Кѳтәм һине, улым, күктәрҙән, Ә ул гүр эйәһе булған күптәнән...

Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тиһәләр ҙә, ѳлѳшѳңә тѳшкән тәҡдирҙән ҡасып булмай. Яҙмыш әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламай ҙа, ниндәй генә ҡайғы-ғазаптар төшөрмәй. Берәүҙе шатлыҡтар менән күмһә, икенсеһен ығы-зығылы хәсрәт һағыштарға сорнай. Тик ҡайһы саҡ шатлыҡтары ла ҡайғыға төрөлгән була. Шул ҡайғы төргәген һүтмәй тороп, шатлыҡҡа ирешеп булмайҙыр. Минең дә бѳгѳнгѳ һѳйләйәсәк геройым һикәлтәле яҙмыш һуҡмағын үтеп, ҡайғы-хәсрәттәр, юғалтыуҙар аша балалары һәм чечен һуғышында һәләк булған улының иҫтәлеге хаҡына, һынауҙарға бирешмәй, яҡты киләсәккә юл ярған Наилә Абдулхаҡ ҡыҙы Фунтусова тураһында. Һалдат әсәһенең әсе яҙмышы һеҙгә үрнәк тә, ѳлгѳ лә һәм ғибәрәт тә булыр тип уйлайым.

Ап-аҡ ҡына йѳҙлѳ, йәшел йәшмә кеүек күҙле, нәзәкәтле, сибәр, балҡып торған апай менән осрашҡас, уның ҡатмарлы тормош һынауҙарын үтеүенә ышанғы ла килмәй ине, сѳнки ул матур донъя ҡосағында наҙланып ҡына йәшәгән ҡатынды хәтерләтте. Ә инде ултырып, йәшәлгән ғүмер йомғағын һүтә башлағас, ѳс балаһын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырып, тормоштоң ҡағып-һуғыуына бирешмәгән әсәнең яҙмышын йотлоғоп тыңланым.
Наилә апайҙың атаһы Абдулхаҡ Шәйбәк улы армия хеҙмәтендә саҡта Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә һәм ул тәүгеләрҙән булып һуғышҡа оҙатыла. Тыуған илен фашист ҡулына бирмәҫ өсөн йәнен-тәнен аямай яугир. Әсирлеккә эләгеп ил юлбаҫарҙары тарафынан күпме язаланһа ла, еңеүгә өмөт йәшәтә уны. Яу яланында еңеүҙе ҡаршылап, һуғыштан имен-һау ҡайта. Күпме ер-һыу кисеп, донъя күргән Абдулхаҡ ағай ғаиләһен алып, Тажикстанға юллана, сөнки унда йәшәү иркенерәк була. Наилә апай һәм тағы бер ағаһы ошонда донъяға килә. Йылдар үтеү менән тыуған яҡ ауазы үҙенә саҡыра. Улар атаһының тыуған ауылы Красноусольскиға ҡайтып төпләнә. Наилә апай мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһының һөнәрселек училищеһында штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә һәм йүнәлтмә менән Бөрө ҡалаһына эшкә ебәрелә. Был ваҡытта ата-әсәһе Белоретҡа күсеп килә. Ҡыҙ йүнәлтмә буйынса хеҙмәтен үтәгәс, апайы артынан Байкал аръяғындағы Читин өлкәһенә сығып китә. Ул ошонда мөхәббәтен осратып, рус егете Сергейға кейәүгә сыға. Бер-бер артлы өс балалалары донъяға килә. Йәш ғаилә көңгөр-ҡаңғыр килеп, үҙ-ара татыу, матур итеп йәшәп ятһалар ҙа, ҡәйнәһе башҡорт киленен өнәп етмәй. Тыныс холоҡло йәш ҡатын ҡәйнәһенең, ҡайныһының түбәнһетеүенә, ҡыйырһытыуына ун йыл буйы түҙеп йәшәй ҙә, бер көн килеп сабырлығы сигенә етә. Мин һеҙгә илһеҙ, ерһеҙ, ата-инәһеҙ етем баламы ни, тип донъяһын күтәрә һуға ла, бәләкәстәрен етәкләп, ата-әсәһе янына күсеп ҡайтып китә. Изге йәнле ата менән әсә ҡыҙҙарын яҙмыш ҡосағына ташламай, хәлдәренән килгәнсе ейәндәрен үҫтерешергә ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ сир Наилә апайҙың әсәһе Фатима инәйҙе аяҡтан йыға, ул оҙаҡ йылдар кеше көнлө булып түшәктә ята. Атайһыҙ үҫкән балаларын башҡаларҙан кәм-хур итмәҫ ѳсѳн Наилә апай көнө-төнө эшләй. Олоғайған атаһын, түшәктә ятҡан әсәһен хәстәрләү ҙә уның иңенә төшә. Әммә ошо ваҡытты Наилә апай тормошоноң иң бәхетле мәле итеп, хәтер һандығында тота.
