Йәберләнгән ҡатын-ҡыҙ зары

Замана үҙгәрә, заң үҙгәрә. Йәшәү рәүешебеҙ замандан ҡалышмай алға бара. Борон беҙҙең халыҡта ҡатын-ҡыҙ ир һүҙенән сыҡмай, ҡыйырһытыуҙар, йәберләүҙәргә лә түҙеп, уныңса ғына йәшәһә, бѳгѳн иһә ғаилә дилбәгәһен ҡатын-ҡыҙ үҙ ҡулына алып, барыһы ла үҙгәрҙе кеүек. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа холоҡһоҙ, эскесе ирҙәренән туҡмалып, йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Хатта ире эскән, унан йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ғаиләләрҙең яҙмыштары бер-береһенә үтә лә ныҡ оҡшаған, бер төрлө...

Ә бер генә бирелгән ғүмерҙе йүнһеҙ, тормошта бер ниндәй маҡсатһыҙ йәшәгән, ялҡау ирҙәргә ҡорбан итергә, сарыф итергә кәрәкме икән? Улар барыбер һинең ҡәҙер итеүеңде аңламай ҙа, һанға ла һуҡмай. Ә ҡатын-ҡыҙҙар шул арҡала әллә ниндәй ауырыуҙарға дусар була.
«Балаға атай кәрәк бит», – тип эскесе иренән ғүмер буйы туҡмалып йәшәгән ҡатындар ҙа бихисап. Әммә был эгоистлыҡтыр, сѳнки эскесе атайҙың әсәһен туҡмауын, уны йәберләүен күреп йәшәгән балаларҙың психикаһы боҙола, ул тәүҙә атаһын, һуңынан үҙен шундай шарттарҙа йәшәткән әсәһен күрә алмай башлаясаҡ.
Әлбиттә, элекке быуын кешеләре ҡыҙҙарын һәр саҡ баш баҫып, түҙеп йәшәргә кәрәк, тип тәрбиәләгән, әммә бәләкәйҙән күңелгә һеңдерелгән, (бигерәк тә беҙҙең халыҡта) иҫкергән ҡанундарҙан сыға алмай йәшлеген, һаулығын ҡорбан иткән сабыр ҡатындар шул тиклем йәл...
Ни өсөндөр беҙҙең заманда ҡатындар көслө булырға тейеш, тигән хаталы фекер барлыҡҡа килде. Ә, бәлки, был ҡараш, йүнһеҙ ирҙәренән ҡотолоп, ниһайәт, тормоштоң матурлығын, ирһеҙ ҙә бынамын итеп йәшәп булыуын аңлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙан сыҡҡандыр, сѳнки үҙемә лә туҡмаған ирҙәренән ҡотолған ҡатындарҙан ошондай хәбәрҙе йыш ишетергә тура килде.

