҙе яҙмыш тулҡындары Белорет яҡтарына алып килде.

Магнит ҡалаһында эшләп йѳрѳгән оло ағайыбыҙ Фәйзеләрхәмде лә ҡулға алып, Белорет янындағы Нура ҡасабаһына ебәргәндәр. Һыланып бѳтмәгән ѳйѳн дә тартып алғандар. Ағайым йәп-йәш кенә еңгәмде лә алып китте. Уларҙың улы бар ине. Ҡыҙҙары тыуғайны, ул да сабый ғына сағында Магнитта атҡа тейәнеп күсенеп йѳрѳгәндә, ат ѳркѳп китеп, тәгәрмәс араһына эләгә. Ә һеңлем Зәйтүнәне әсәйем, йүгереп барып, эләктереп ала - ул тере ҡала. Белоретта ѳлкән ағайымды, әсәһен ҡасырып тыуған яғына ҡайтарған, тип ғәйепләп, урман араһындағы Капкалка тигән һаҙлыҡлы урынға ебәргәндәр. Бик йонсоп йәшәй ул, тәүҙә улы, унан ҡатыны - Фатима еңгәм үлеп ҡала. Үҙе Бѳйѳк Ватан һуғышы башланғас, һуғышҡа китә. “Халыҡ дошманының” улы булғас, штрафной батальонда алғы һыҙыҡта йѳрѳй. Шулай итеп, 1943 йылда Ленинград фронтында ағайым хәбәрһеҙ юғалды. Һыу һѳлѳгѳндәй һылыу, оҙон буйлы, йырсы егет, ике бала атаһы шулай донъя хәстәренә, ғәҙелһеҙлеккә тонсоғоп юҡ булды...

Хәҙисә әсәй ѳс улы, бер ҡыҙы менән ағайым янына Белоретҡа киткәндәр. Бәрүәз апайым ун биш йәшендә кирбес заводына эшкә инде. Унан кесе Ғәбделхаҡ менән Фәйзелхаҡ йәштәрен икешәр йылға оло күрһәтеп, заводҡа эшкә урынлашты. Һуңынан Ғәбделхаҡ ағай һуғышҡа китте, ә Фәйзелхаҡ, бронь менән ҡалып, домна мейесе алдында ауыр эштә эшләне, металл иретеүсе булды. Кәүҙәгә ѳлкән, баһадирҙарса ҡиәфәттәге кѳслѳ ир- егет ине. Мәхмүт ҡустыбыҙ һуғышҡа тиклем үк һыуыҡ үткәреп, ауырып үлеп ҡалды. Беҙ, ѳс ҡыҙ бала, әсәйем ҡайҙа барырға белмәй йѳрѳгәндә, әсәйемдең ҡустыһы Баҡый ағай, ни күрһәгеҙ ҙә, бергә булығыҙ, тип, атҡа тейәп, Белоретҡа алып китте. 1933 йыл ине. Белореттың Нура ҡасабаһындағы (Спецпоселок тип йѳрѳттѳләр) барактарҙы ҡыуылып килеүселәр үҙҙәре эшләгән. Ике ҡат таҡта араһына шлак тултырыпмы, ер тултырыпмы эшләнгән шул барактарҙа ике ғаилә бер бүлмәлә йәшәнек. Ундағы тормош бик ауыр булды. “Спецпереселенцы” тип йѳрѳттѳләр беҙҙе. Ѳлкән әсәй оло ағай менән бергә кѳн итте. Улар ҙа күмәк ине шул. Беҙ әсәйем менән айырым йәшәнек. Спецпоселокты тѳрлѳ яҡтан мылтыҡлы һалдаттар һаҡланы. Ҡалаға сығармайҙар. Нура ҡасабаһында йәшәгәндә иртәнге сәғәт 4-тән тороп, Ломовка урманына турғай еләге йыйырға йѳрѳнѳк. Уны баҙарға алып барып һатып, аҡсаһына икмәк ала торғайныҡ. Бер-ике тапҡыр беҙҙе, еләкселәрҙе, баҙар юлында бер урыҫтың кәртәһенә йыйып, бикләп тә ҡуйҙылар. Мылтыҡлы һаҡсылары ла тора ине. Кѳнѳ буйы, сәғәт 5-кә тиклем ас, һыуһыҙ, аяҡ ѳҫтѳ торабыҙ. Имеш, баҙар һылтауы менән беҙ тыуған еребеҙгә ҡасып ҡайта булабыҙ! Еләктәр иҙелеп, эшлектән сығып бѳтә. Кис, баҙар бѳткәс, мал кѳтѳүен ҡыуған кеүек, поселок яғына ыңғайлаталар. Асығып, һыуһап, илап ҡайтып инәбеҙ. Әсәйем йыуатып, алабута ҡатнаштырып бешергән арыш икмәген һындырып бирә, кесерткән ҡатыш он боламығы эсерә. Шунан беҙ йылынып йоҡлап китәбеҙ.
Мәҙинә СОЛТАНОВА.
Оставить комментарий