“Ата-әсәйеңдең хәстәрен, йылыһын тойоу, балаларыңдың сыр-сыу килеп уйнаған тауыштарын ишетеү, эштән ҡайтыу менән һине килеп бәләкәс ҡосаҡтарына ҡосоп, яратыуҙары, наҙлауҙары... ”, - тип хәтирәләргә бирелде Наилә апай – Балалар күҙ асып йомғансы үҫте лә китте. Ҡыҙым Лена, мәктәптән һуң ҡала һөнәрселек училищеһына уҡырға инде. Уртансы улым Андрейҙы мәктәпте тамамлау менән армия хеҙмәтенә алдылар. Ә кесе улым Кѳтәм һине, улым, күктәрҙән, Ә ул гүр эйәһе булған күптәнән...Сережа зирәклеге, ололарға хас аҡылы, эшһөйәрлеге менән балаларым араһында айырылып торҙо. Шуға күрә, олатаһы менән өләсәһе лә Сережка, тип уның өсөн өҙөлөп торорҙар ине. Кәйефһеҙ йөрөүемде күрһә, мине күкрәгенә ҡыҫып, әсәкәйем-бәғеркәйем, һин бит донъялағы иң матур әсәй, күңелемде йылытып берҙе генә йылмай әле, тип йыуатыр ине. Сережа мәктәпте тамамлағас, институтҡа уҡырға инеп, уҡытыусы булырға хыялланды. Шулай итеп, һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда өйөбөҙ ишеген ҡайғы шаҡыны...
Татыу бергә ғүмер итеүҙәренә илле йыл тигәндә, Наилә апайҙың ата-әсәһе бер-бер артлы гүр эйәһе була. Көтмәгәндә, ҡәҙерлеләренең икеһен дә бер юлы юғалтыуҙы ул ауыр кисерә. Йыш ҡына бер уҡ төш күрә. Бәләкәй генә өй, уның эсе бөхтә итеп йыйыштырылған, түрҙә ике карауат тора. Береһендә атаһы, икенсеһендә әсәһе ултыра. Икеһе лә ап-аҡ ҡына кейемдә, имеш. Тимәк теге донъяла атаһы менән әсәһе бергәләр, тигән уй Наилә апайҙың күңелен йылыта. Әммә бер мәл төшө болара. Был юлы әсәһе ниңәлер сөм ҡара, оҙон, толом сәстәрен тағатҡан, ә өйҙөң иҙәне тулҡын һымаҡ кәкрәйгән. Етмәһә, әсәһе нимәлер әйтергә теләгәндәй йәшел күҙҙәрен тултырып ҡарай, был ҡараштан һиҫкәнеп, уянып китә Наилә апай. Көнө буйы төш уның күңеленән сыҡмай. Тик төш нимәгә ишара яһағанын ғына аңлап етмәй ул... Икенсе төндә улар йәшәгән барак янып китә, йоҡлап ятҡан кешеләр эске күлдәктә генә саҡ сығып ҡотола. Күрше ултырған өс барактың көлө күккә оса. Ун ете ғаилә урамда тороп ҡала.
Был ваҡытта Наилә апайҙың кесе улы Сережа армияла була. Әсәһенең ҡазаға эләккәнен ишетеп, бер йыл хеҙмәт итергә өлгөргән егет отпускыға ҡайта.
“Урамда бер нәмәһеҙ тороп ҡалғас, күп дуҫтар юҡҡа сыҡты, ә туғандарымдың битарафлығы аптыратты. Берәү ҙә ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡманы. Ярай ҙа эштән бирелгән махсус кейем – ҡара халат, калуш булды. Янғандың нисәнсе көнө булғандыр, хәтерләмәйем. Эштә бер ҡатын юбилейын үткәрҙе. Кейергә бер генә күлдәгем дә юҡ, тик һыр бирмәҫ өсөн халатым менән калушымды кейҙем дә байрамға килдем. Ҡурсаҡ һымаҡ кейенгән ҡатындар тәүҙә миңә сәйерһенеп ҡараны, ә мин бер нәмә булмағандай кеше ыңғайына эсеп-ашап, күңелем булғансы бейеп, ҡайтып киттем. Айҙан ашыу кеше тупһаһында йөрөй торғас, ниһайәт, ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. Сережамдың отпусканан ҡайтҡан мәле ине. Ятаҡҡа күстек, кешеләрҙең йыйып биргән әйберҙәренән тотонорға таҫтамалдар, түшәктәр тегеүемде күргән улым, мине йәлләгәндер инде. Һәр ваҡыттағыса яурынымдан ҡыҫып: “Әсәкәйем, әҙ генә түҙ, киләсәктә һин күптәрҙән етешерәк, матурыраҡ йәшәйәсәкһең, мин һиңә һүҙ бирәм,” - тигәйне. Һүҙендә торҙо, миңә яҡты киләсәккә юл ярып китте балам...” - тип ирекһеҙҙән аҡҡан күҙ йәштәрен һөрттө Наилә апай.