Бер мәл полиция лейтенанты булып эшләп йѳрѳгән ҡатын менән танышып, һѳйләшеп киттек. Энә артынан еп киткән кеүек, һүҙ артынан һүҙ ҡуйырып, шәхси тормошона тѳшѳп китте Зѳлфиә. Ҡарап тороуға мѳләйем генә наҙлы ҡатындың полиция лейтенанты булыуы ғәжәпләндерһә, уның үткән тормошо, нисек итеп иренән туҡмалып, ҡыйырһытылып йәшәүе тетрәндерҙе.
- Буласаҡ ирем менән апайымдың туйында таныштыҡ. Ул ваҡытта мин X класс уҡыусыһы ғына инем, ә Роберт армиянан ҡайтҡан ҡарағайҙай кәүҙәле, үткер ҡарашлы, шаян егет ине. Мин уның бер һирпелеп ҡарауынан уҡ уға ғашиҡ булдым. Тиҙҙән дуҫлашып киттек. Итәғәтле, минең ѳсѳн ѳҙѳлѳп торған егет күңелемде генә түгел, үҙемде лә яуланы. XI класта уҡығанда, ауырға ҡалдым. Быны белгән ата-әсәйем йәһәтләп, уҡыуымды бѳтѳр-бѳтмәҫтән мине кейәүгә бирҙе. Беҙ ҡәйнәмдең иҫке ѳйѳндә йәшәй башланыҡ. Туйҙан һуң, 1 айҙан улыбыҙ тыуҙы, ә Робертты алмаштырҙылармы ни? Кѳн һайын клубҡа сыға, иҫерек ҡайта ла мине туҡмай. Бер мәл әсәйемә шылтыраттым, зинһар килеп алығыҙ, тип. Әммә ирем ата-әсәйемде ѳйгә индермәне. Шул кѳндән минең тормошом бѳтѳнләй тамуҡҡа әйләнде. Ѳйҙә бикләп сығып китә лә 2-шәр, 3-әр кѳн юғалып тора, ҡайтып инеү менән үсе ҡанғансы мине типкеләп ала. Ә меҫкен улыбыҙҙы, исмаһам, бер генә тапҡыр ҡулына алһасы... Йоҡоһоҙ тѳндәремдә, керпек тә ҡаҡмайынса, шул хәтлем ыҙалатҡансы, йәнемде алсы, тип Хоҙай Тәғәләгә ялбара инем. Иремдең вәхшилеге шул хәтлемгә барып етте, күҙем алдында сит ҡыҙҙар алып ҡайтып, бергәләшеп ятып йоҡлай башланы. Кѳсѳм бѳттѳ, рухым һынды, үҙ-үҙемә ҡул һалырға ҡарар иттем. Сабыйымды туйғансы ашаттым, матур итеп кейендереп, хат яҙып ҡуйынына һалдым да, соланға сығып, аҫылындым... Дауаханала аңыма килдем, эргәмдә илауҙан күҙҙәре шешенгән әсәйем ултыра ине. Хәлем яҡшырғас, улар мине үҙҙәренә алып ҡайтты. Әммә бының менән тынысланманы Роберт. Мине кире алып ҡайтырға маташты, килеп сыҡмағас, йортто яндырыу менән янаны, хатта тәҙрәбеҙҙең быялаларын яра һуғып, атайымды туҡмап киткән саҡтары ла булды. Урындағы участковыйға бер нисә мәртәбә мѳрәжәғәт иттек. Тик ул, иремдең ике туған ағаһы булыуы сәбәпле, мыҫҡыллы йылмайҙы ғына. Ауылдан ҡасырға мәжбүр булдым, сѳнки башҡаса ҡотолоу сараһы юҡ ине. Күрше ѳлкәлә йәшәгән апайыма барып тѳпләндем. Тормоштоң шул тиклем тигеҙһеҙлеген, ғәҙелһеҙлеген татып, ир йоҙроғонан йәберһетелеп, кешеләргә ышанысым бѳткәс, был донъяла кемдәрҙер тәртип булдырырға тейештер бит, тигән уй менән полицияға эшкә барырға булдым. Ситтән тороп, МВД-ға уҡырға индем. Тәүтикшереүсе булып эшкә урынлаштым. Әлбиттә, тән яраларым уңалды, әммә күңел яраларым мәңгелеккә уйылып ҡалды. Хәҙер үҙем ғәҙеллек ѳсѳн кѳрәшәм, ә инде ҡатын-ҡыҙ полицейскийға үҙ көсөнә ышана белеү һәм хеҙмәт менән ғаилә мәшәҡәттәрен бергә алып барыу - иң кәрәкле сифаттыр, - тип йылмайҙы Зѳлфиә. Әммә үҙенең күҙҙәрендә бер аҙ моңһоулыҡ та, хәсрәт тә сағылып ҡалды.
Зѳлфиә йыртҡыс иренән имен-һау ҡотолоп яңы тормош башлаған. Ә бына туҡмалыу арҡаһында ауырыу булып ҡалған, зәғифләнгән, хатта үлгән ҡатындар ҙа бар бит...

Рәйсә менән Ѳфѳнән бер таксиҙа ҡайтырға тура килде. Был ҡатындың һағыш һәм хәсрәт тулы күҙҙәренә шунда уҡ иғтибар иткәйнем. Әле лә бөтөнләй ят кеше тип ҡарап торманы, миңә эс-серҙәрен бушатырға тырышты.
- Дауахананан ҡайтып барам, - тип һүҙен башланы ул, йәшләнгән күҙҙәрен һѳртѳп, - балаҡайҙарымды һағындым. Улар бит мине ике ай күрмәне. Нисек кенә йәшәнеләр икән. Аталары эсә бит. Ѳлкән ҡыҙыбыҙға 12, уртансыһына 8, кесеһенә 5 кенә йәш әле. Табиптарҙан да, балаларым хаҡына ғүмеремде әҙ генә булһа ла оҙайтығыҙ, тип ялбарып яттым, - тине лә түгелеп илай башланы. Меҫкенкәйҙе тынысландырырға маташам, ә үҙем, ниңә йәшләй генә үлем тураһында һѳйләйһең, тип һорағым да килә. Тик ҡыймайым. Ҡатын бер аҙ үҙен ҡулға алғас, һѳйләүен дауам итте.
- Түшемдә шеш таптылар. Операция яһатып, ҡайтып барам. Табиптар иртәрәк килмәгәнең, тип тиргәй. Ҡайҙан инде, анау эскән иргә балаларҙы ышанып ҡалдыраһың, тигән булып йѳрѳнѳм. Хәлем насарайғас, апайым етәкләп тигәндәй дауаханаға алып китте. Рак тинеләр... Ниңә был сиргә тарыуыма ла аптырамайым, ирем эсеп ҡайтҡан һайын түшемде тѳйѳп туҡмар ине. Диагноз ҡуйғастар ҙа ышанмай маташты, һѳйәреңә китергә булдыңмы, тип ғауғаланы. Әле лә йѳрәгем тыныс түгел, ҡайтһам тағы ла ҡул күтәрмәһә ярар ине, тип ҡурҡып торам. Ҡайтмай торор ҙа инем, балаҡайҙарым кѳтә бит, - тип ауыр һуланы.