Сережа отпусктан һуң, контракт менән Чечняға барырға ҡарар итә. Ул үҙҙәрен яңғыҙ тәрбиәләп үҫтергән әсәһенең, урамда бер нәмәһеҙ тороп ҡалыуын күреп, әсенә. Был хаҡта ағаһы Андрейға: “Әсәй беҙҙе ыҙалап үҫтерҙе, хәҙер беҙ уның алдында бурыслы. Шуға күрә, мин Чечняға барам, аҡса эшләп, әсәйгә фатир һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып бирәм. Беҙҙең әсәй, иң матур тормошҡа лайыҡлы”, - тип хатында яҙа.
Ысынлап та, өс айҙан 2000 йылдың ғинуарында үҙ теләге менән Чечняға китә, йыл ярым армия сафында хеҙмәт итеп өлгөргән тәжрибәле десантты һуғыштың ҡыҙыу утлы нөктәһенә ташлайҙар. Егет һуғыштағы һәр көнөн көндәлеккә теркәп бара. Уның өс айлыҡ хеҙмәте өс йыллыҡ михнәткә тиң булғандыр. Быға егеттең яҙмаларын уҡығандан һуң инанаһың. Сережа 2000 йылдың 23 апрелендә һәләк була.
Улының үлем хәбәрен алғас, Наилә апай өсөн тормош туҡтай. Һулаған һауаһы ағыу, көнө төн булып тойола. Ул ғәзизен ерләгәс, депрессияға бирелә.
“Бер мәл гел күргән төшөм тағы боҙолдо. Был юлы ла әсәйем сәстәрен таратҡан, тик теге бәләкәй өйөндә түгел, ә миңә килгән. “Һаумы, ҡыҙым, мин һине алырға килдем”, - ти, ә мин, юҡ мин һинең менән китә алмайым, тейем. Ул: “Ярай улайһа, барыбер тағы ике айҙан улым артынан киләм бит”, - тине лә китеп барҙы. Ә ул мәлдә Сережа инде бер ай Чечняла ине. Тап ике айҙан улым һәләк булды. Балаңды юғалтыуҙан да олораҡ ҡайғы юҡтыр был донъяла. Әсәкәйем, тип күҙемә генә ҡарап торған, мине етеш тормошта йәшәтер өсөн үлемдән дә ҡурҡмаған улымды ерләгәс, тормоштан ваз кистем. Йәшәгем, кешеләрҙе күргем килмәне, үҙ-үҙемә бикләндем. Көнө-төнө илап тик ята торғас, төшөмдә Сережаны күрҙем. “Әсәй илама, һин илаһаң миңә ҡыйын. Мин бит һинең һәр саҡ яныңда...”, - тип өндәште ул миңә. Ошо һүҙҙәре менән, әйтерһең дә, ул йәшәүгә йән өрҙө. Ысынлап та, мин уны янымда тоя башланым. Улымдың ҡырҡы ине. Ятаҡтың коридорына сыҡҡайным, ҡапыл ғына бер турғай осоп килеп сыҡты ла баш осомда бер нисәне өйрөлөп-өйрөлөп осто ла юҡҡа сыҡты. Был мөғжизәгә үҙем ышанмайынса хайран ҡалып, аптырап тороп ҡалдым. Шунан бирле ул турғай йыш ҡына тәҙрәм төбөнә килеп, миңә оҙаҡ ҡына ҡарап ултырып китә. Ул тәҙрәмә килдеме, йә Сережа төшөмә индеме миңә уңышҡа юл асыла. Ниәт иткән эшем уңа, йә ҡыуанам.
Улым китте... Килмәҫ өсөн китте, әммә атылған йондоҙ кеүек артынан киң, яҡты юл ҡалдырҙы...
Ул үлгәс, бер нисә айҙан һуң хәрби комиссариаттан һалдат әсәһе булараҡ яңы төҙөлгән йорттан фатир бирҙеләр. Үҙемдең пенсиямдан тыш, Сережамдың пенсияһын алып торам. Шул аҡсаға фатирҙа ремон эшләнем, заманса мебель менән йыһазландырҙым. Улымдың хыялын тормошҡа ашырҙым, ул ҡасандыр, һин күптәрҙән яҡшыраҡ йәшәрһең, тигәйне... Әле мин тормошома зарланмайым. Сережам үҙенән һуң, миңә бөтә нәмә ҡалдырҙы. Етеш тормош, кеше араһында ихтирам, хөрмәт. Хатта уның хеҙмәттәш дуҫтары миңә улдарым кеүек мѳғәлләмәлә”, - тип берсә илап, берсә ғорурланып һөйләне Наилә апай Сережа тураһында.
Тормошто яратҡан, матур киләсәккә хыялдар менән йәшәгән, оло йөрәкле, күңелсәк, ярҙамсыл, тоғро дуҫ була белгән егеттең үлеменә берәүҙең дә ышанғыһы килмәй. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә өлгөлө хеҙмәте өсөн Суворов миҙалы алған, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, полкташтары араһында абруй яулап өлгөргән Сережа һәр береһенең күңелендә яҡты иҫтәлек ҡалдыра. Һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн дә, һуңлап булһа ла Батырлыҡ ордены тапшырыла. Тиҫтерҙәренә һәр яҡлап та үрнәк булған Сережаның дуҫтары уның әсәһе Наилә апайҙы үҙ әсәләре кеүек күреп, хөрмәт итеүҙе бурыс итеп алған. Ураған һайын шылтыратып хәлен белешеп, ғаиләләре менән ҡунаҡҡа килеп торалар. Рухи һәм матди ярҙамдан да мәхрүм итмәйҙәр ҡатынды. Наилә апай бөгөнгө көндә ихтирамлы, абруйлы һалдат әсәһе. Ул һуғыш ветерандары һәм һуғышта һәләк булған һалдат әсәләренә арнап үткәрелгән һәр бер сараның оло ҡунағы һәм әүҙем ҡатнашыусыһы. Хатта Сережа хеҙмәт иткән Тула өлкәһендәге Донской ҡалаһында чечен һәм афған һуғышында һәләк булған һалдаттарға ҡуйылған таҡтаташ асыу тантанаһына ла Наилә апайҙы саҡыралар. Һалдат әсәһе улының хеҙмәттәштәре һәм яуҙаштары менән ҙур, татыу бер ғаилә булып йәшәй.
“Улымдың вафатына тиҙҙән 15 йыл була... Сережамдың үҙе булмаһа ла, яҡты рухы ғүмер юлымды яҡтыртып килә. Ауыр булып киткән саҡта, тѳшѳмә булһа ла керһәңсе, тип улыма мѳрәжәғәт итәм. Ул шат йылмайып, тѳшѳмә инһә, бѳтә ҡыйынлыҡтар һыпырып ташлаған кеүек юҡҡа сыға. Ике тапҡыр юл һәләкәтенә эләктем, икеһендә лә үлемдән Сережам аралап ҡалды. Хәҙер мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, сѳнки беләм - Сережам-фәрештәм һәр саҡ минең менән. Ѳлкән балаларым Лена менән Андрей ҙа ҡустыларының ярҙамын күрә. Икеһенә лә Сережаның пенсияһынан ѳлѳш сығарып торам. Һалдат әсәһе булараҡ, йыл аша бушлай шифаханала ял итеп, дауаланып ҡайтам. Ә бит бик һирәктәрҙең генә тере балалары ата-әсәһенә ошондай иғтибар, ихтирам күрһәтә”,- тип Сережаһы менән ғорурланып һѳйләне.
Эйе, боронғолар юҡҡа ғына әйтмәгәндер, нимә сәсһәң, шуны урырһың, тип. Әлбиттә, Наилә апайҙың аҡыллы, иманлы балалар тәрбиәләүҙә роле сикһеҙ. Үҙе лә оло ата-әсәһен хѳрмәтләүе, хәстәрләүе менән балаларына миҫал, ѳлгѳ күрһәткән.
Үтә лә бер ҡатлы, итәғәтле, алсаҡ апайҙың да матур тормошҡа хаҡлы булыуына шигем юҡ. Изгелек ул – ҡасан да булһа үҙеңә изгелек менән кире ҡайта. Бѳгѳн Наилә апай үҙе сәскән изгелек орлоҡтарының емештәрен күрә. Бер аяғы менән алтмышҡа баҫһа ла, эшһѳйәр, сос, теремек апай эшләүен дауам итә.
Ул һаман да балаларын ярҙамдан ѳҙмәй. Ейән-ейәсәрҙәренең матур киләсәге, Сережаһының яҡты иҫтәлеге ѳсѳн йәшәй һалдат әсәһе.
Бына ошондай кѳслѳ рухлы, фиҙаҡәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан, әсәләрҙән үрнәк алып йәшәһәк ине.
Нурия Шәрипова.
Ғаилә архивынан һәм автор фотолары.
Оставить комментарий