Меҫкен ҡатындың артабанғы яҙмышы нисек булғандыр, уныһын белмәйем, әммә күңелемдән ул оҙаҡ сыҡманы. Ә инде бер танышым нисек итеп ире ҡатынын туҡмап үлтереүенә шаһит булыуын һѳйләп, шаҡ ҡатырғайны...
- Ситтән тороп уҡып йѳрѳйѳм. Бикәсемә фатирға тѳштѳм. Ул бер йыл элек кейәүгә сыҡҡайны, ай ярымлыҡ ҡына сабыйҙары бар. Араларыбыҙ йыраҡ булғас, һирәк күрештек. Шуға күрә кейәүҙең шул тиклем ҡыҙмалы булыуын, эсергә яратҡанын да яҡшылап белмәнем. Тәүге кѳндә үк аралары һалҡынлығын тойҙом. Әллә кейәү минең килеүемде яратмаймы икән, тип тә уңайһыҙландым. Сығып китергә лә уйлағайным, бикәсем туҡтатты. “Еңгә, ҡал инде. Миңә тынысыраҡ та булыр. Марат ныҡ туҡмай бит. Әле һин килгәнгә тыйылып тора. Нимә эшләргә лә белмәйем. Сығып китер инем, унһыҙ йәшәй алмаҫмын һымаҡ, үҙен яратам бит”, - тип күҙ йәштәрен түгеп иланы. Ҡалыуым менәнме ни, яҡлай алманым шул бикәсемде. Шул кѳндѳ Марат иҫереп ҡайтты. Ишектән инеү менән насар һүҙҙәр менән мине битәрләп ҡыуа башланы. Ѳндәшмәй генә сабыйын имеҙеп ултырған бикәсем түҙмәне, улын урынына һалды ла арабыҙға баҫып, ирен тынысландырырға иткәйне, шуны ғына кѳтѳп торған Марат ҡатынын елтерәтеп алып, туҡмай башламаһынмы... Бындай аяныс күренештең тәүге тапҡыр шаһиты булдым. Ауыртыныуҙан ҡысҡырған әсәһенең тауышынан ҡурҡыпмы, 40 кѳнлѳк кенә сабыйҙары туҡтауһыҙ илағас, уны алып ҡуйыныма ҡыҫтым. Ә ярһыған үгеҙ кеүек күҙе аларған Марат туҡтарға йыйынманы. Бер мәл бикәсем ҡысҡырыуҙан да, һаҡланырға тырышыуҙан да туҡтаны. Йәнһеҙ ятҡан кәүҙәһен күреп, хушымдан яҙҙым. Бикәсемде лә, мине лә дауаханаға алып киттеләр. Минең ѳс айлыҡ ауырым бар ине, тѳштѳ... Бикәсем икенсе кѳнгә гүр эйәһе булды. Маратты ун йылға хѳкүм иттеләр. Уларҙың сабыйын ирем менән уллыҡҡа алдыҡ. Ошонан һуң мин башҡаса ауырға ҡала алманым... - тип ҡатын ах-зарын һѳйләне.
Эйе, бына ошондай аяныслы яҙмыштар бик күп беҙҙең арала. Күпме яҙабыҙ, һѳйләйбеҙ, әммә ҡайһы бер ирҙәр ошо хаталарҙы ҡабатлай, ниңәлер ғибәрәт алырға, тәүбәгә килергә ашыҡмай...
Шуға күрә, гүзәл заттар, әйҙәгеҙ үҙебеҙ ҙә абайыраҡ булайыҡ, эскесе ирҙәрҙең ҡыйырһытыуына түҙеп, балаларҙың психикаһын, тормошон боҙмайыҡ, эгоист булмайыҡ.
Н. Шәрипова.
Оставить комментарий